6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Төҙөлөш

Йыһан йорто
07.05.07


       Бысраҡ баҫҡыстар һәм тайғаҡ таҡталар буйынса дөм ҡараңғылыҡҡа төшәбеҙ. Алда беленер-беленмәҫ кенә фонарь яҡтылығы күренеп ҡала. Стеналарҙы һәрмәп кенә йүнәлеш таба алабыҙ. "Бәлки, өҫкә, кешеләр янына күтәрелергә кәрәктер?" тигән уй башҡа килә.
       Әммә туннель осонда яҡтылыҡ күрҙек. Беҙ яҡты бинаға сыҡтыҡ.
       - Хәҙер беҙ ун метрҙан аҫтабыҙ, - ти "БНЗС" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең баш инженер урынбаҫары Владислав Сидоркин, - бында ер аҫтында машиналар ҡуйыу өсөн урын. Төҙөүселәр цемент ташыны, шуға күрә баҫҡыстар бысраҡ.
       Халыҡтар дуҫлығы йортон ҡарауыбыҙ бына шулай башланды. Юбилей йылында был бинала Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында Рәсәй Дәүләт советы ултырышы үтәсәк.
       Халыҡтар дуҫлығы йорто Салауат Юлаев һәйкәле янында урынлашҡан. Бинаға Фрунзе урамы яғынан инәсәктәр, ә бинаның Ағиҙел йылғаһы яҡлап стеналар тулыһынса быяланан торасаҡ.
       Халыҡтар дуҫлығы йортон проеклаусы - Ришат Муллагилдин. Бындағы һалмаҡ ҡына линиялар Көнсығыш әҙәплелеген һәм нескәлеген хәтерләтә.
       Халыҡтар дуҫлығы йортоноң 370 мең квадрат метрлыҡ иҙән эштәрен "БНЗС" яауплылығы сикләнгән йәмғиәте алып бара. Бында 600 кеше йәлеп ителгән.
       - Халыҡтар дуҫлығы йортонда Татарстан хөкүмәте вәкиле булып китте, - тип һүҙен дауам итә Сидоркин, - үҙ көсөбөҙ менән башҡарылған эшкә ғәжәпләнеп тә ҡуйҙы. Улар үҙҙәренең юбилейына әҙерләнгән ваҡытта төрөктәрҙе һәм үзбәктәрҙе лә йәлеп иткән.
       260 урынға иҫәпләнгән машиналар ҡуйыу урынында эш ҡайнай. Ул әҙер тиһәң дә була, бетон иҙән ҡатламы һалаһы ҡалған.
       Бутиктар ҡатына күтәреләбеҙ. Бында мәрмәр иҙән, түшәм селтәр һымаҡ. Быны күргәс, башҡа бүлмәләр нисек булыуын күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгел. Бутиктан тыш, бында икенсе кимәлдә урынлашҡан ресторан өсөн кухня, техник бина төҙөлә.
       Халыҡтар дуҫлығы йортоноң төп объекттары - концерт залы, ултырыш залы, президиум өсөн VIP-зал менән ресторан - тап был кимәлдә урынлашасаҡ.
       Концерт залы 800 урынға иҫәпләнгән. Әлеге ваҡытта сәхнә һалына. Эргәлә ултырыш залы, бында Дәүләт советы утырышы үтәсәк. Зал уртаһында ғәйәт ҙур түңәрәк өҫтәл урынлашасаҡ. 90 кешегә иҫәпләнгән өҫтәл Санкт-Петербург мебель фабрикаһында етештереләсәк. Зал ишектәре һәм стеналар Италиянан һатып алынған ағастан буласаҡ.
       Бина буйына түбәнең бер ни тиклем өлөшө быяла менән ҡапланған. Бында түбә аша ҡояш яҡтыһы төшәсәк.
       Бинаға электр, һыу үткәргес, канализация үткәрелгән. Хәҙерге ваҡытта тышҡы яҡтан янғын һыу үткәргес өсөн траншея ҡаҙыйҙар.
       Аҫҡы түбәлә, ял итеп йөрөү террасаһына, тротуар плитәләре һалына. Бында ла архитектор ике сәйер тау проектлаған. Автор бында нимә уйлаған - баш инженер урынбаҫары өсөн дә был йомаҡ булып ҡала. "Был авторҙың йыһан идеяһы!" - ти ул. Бәлки, йыһан сере тәү ҡарашта уҡ аңлашылмаҫҡа тейештер?..

07.05.2007
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал