6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Төҙөлөш

Республикала торлаҡ төҙөлөшө
07.05.07


       Рәсәйҙә фатир проблемаһын хәл итеү дөйөм дәүләт мәсьәләһе булып тора. Иғлан ителгән "Рәсәй граждандарына - уңайлы һәм арзан торлаҡ" өҫтөнлөклө милли проекты тейешенсә тормошҡа ашырылмай. Бының өсөн илдә күп нәмәләр етешмәй: төҙөлөш материалы һәм төҙөлөш майҙанынан алып закон акттарына тиклем. Башта милли проектты тормошҡа ашырыу ипотека кредитына нигеҙләнгәйне. Әммә был күренеш, торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырмай тороп, фатирға хаҡтарҙың артыуына килтерҙе. Шунан һуң ғына торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыу тураһында һүҙ алып барыла башланы. Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә рәсәйҙәрҙең торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү өсөн йылына һәр кешегә берәр квадрат метр торлаҡ төҙөү кәрәклеген белдерҙе.
       "КПД" асыҡ акционерҙар йәмғиәте башлығы Рөстәм Сәйҙәшев билдәләүенсә, был мәсьәлә, асылда, реаль. Сәйҙәшев менән әңгәмәбеҙ "фатир мәсьәләһе"н хәл итеү тураһында бара.
       - Рөстәм Марат улы, мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда үткән йылда 1,706 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелде. Был күрһәткес буйынса республика Рәсәй төбәктәренең тәүге тиҫтәһенә инә Һәм, шулай булыуға ҡарамаҫтан, торлаҡ етешмәй...
       - Рәсәйҙә үткән йылда 50,173 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Республика Мәскәү өлкәһе (6,434 миллион квадрат метр), Мәскәү (4,805 миллион), Краснодар крайы (2,667), Санкт-Петербург (2,376 миллион), Татарстан Республикаһы (1,779 миллион) менән бер рәттән лидерҙарҙан һанала.
       Дөйөм Рәсәй торлаҡ төҙөлөшө күләмендә Башҡортостан өлөшө 3,4 процент тәшкил итә. Әммә үткән йылда бер кешегә иҫәпләгәндә республикала 0,42 квадрат метр торлаҡ тапшырылған. Әйткәндәй, төҙөүселәр алдында мәсьәлә ҡуйылды: 2010 йылға бер кешегә торлаҡ тапшырыу күләмен 0,5 квадрат метрға еткереп, йылына ике миллион квадрат метр торлаҡ тапшырырға.
       - Рөстәм Марат улы, яҡын киләсәктә торлаҡ төҙөлөшө темпын арттырып буламы?
       - Бындай мәсьәлә федераль һәм республика кимәлендә ҡуйылды, еңелдән булмаған мәсьәләне беҙгә үтәйһе генә ҡала. Төҙөлөш темпын арттырыу өсөн комплекслы саралар талап ителә. Беренсе сиратта, төҙөлөш предприятиелары модернизацияһына ҙур ғына инвестициялар. Һис шикһеҙ, был миллиондарса һалыуҙар.
       - Һеҙҙең компания яңы производство ҡеүәтен ошолай инвестициялаусы өлгө булып торамы?
       - Һис шикһеҙ. Яңыраҡ ҡына "КПД" асыҡ акционерҙар йәмғиәте йылына 40 мең кубометр плитә етештерә торған линия һатып алды. Ул үткән йылдың февралендә эшкә ҡушылды. Беҙ уға 60 миллион һум аҡса сарыф иттек, линия 2-3 йылда үҙен аҡлаясаҡ. Продукция күп ҡатлы йорттар төҙөлөшөндә ҡулланыла. Төҙөүселәр алдында торған мәсьәләне уңышлы хәл итеү өсөн яңы технологиялар һәм идеялар ҡулланыу - эшкә яңы ҡарар эҙләү һәм табыу зарур. Ҡала тирәһендә коттедж төҙөлөшө күләмен арттырыу кәрәк. КПД-ла бының өсөн бер ҡатлы төҙөлөш департаменты булдырылған.
       Ни өсөн ҙур булмаған коттедж төҙөлөшө республика халҡы һәм төҙөүселәр өсөн файҙалы? Беренсенән, үҙҡиммәте түбән, икенсенән, тапшырыу ваҡыты ҡыҫҡа, өсөнсөнән, төҙөлөш материалы төрлөлөгө.
       - Был мәсьәлә менән күптәр килешер. Әммә ҡалала барыбер ҙә яңы торлаҡ кәрәк буласаҡ. Өфөлә торлаҡ төҙөлөшө өсөн майҙан бармы?
       - Өфө майҙаны 76,5 мең гектар тәшкил итә. Төҙөлөш майҙанына ни бары 26 процент тура килә. Был 20 мең гектар тигән һүҙ. Шуның 18 меңе Өфө ярымутрауына тура килә. Тимәк, ҡаланы артабан үҫтереү өсөн резерв бар. Баш ҡаланың Генераль планына ярашлы, Затон, Дим, Глумилино, Йылҡыбай һәм Нуғай райондарында торлаҡ төҙөлөшө тормошҡа ашырыласаҡ. Шулай итеп, Өфөнөң төп үҫеше көньяҡ-көнбайыш йүнәлешендә барасаҡ. Бынан тыш, Салауат Юлаев проспекты буйында ла төҙөлөш майҙаны барлыҡҡа киләсәк.
       - Майҙандар, производство ҡеүәте бар. Ни өсөн был райондарҙа төҙөлөш йәйелдерелмәй?
       - Тота һалып ҡына Дим һәм Затонды төҙөп булмай. Киң төҙөлөш өсөн һәр районда инженер селтәрҙәре - йылылыҡ, электр, һыу һәм газ менән тәьмин итеү - үткәрергә кәрәк. Киң төҙөлөш өсөн тәғәйенләнгән участкалар үҙләштереүгә әҙер түгел, шуға күрә коммуникация үҙған райондар еренә һорау ҙур.
       - Һуңғы йылдарҙа Өфөлә торлаҡҡа хаҡтар күтәрелеүе күҙәтелә, был сәбәп булып торғандыр, моғайын?
       - Эйе, әҙер майҙан булмауы арҡаһында торлаҡҡа хаҡтар арта. Баш ҡаланың алыҫ райондарында объекттарҙың үҙҡиммәте, үҙәккә ҡарағанда, юғары. Тағы бер сәбәп - төҙөлөш материалдарына хаҡтарҙың артыуы. Бер йылда улар 25 тапҡырға артты.
       - Милли проектҡа килгәндә, һеҙҙең компания нимә тәҡдим итә ала?
       - Стәрлетамаҡта беҙҙең предприятие "Промрегион" дәүләт ҡарамағында булмаған пенсия фонды менән берлектә башланғыс торлаҡ төҙөлөшөнә средстволар һала һәм үҙенең вкладсыларына торлаҡ һатып алыуҙа ссуда бирә. Үткән йылда беҙ фонд менән берлектәге программа сиктәрендә беренсе торлаҡ тапшырҙыҡ. Быйыл тағы ла бер торлаҡ тапшырыу планлаштырыла. Бер һүҙ менән әйткәндә, республиканың төҙөлөш комплексы барыһын да эшләй.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал