6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Армиялағы хәлдәр тураһында...
04.05.07


       Хәрби хеҙмәткә саҡырыу ҡыҙғандан-ҡыҙа бара, мәғлүм булыуынса, ул йәштәргә рух дәрте өҫтәмәй. Сессияһын ваҡытында тапшыра алмаусыларҙың тап ошо яҙ айында хәрби комиссариатҡа эләгеүе ихтимал... Күптәр ҡасандыр армия сафында хеҙмәт итергә теләй ине (ата-әсәйҙең һөйләгәндәрен иҫемә төшөрөм), ә хәҙер унан ҡасалар. Әлбиттә, быға сәбәптәр бар: армия сафына яңы килеүселәрҙе ҡыйырһытыу, һалдаттар менән һатыу итеү, офицерҙарҙың һалдаттарҙы инвалидлыҡҡа һәм үлемгә алып килгән башбаштаҡлығы һәм законһыҙлығы.
       - Армиялағы хәлдәр һәйбәт булһа, хеҙмәт итергә мин барыр инем, - ти Башҡорт дәүләт университетының икенсе курс студенты Виталий. - Мин аҡылһыҙ түгел, яңылыҡтар менән танышып барам, армия сафынан ҡайтҡан егеттәр менән аралашам. Күрәм, улар ҡарт бүре булып йә инвалидҡа әйләнеп ҡайта... Әйтерһеңдә улар зонала ултырған. Һәм мин үҙемсә һығымта яһайым. Армияла туҡмаманылар һәм кәмһетмәнеләр тигән һүҙҙе ишеткәнем юҡ. Бындай шарттарҙа кемдең армия сафында хеҙмәт итәһе килһен?
       - Мин армиянан ҡайтҡас, дуҫлашып йөрөгән ҡыҙым мине ташланы. Минең менән ул һөйләшә алманы, сөнки мин, уның һүҙҙәре буйынса, тупаҫ һәм ҡаты тәбиғәтле кешегә әйләнгәнмен, - тип һөйләй элекке хәрби хеҙмәткәр Александр. - Ул мине ике йыл көттө, хаттар яҙҙы, мине көтөп алды... Мин тәүге ваҡытта уға асыулана инем, уны аңламаным. Ә хәҙер йылдар үтеү менән, аңлайым. Армиянан башҡа бер нәмә лә һөйләмәй инем бит. Минең һөйләгәндәрҙән ул хайран ҡала ине...
       - Кеше тормошта эш менән мәшғүл икән, уға армия кәрәкме?, - ти Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенты Иван. - Минең ҡарашҡа, хеҙмәт итеү ниндәй генә "яҡшы" булмаһын, ҡайһы бер профессия вәкилдәренә насар тәьҫир итә. Миҫал өсөн, музыканттарҙы ғына алып ҡарайыҡ: улар көнөнә бер нисә сәғәт шөғөлләнергә тейеш. Армияла хеҙмәт итеү уларҙың карьераһына крест ҡуясаҡ: ике йыл буйына музыка менән шөғөлләнмәгән кеше юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә алмай.
       Егеттәрҙең һорауы күп. Уларҙан ни өсөн патриотизм талап ителә? Армияла йыш ҡына хәрби әҙерлек урынына башҡа эштәр менән шөғөлләнергә тура килә... Улар быны аңлай алмай.
       - Минең улым ике йыл элек армиянан ҡайтты, - ти Наталья. - Ҡырымда хеҙмәт итте. "Улым, һине унда туҡманылармы?" тип һораным. Төрлө саҡтар булды, ти ул. Мин артабан һорау биреүҙән тыйылдым, әҙерәк тынысланһын, аҙаҡ үҙе яйлап һөйләр әле, тинем. Тап шулай килеп сыҡты ла. Күренеп тора, Володяның ул ваҡыттарҙы иҫенә алаһы килмәй, уның хеҙмәтен хәрби әҙерлек тип әйтеп булмай. Володя башҡа иптәштәре менән сусҡа көткән, ҡарбуз үҫтергән. Ике йыл ваҡытын бушҡа уҙғарғанына уның асыуы килә. Ә мин уның имен-һау әйләнеп ҡайтыуына Хоҙайыма рәхмәт яуҙырам.
       - Армия - йәмғиәт һыны, - тип һанай Сергей (уның ике улы бар). - Төрмәлә ултырып сыҡҡан кешеләр армия сафына алына башлағас, хеҙмәткә яңы алыныусыларҙы ҡыйырһытыуҙар башланды. 18 йәшлек егеттәр улар менән һуғыша аламы һуң? Енәйәтселәр үҙҙәренең тәртибен урынлаштыра, һәм хәҙер армияла дисциплина ҡурҡыныс нәмә. Бында патриотизм тураһында һөйләүе лә оят...
       - Армияла үҙгәрештәр булырға тейеш, - ти Байкал арты хәрби округында хеҙмәт иткән Алексей. - Беренсенән, патриотик рух тәрбиәләһендәр һәм хәрби әҙерлеккә өйрәтһендәр, армияла эш хаҡы индереү кәрәк. Беҙгә, мәҫәлән, армияла бер тин дә түләмәнеләр... Бынан тыш, техник база һәм көнкүреш шарттары юғары кимәлдә булырға тейеш.
       Ата-әсәләр һәм балалар, йәштәр һәм уларҙың ата-әсәләре армияға ҡарата кире ҡарашта, һәм уларҙы аңлауы ҡыйын түгел. Армияны нисек итеп яҡшыртырға, һәм ул мөмкинме? Күптәр мөмкин тип һанай. Тик быны нисек эшләргә һуң? Бәлки, офицерҙар составын ныҡлап ҡулған алып, хеҙмәт итеү срогын бер йылға ҡыҫҡартып, үҙенән-үҙе үҙгәрер...
       Өфө хәрби комиссариаты хеҙмәткәрҙәре был турала нимә уйлай икән? Подполковник Олег Корнилов һүҙҙәренә ҡарағанда, армиялағы кире күренештәр булыуында офицерҙарҙы ғына ғәйепләп булмай.
       - Кеше армияға аяҡ баҫыу менән законһыҙлыҡҡа юлығамы? Мин бының менән килешмәйем. Армия - ул экстремаль шарт, стресс, ҡаты дисциплина. Армия сафына эләгеүселәрҙең ҡайһы берҙәре үҙҙәрен лайыҡлы, ысын ирҙәрсә тота, ә ҡайһы берәүҙәр ҡыйынлыҡтарға бирешә. Шуға күрә идеаль армия була алмай - кешеләр бер төрлө түгел бит. Әммә Рәсәй армияһын яҡшыртыу кәрәк. Минең уйымса, Германиялағы кеүек, ҡатнаш армия системаһы: хеҙмәткә алыныусылар ярты, 1 йыл хеҙмәт итә.
       Быйылғы яҙғы сағырыу элеккеһенән нимә менән айырыла һуң? Подполковник Юрий Алферов яуап бирә:
       - Был юлы хеҙмәт итеү срогы ике йылдан йыл ярымға ҡыҫҡартыла.
       - Армияла хеҙмәт итеүҙән кисектереү бармы?
       - Киң таралған кисектереү - уҡыуға бәйле. Уҡыу йорттарында уҡығандар, шулай уҡ аспирантураға һәм докторантураға инеүселәр армияға алынмай.
       - Яҡташтарыбыҙ "ҡыҙыу нөктәләрҙә" хеҙмәт итәме?
       - Улар Башҡортостан территорияһында ҡалмай - бөтә Рәсәй буйынса, унан ситтә хеҙмәт итә. Әммә ата-әсәләр улар өсөн ҡурҡырға тейеш түгел - егеттәр "ҡыҙыу нөктәләргә" эләкмәй. Унда контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр ебәрелә.
       Ҡасандыр армияны "батырлыҡ мәктәбе" тип йөрөткәндәр. Ул бөгөнгө көндә шулай булып ҡала. Армияла хеҙмәт итеүҙән ҡурҡырға кәрәкмәй - хеҙмәт итергә кәрәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал