6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Тормош тарихы

Өлкән йәштәге яңғыҙҙар яҙмышы...
03.05.07


       Өфөлә йәшәүсе 50 йәшлек ҡатын оло йәштәге ирен үлтергәне өсөн ун бер йылға иркенән мәхрүм ителде. Уның көтмәгәндә килеп сыҡҡан ғаилә бәхәсе тураһындағы юрауы дөрөҫкә сыҡманы, суд (фатир арҡаһында) файҙа алыу ниәте менән ҡылынған эш тип таныны. Ҡатын суд ҡарарына ялыу бирә.
       Бөйөк Ватан һуғышы алдынан бер ҡатын өс йәшлек Федяны балалар йортонан ала. Уның тәрбиәһе лә Федя яҙмышында эҙ ҡалдырғандыр, моғайын. Ҡатын Федяға өйләнергә рөхсәт итмәй: башта белем алырға өгөтләй, аҙаҡ инде уға Федя танышҡан ҡатын-ҡыҙҙар оҡшамай башлай. Ул 2000 йылдың февралендә, 62 йәшлек Федяның бер үҙен Өфөлә ике бүлмәле фатирҙа ҡалдырып, вафат була.
       Федя быраулау эштәрендә тау инженеры булып эшләй. 90-сы йылдарҙа Ҡаҙағстанда эшләгән осорҙа мауыҡтырғыс эш яҙа башлай. Советтар Союзында ул яңылыҡ булыр ине лә бит, әммә... СССР тарҡала. Федор Иванович Ырымбур өлкәһенә күсә, әммә унда нефть асышы таралыу сәбәпле ул хеҙмәткәрҙәр һанын кәметеүгә эләгә. Ул ваҡытта Федор Ивановичҡа пенсияға тиклем дүрт йыл ҡалған була. Ул төшөнкөлөккә бирелә башлай: йәшел йылан менән дуҫлаша. Уға күршеләре өйләнергә кәңәш итә. "Мин аҡылһыҙ түгел: ҡатын-ҡыҙҙар мине алдаясаҡ, ә мин фатирҙан ҡолаҡ ҡағасаҡмын", тип яуаплай ул.
       2005 йылда Федор Иванович үҙенең 67 йәшен билдәләгән ваҡытта өйләнергә була. Быға күптәр аптырап тигәндәй ҡала. Хәйер, башта ул ҡәнәғәт кеүек ине. "Минеңсә, үҙен өйләнгән кеше кеүек хис итеүе уға оҡшай ине", - ти уның күршеһе. Беренсе һәм һуңғы тапҡыр уның үҙ ғаиләһе булды, һәм ул ышанды - кемгә бит әле?
       Эйе, Ғәлимәнең тормош юлы ауыр була. Ул ике тапҡыр кейәүгә сыға, әммә ике улы менән яңғыҙы ҡала. Ул һатыу менән дә шөғөлләнеп ҡарай, әммә уңышһыҙ эше өсөн уға үҙ фатиры менән түләргә тура килә. Ғәлимә Урта Азияға сығып китә, әммә 1999 йылда Өфөгә әйләнеп ҡайта. Ул һатыусы булып эшкә урынлаша, сикәнеп тормайынса һатып алыусыны алдай башлай. Бындай ҡылығы өсөн Орджоникидзе районы уны ике тапҡыр хөкөм итә.
       2005 йыл башында ул Оля әхирәте аша Федор Иванович менән таныша. Ир кешегә Ғәлимә оҡшай: ҡатын уның фатирында тәртип урынлаштыра, тиҙ арала ғына ремонтлап та ҡуя, металл ишек ҡуйҙыра, Федор Иванович башлаған фатир хосусилаштырыу мәсьәләһен дә, уның менән ниҡах теркәү ваҡытын да һә тигәнсе эшләп ҡуя. Федор Иванович дүрт көндән һуң милек һәм фатир яңы ғына өйләнешкән кешегә ҡалыуы тураһында васыятнамә яҙа. Ғәлимәгә был аҙ күренә: ул үҙенең ирен раҫланған танытма бирергә өгөтләй башлай, уға ярашлы Ғәлимә уның фатирын һатыу һәм Өфөлә икенсе бер фатир һатып алыу хоҡуғына эйә була. Июнь аҙаҡтарында фатирға бар документтар ҙа әҙер була. Ә торлаҡ хужаһы август аҙаҡтарында яҡты донъянан китә...
       Федор Ивановичтың туған-тыумасаһы борсола башлай. Ул үҙенең яҡындарына ҡарата һәр саҡ йылы мөнәсәбәттә була. Әммә яҙмышындағы әсе үҙгәрештәр уның холҡон үҙгәртмәй ҡалмай. Ул һәр нәмәгә шикләнеп ҡарай, ышанмай башлай. Ул ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа дауаханаға эләгә башлай. Үҙенең яңғыҙ булыуына ҡарамаҫтан, Федор Ивановичтың һаулығы ныҡ була. Ул балыҡ тоторға, еләк йыйырға ярата. Әммә ниҡах теркәү менән ҡапыл ғына ауырый башлай: башта ул дауаханаға эләгә, аҙаҡ уны баш ҡала автовокзалында табып, һушһыҙ килеш ағыуланыу билдәһе менән 8-се дауаханаға оҙаталар.
       Был көндө уның алыҫ туғаны - врач дежурҙа була. Федор Иванович аңына килә, һәм вокзалға нисек килеп сығыуы тураһында һөйләй. Аҙаҡ ҡатыны менән еләккә йыйыныуы хаҡында ла бәйән итә. Туғандары уның нисек итеп ағыуланыуын асыҡларға тырыша. Әммә милиция был эш менән шөғөлләнмәй, шуға күрә анализ алынмай. Федор Иванович дауахананан ваҡытынан алдан сыға - хәлһеҙ, таяҡҡа таянып тигәндәй. Уның туғандары бер нисә тапҡыр хәл белеү ниәте менән өйөнә бара, әммә Ғәлимә "ул балыҡ ҡармаҡларға китте" тип яуаплай һала. Улар йорт идаралығына юллана. Бындағы яңылыҡ уларҙы хайран ҡалдыра: ағалары фатирҙы һатҡан һәм башҡа ерҙә теркәлгән булып сыға. Улар шунда уҡ күрһәтелгән ергә юл ала, унда йәшәүселәрҙән һораша: оло йәштәге ирҙе күреүсе бер кем дә булмай, тик үҫмер малайы менән ҡатын ғына...
       Федор Ивановичтың туғандары милицияға мөрәжәғәт итә. Асыҡланыуынса, туғандары менән бер үк ваҡытта уның ҡатыны ла иренең хәбәрһеҙ юғылыуы тураһында ғариза биргән булып сыға. Уның ғаризаһына ҡарағанда, 2005 йылдың 19 октябрендә улар бергә урамда йөрөгән була. Ул өйөнә әйләнеп ҡайта, ә Федор Иванович - хәбәрһеҙ юғала.
       2006 йылдың май башында енәйәт эше ҡуҙғатылмай: ҡатынының юбилейына балыҡ алып ҡайтырға вәғәҙә биреп, иҫерек ир балыҡҡа китә. Бында нимә тикшерергә? "Милекте тартып алыуға бәйле юғалыу... ир кешенең енәйәт ҡорбаны булыуы тураһында һығымта яһарға нигеҙ булып тора". 1-2 айҙан һуң Ғәлимә ҡулға алына.
       Ул ҡылған эшен инҡар итмәй. Әммә үҙ файҙаһына булыуын танымай. Уның юрауы буйынса, ире көнләшкән булып сыға, ҡатын бер нисә тапҡыр иренең башына һуға (экспертиза бит, баш һөйәге, ҡабырғаларҙың күп ярсыҡлы һыныуҙарын теркәгән).
       Айырылышып һәр кем үҙ бүлмәһендә йәшәһә лә булған да бит. Әммә Ғәлимә был проблеманы үҙенсә хәл итә - үлем һайлай. Ул һуңғы сиккә тиклем барыһын да алдап килә: имеш, ире балыҡҡа китте... Матур ғаилә тураһында хыялланған кеше был енәйәтте ҡыла алыр инеме? Өсөнсө иренең дә сәйер вафат булыуы иғтибарһыҙ ҡалалмай... 1999 йылда ул Глинка урамында бер бүлмәлә йәшәй, һәм яңғыҙ йәшәгән 62 йәшлек Хәлим ҡартты хәстәрләй башлай. Хәлим ҡарттың күршеләре әйтеүенсә, Ғәлимә ирҙе иҫерткәнсе эсерә башлаған һәм никах теркәү менән Хәлим үлеп киткән. Милиция Хәлим ҡартты 2000 йылдың 30 декабрендә күрше йорт ихатаһында һушһыҙ килеш табып ала. Меҫкенең ике аҙна һушына килә алмай вафат була. Экспертиза уның билдәһеҙ ағыу менән ағыуланыуын асыҡлай.
       Өлкән кешеләрҙең яңғыҙ ҡалыуы бына нимәгә килтерә: улар бер кемгә лә ышанмаған кеүек - хатта туғандарына ла, әммә һөҙөмтәлә кемдәр ҡулына эләгә бит...

Жанна Ягодкина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал