6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Эшҡыуарлыҡ

Инвестициялар күп булмай
28.04.07


       Өфөлә үткән "Эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар - төбәк үҫешенең хәҙерге заман факторҙары" Башҡортостан Республикаһы Асыҡ форумы тураһында мәҡәләмде ошо киң таралған, был осраҡта бер аҙ үҙгәртелгән хәҡиҡәттән башларға теләйем. Ысынлап та, аҡса бөтәһенә лә кәрәк, һәм ул, ҡағиҙә булараҡ, һәр ваҡыт етмәй. Ә инвестициялар - улар яңы производстволар, станоктар, технологиялар, заманса сауҙа- эшлекле комплекстары, ҡунаҡханалар һәм башҡалар. Төбәккә аҡса ни тиклем күберәк инһә, ул шул тиклем тиҙерәк үҫешә, халҡы шул тиклем байыраҡ йәшәй.
       Башҡортостанды хаҡлы рәүештә юғары инвестициялар йәлеп итеүсе төбәк тип атайҙар. Беҙҙә быға булышлыҡ итеүсе факторҙар байтаҡ. Беренсенән, социаль тотороҡлолоҡ. Икенсенән, һуңғы ун йылда иҡтисадтың үҫә барыуы. Өсөнсөнән, географик яҡтан уңайлылыҡ: Евразия территорияһында транспорт логистикаһы күҙлегенән Башҡортостан идеаль инвестиция майҙансығы булып тора. Бынан тыш, эшҡыуарлыҡты
       дәүләт яҡлауы системаһы, эшҡыуарлыҡ инициативаларын тормошҡа ашырыу өсөн тейешле шарттар булдырылған. Әлбиттә, бындай төбәккә инвестициялар йәлеп итеү күпкә еңелерәк. Әммә, бынан тыш, үҙ көсөңдө лә һалырға кәрәк.
       Бөтә донъяла иҡтисади үҫеш һәм социаль тотороҡлолоҡтоң мөһим факторы булып торған бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү өсөн инвестициялар йәлеп итеү - төп бурыс. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәйгә эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең уртаса донъя кимәленә етеүгә алыҫ әле. Шуға күрә Рәсәй Федерацияһының бизнес-йәмғиәте алдына эске тулайым продуктты булдырыуҙа бәләкәй һәм урта бизнес өлөшөн икеләтә арттырыу маҡсаты ҡуйылды.
       Дүрт йөҙгә яҡын делегатты йыйған форумда һөйләшеү ошо юҫыҡта алып барылды. Әйтергә кәрәк, бындай форум Өфөлә икенсе тапҡыр үткәрелә. Форумды асып, БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Радий Хәбиров, сара Рәсәй Президентының РФ Федераль Йыйылышына сираттағы Мөрәжәғәтнамәһен уҡып ишеттергәндән һуң үткәрелә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Мөрәжәғәтнамәлә илдә эшҡыуарлыҡты артабан үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә.
       Форумдың икенсе өлөшө эксперттар яғынан фекер алышыу формаһында үтте. Һүҙ, башлыса, Башҡортостанда эшҡыуарлыҡты дәүләт яҡлауы программаларын үҫтереү тураһында барҙы.
       БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министры урынбаҫары Айҙар Хәлилов йыйылыусыларҙы Башҡортостан Республикаһында 2007 йылға эшҡыуарлыҡты дәүләт яҡлдауы программаһы һәм 2010 йылға тиклем уның үҫеш перспективалары менән таныштырҙы.
       Форумда көтөлмәгәндә, рәсми булмаған байрам сифатында БР эшҡыуарҙар көнөн булдырырға, тигән тәҡдим яңғыраны. Уны
       үткәреү датаһын 27 апрель итеп, йәғни Өфөлә сираттағы эшҡыуарҙар форумы үткән көндө, тәғәйенләргә мөмкин, тине Андрей Назаров. Делегаттар был тәҡдимде бер тауыштан хупланы.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал