6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Даталар

Күңелдәрҙә наҙ уятып, Май байрамы яҡынлаша
28.04.07


       Мәктәптә уҡыған саҡта Беренсе Май демонстрацияһына йөрөгән саҡтар яҡшы хәтерҙә ҡалған. Ата-әсәйҙәребеҙ ул саҡта
       мотлаҡ ҡатнашырға тейеш ине, ә уҡыусыларға - мотлаҡ түгел. Әммә беҙгә байрам трибуналары алдынан "Ура!" ҡысҡырып уҙыу бик ҡыҙыҡ була торғайны. Ул саҡта беҙҙе, шулай уҡ башҡаларҙы ла, байрамдың сәйәси яғы артыҡ ҡыҙыҡһындырмағандыр инде, ә "Тыныслыҡ! Хеҙмәт! Май!" лозунгыһы яҙ, ял, байрам кәйефе менән бергә ҡушылғандыр.
       Май байрамдарының тарихы борондан килә. Өс мең йыл элек
       Боронғо Италия халҡы ер һәм уңдырышлылыҡты ҡурсалаусы Майя Аллаһына баш эйгән. Уның хөрмәтенә яҙҙың һуңғы айын май тип атағандар, ә уның беренсе көнөндә байрам ойошторғандар.
       1 Май байрамының Хеҙмәтсәндәрҙең теләктәшлек көнө булараҡ тарихы 1889 йылдың июленән башлана. Ул саҡта II Интернационал Конгресы Чикаголағы эшсе американдарҙың капиталистарға һәм эксплуататорҙарға ҡаршы героик көрәше тураһында был изге хәтер көнөн йыл һайын "бөтә донъя пролетариаты менән" байрам итеү тураһында ҡарар ҡабул итә.
       Улар 1886 йылдың 1 майында һигеҙ сәғәтлек эш көнө талап итеп забастовка һәм демонстрация ойоштора, әммә ул аяуһыҙ баҫтырыла.
       Коммунистар тәүге тапҡыр 1 Майҙы 1890 йылда Варшавала билдәләй. Совет осоронда 1 Май дәүләт байрамына әйләнә. Уны бөтә донъя хеҙмәтсәндәре менән теләктәшлектән бигерәк,
       май байрамдары баҡсала ер ҡаҙыу, картуф, кишер һәм һуған ултыртыу мөмкинлеге биргән өсөн яраталар.
       Хәҙер элекке көнсығыш демократияһы илдәре Евросоюзға һәм НАТО-ға ингән, һәм 1 Майҙа колонна менән партия бонзалары теҙелгән трибуна эргәһенән уҙыуҙы онотҡан инде. Элекке СССР республикаларында үткән тураһында хәтер тере әле. Ҡаҙағстанда 1 Май Ҡаҙағстан халыҡтарының Берҙәмлек көнө булараҡ байрам ителә. Украинала ла был көндө коммунистар майҙанға сыға.
       Ҡайһы бер илдәрҙә 1 Май элеккесә дәүләт байрамы булып ҡала. Мәҫәлән, Көньяҡ Африка Республикаһында Теләктәшлек көнө власть етәкселегендә үткәрелә. Сицилияла кесеһенән алып олоһона тиклем Беренсе Май байрамында болон сәскәләре йыя, улар, халыҡ ышаныуҙары буйынса, бәхет килтерә. Испанияла 1 Май Бөтә сәскәләр байрамы тип иҫәпләнә.
       Прагматик американдар 1 Майҙа эшләй. Европа илдәре лә Чикаго эшселәренең героик көрәшен иҫкә алмай. Уның ҡарауы,
       Англияла был көн - ял.
       Илебеҙҙә 1 Май оҙаҡ ваҡыт Халыҡ-ара хеҙмәтсәндәрҙең теләктәшлек көнө итеп билдәләнде. 1992 йылда уны Яҙ һәм хеҙмәт байрамы итеп үҙгәрттеләр. Әммә ҡайһы бер партиялар был көндө элеккесә митинг һәм демонстрациялар үткәрә. Әммә халыҡтың күбеһе май байрамында баҡсаһына эшләргә китә, йә булмаһа урманға ял итергә сыға.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал