6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Ким Ир Сен Кушнаренкола булғанмы?
27.04.07


       Ким Ир Сенды тыуған илендә корей халҡының "Бөйөк юлбашсыһы" тип йөрөтәләр. "Совет энциклопедияһы һүҙлеге"ндә (1984) биографик белешмәлә уның тураһында: "Ким Ир Сен (1912 йылда тыуған), Корея һәм халыҡ-ара коммунистик хәрәкәт эшмәкәре, КХДР маршалы, ике тапҡыр
       КХДР Геройы, КХДР-ҙың Хеҙмәт Геройы, Кореяның Хеҙмәт партияһы Үҙәк Комитеты секретары, 1972 йылдан КХДР президенты", тип әйтелгән.
       Маршал Ким Ир Сенға 80 йәше тулыу айҡанлы, Юғары халыҡ
       йыйылышы Президиумы уға иң юғары хәрби звание - генералиссимус - бирә.
       Сәйәси эшмәкәрҙең биографияһы "Ҙур Совет энциклопедияһы"нда бар. Ул 1912 йылдың 15 (27) апрелендә
       Пхеньян эргәһендәге Мангендэ ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Үҫмер сағынан революцион хәрәкәттә ҡатнаша. Ул Японияға ҡаршы милли-азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы атаһы Ким Хен Чектан өлгө ала. Шуға күрә лә ғаилә Кореянан Төньяҡ-Көнсығыш Ҡытайға күсеп китә. Ким Ир Сенға ул саҡта 12 йәш була. Мәктәп йылдарынан уҡ ул корей һәм ҡытай йәштәре араһында лидер була, уларҙы япон
       илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшкә туплай. 1931 йылда компартияға инә һәм тиҙҙән корейҙар партия отрядын ойоштора, ул партизандар армияһы, һуңыраҡ Корея халыҡ- революцион армияһы булып үҫешә. Ким Ир Сен етәкселегендәге армия Төньяҡ-Көнсығыш Ҡытай территорияһында һәм Кореяның төньяҡ райондарында япон илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшә.
       Ким Ир Сендың Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы биографияһы беҙҙең тарихи әҙәбиәттә бик аҙ бирелгән.
       1992 йылғы "Эхо планеты" журналында, Ким Ир Сен бер төркөм партизандар менән әллә 1941, әллә 1942 йылдың ҡышында, Кореяға баҫып ингән япондарҙан йәшеренеп, совет- Корея сиге аша үтә, тип яҙылған. Был Хабаровскиҙан 70 саҡырым алыҫлыҡта Вятка ауылында була. Ошо ваҡытта Ким Ир Сен тормош иптәшен, крәҫтиән ғаиләһенән Ким Чон Сук исемле ҡатынды осрата. Ул да япондар баҫып алған Кореянан ҡасҡан була. Һуңыраҡ уны "япондарға ҡаршы партизандар көрәше героиняһы" тип атайҙар. Ихтимал, ул партизандар лагерында хужалыҡ эштәрен үтәгәндер. "Тап совет Алыҫ Көнсығышында, Хабаровскиҙан йыраҡ түгел, уларҙың беренсе
       сабыйы донъяға килә, уның ике исеме була - корейса Чен Ир
       һәм русса Юра. Ошонда уҡ 1944 йылда Ким Чон Сук икенсе улын - Шураны таба, ул 1947 йылда Пхеньянда быуала батып үлә. Төньяҡ Кореяға ҡайтҡас, Ким Ир Сен менән Ким Чон Суктың өсөнсө балалары - ҡыҙҙары Ким Ген Хи тыуа".
       1993 йылда "Китап" нәшриәтендә "Донъя генералиссимустары" тигән китап сыға. Уның авторҙары Фәтих
       Уразов менән Юрий Черненко "Ким Ир Сен һуғыш ваҡытында
       СССР-ҙа, Алыҫ Көнсығышта, булған, Пхеньянға ул 1945 йылда Ҡыҙыл Армия капитаны погонында ҡайта" тип раҫлай.
       Ким Ир Сендың биографияһында күп нәмә сер булып ҡала. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Кореяны азат иткәнгә тиклем
       ул нимә менән шөғөлләнгән һуң?
       Билдәле булыуынса, 1941 йылдың октябренән 1943 йылдың майына тиклем Өфөлә донъя коммунистары штабы - Коммунистик Интернационалдың Башҡарма комитеты урынлашҡан була. Өфөлә халыҡ-ара коммунистик хәрәкәттең
       танылған эшмәкәрҙәре Георгий Димитров, Пальмиро Тольятти, Вильгельм Пик, Клемент Готвальд, Морис Торез һәм
       башҡалар эшләй.
       ...30 йыл элек мин "Планета гвардеецтары. Коминтернсылар
       Башҡортостанда" китабы (1978 йылда сыға) өсөн материалдар
       йыйғайным. Минең яҙыу кенәгәмдә Кушнаренко ҡарттарының иҫтәлектәренән юлдар һаҡланған, улар араһында - ғалим Стреляева, партия райкомы секретары Ғәлиев, һуғыш ваҡытындағы Совнарком рәйесе урынбаҫары Сәйетбатталов һәм партия өлкә комитеты секретары Усманов. Әйткәндәй, Сәйетбатталов менән бергә беҙ Кушнаренкола булдыҡ. Баҡһаң, Ким Ир Сен Коминтерндың Кушнаренко мәктәбендә булып киткән икән, ә унда мотлаҡ Өфө аша барыла. Ул күптәрҙең хәтерендә ҡалған. Ким Ир Сен рус телен насар белгән, әммә халыҡ алдында тәржемәсеһеҙ, русса сығыш яһаған.
       1945 йылдың 15 авгусында япон частарын ҡыйратҡас, совет ғәскәрҙәре Совет Кореяһы территорияһына аяҡ баҫа. 1945-46 йылдарҙа Ким Ир Сен Корея компартияһының Төньяҡ Корея ойоштороу бюроһы яуаплы секретары була.
       1946 йылдың авгусында Кореяның хеҙмәт партияһы ойошторола, тиҙҙән уның рәйесе итеп Ким Ир Сен тәғәйенләнә. 1948 йылдың 9 сентябрендә донъя картаһында Корея Халыҡ Демократик Республикаһы барлыҡҡа килә. КХДР-ҙа күп реформалар, үҙгәртеп ҡороуҙар үткәрелә. СССР
       яғынан иҡтисади ярҙам ҙур әһәмиәткә эйә була.
       1948 йылдың сентябренән КХДР хөкүмәтен Корея Хеҙмәт партияһы Үҙәк Комитеты етәксеһе Ким Ир Сен етәкләй (1972
       йылдың декабренән - КХДР президенты). КХДР менән СССР араһында дипломатик мөнәсәбәттәр 1948 йылдың 12 октябрендә урынлаштырыла. Мәскәүгә хөкүмәт делегацияһы башында Ким Ир Сен килә.
       Ким Ир Сен - 32 томлыҡ әҫәрҙәр йыйынтығы авторы, унда 1930 йылдан алып 1977 йылға тиклем осорҙағы мөһим эштәр
       ингән. Бәлки, әҫәрҙәр йыйынтығында йәки уға әҙерлек материалдарында Башҡортостанға килеп китеүе тураһында ла
       телгә алынғандыр. Һәр хәлдә шуға ышанғы килә.

Юрий Узиков
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал