6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Һайлауҙар

Президентлыҡҡа кандидат юғалды
13.02.04


       Һуңғы осорҙа Именлек Советының элекке секретары, РФ Пр езиденты креслоһына дәғүә итеүсе Иван Рыбкин тирәһендә байт аҡ шау - шыу булып алды.
       Ғаиләһенә лә, башҡа бер кешегә лә әйтмәй "ҡапыл юғалған"
       РФ президентлығына кандидатты нисәмә көн милиция һәм федера ль именлек хеҙмәте эҙләне. Ә ул иһә,"бөтә ығы -зығынан арып" , Киев ҡалаһында тыныс ҡына ял итеп ятҡан, имеш...
       Әммә "юғалғанға тиклем" Лондонға барып, сәйәси күҙәтеүсе ләр биәләүенсә, унда Борис Березовский менән һөйләшкән. Аҙым
       һайын үҙен эҙәрлекләүҙәренә зарланған Рыбкиндың был малайҙа рса ҡылығы бер ниндәй ҙә ҡанундарға һыймай. Шуға ла хәбәрсе ләр менән һөйләшкәндә ире тураһында "Бахыр Рәсәй, уның менә н шундай кешеләр етәселек итергә теләй бит" тип көрһөнөүсе ҡ атынын аңлап була. Уның ял итергә китеүен Альбина Рыбкина бе лергә тейештер бит.
       Тағы ла шуныһы бар: президентлыҡҡа теркәлгән көйө генә
       арыған кандидаттан киләсәктә йүнле эш сығырмы икән Бик ш икле, шикле... Рәсәй кеүек ҙур дәүләткә етәкселек итеү өсөн
       теләк, ул ни тиклем ҙур булмаһын, һәм амбициялар ғына етмә й шул. Аҡыл көсө, эшлеклелек, тәүәкәллек, ҙур психологик әҙе рлек тә талап ителә.
       Рыбкиндың төрлө ысулдар менән әлеге президент Путиндың рейтингын төшөрөргә маташыуы һәм ошо маҡсатта күрәләтә ҡотҡо ға барып етеүе уның былай ҙа түбән дәрәжәһен юҡҡа сығара.
       Әлбиттә, уғрылыҡ юлы менән тупланған байлыҡтарын һаҡлап ҡалыу өсөн бөгөн олигархтар нисек тә Владимир Путинды алып т ашлау яғын ҡайғырта.
       Ә инде рәсәйлеләрҙең күпселеге әлеге Президент өсөн тауы ш бирәсәктәре көн кеүек асыҡ. Ә был иһә олигархтарҙың маҡсат тарына ҡаршы килә. Шуға күрә Путинды һайлау дистанцияһынан с итләштереү өсөн улар башҡа юлдар эҙләйәсәк.
       Шуныһы хәүефле: әлеге мәлдә Путинға ҡаршы йәшертен һүҙ берекетеү Рәсәй сиктәренән тыш, Лондон тирәһендә, алып барыл ыуы бөтәһен лә мәғлүм. Был йәшертен сәйәси уйындарҙың башын да, әлбиттә, Иван Рыбкиндың кендек малайы -Борис Березовский
       тора. Әммә халыҡты бөгөн алдатып булмай шул. Үҙенең имен то рмошо өсөн нимә кәрәклеген ул яҡшы белә.

Сергей Жердяев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал