6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Антошкиндың ҡаһарманлығы
26.04.07


       1986 йылдың 26 апрелендә кис генерал Николай Тимофеевич
       Антошкинды туранан-тура өйөнән Киев хәрби округы Хәрби Һауа Көстәре командующийына саҡырталар. Чернобыль атом станцияһында авария. Станция Чернобылдән 18 километр алыҫлыҡта Припять ҡалаһында урынлашҡан. АЭС күптән түгел генә төҙөлгән. 1981 йылда ике энергоблок артынан өсөнсөһөн сафҡа индерәләр. Һәр береһе 1000-әр МВт ҡеүәтле. Ә дүртенсе энергоблоктың ядро реакторы ауыҙы шартлап, радионуклидтар һәм ядро яғыулығы урғылып килеп сыға. Был ҡот осҡос ҡазаның масштабы хаҡында ул саҡта бик аҙҙар белә
       ине. Халҡы ашығыс рәүештә эвакуацияланған Чернобыль һәм
       Припять территорияһынан тыш, Украина, Белоруссия райондары, Рәсәйҙең Брянск өлкәһе лә радиоактив матдәләр менән бысраныуы тураһында һуңынан ғына беләләр.
       Авиация көрәшкә инмәһә, Чернобыль АЭС-ындағы авария эҙемтәләре тағы ла ҙурыраҡ булыр ине. Радиация юлын ҡаплау
       өсөн реакторҙың аҡтарылған ауыҙына ҡом, ҡурғаш, цементтан
       "тығын" тығырға кәрәк була.
       Генерал Антошкин бының өсөн осоусы составтан күп көс
       һәм оҫталыҡ талап ителеүен яҡшы аңлай. Әммә ул был бурысты авиаторҙарҙан башҡа бер кем дә үтәй алмауын да аңлай.
       Припять ҡалаһына генерал төнөн килә. Партия ҡала комитеты алдындағы майҙанда ул вертолет майҙансығы ҡора. Авария урынына вертолеттарҙың беренсе партияһын саҡыртып
       ала. "Припять" ҡунаҡханаһы ҡыйығында урынлашҡан команда пунктынан рация ярҙамында вертолеттар экипажы өсөн авария
       реакторынан алыҫыраҡ, хәүефһеҙерәк урындар таба. Бөтәһе лә план буйынса килеп сыға.
       Һуңынан Николай Антошкин бөтөнләй "генералға ҡағылмаған" эштәр менән шөғөлләнә. Вертолеттарҙан ташлау
       өсөн ҡом тултырылған тоҡтар кәрәк бәла. Припять тирәләй ҡом
       табыу эшен ойоштора. Тоҡтар таба. Тоҡтарҙың беренсе партияһын ашығыс рәүештә, вазифаһына һәм дәрәжәһенә ҡарап тормаҫтан, граждандар ҙа, хәрбиҙәр ҙә бергә тултыра.
       Шуның менән бер рәттән, атом станцияһы территорияһын һауанан ентекле тикшереү үткәрелә, дүртенсе блоктың аҡтарылған түбәһенә яҡынлашыу юлдары билдәләнә. Тултырылған тәүге тоҡтарҙы ташлауға тәжрибәле летчик Нестеров бара.
       27 апрелдә вертолеттар бер-бер артлы кратер өҫтөнә күтәрелеп, тоҡтарҙы ырғыта. Улар мөмкин булмағанды эшләй. Вертолет бортына 80-120-шәр килограмлыҡ бер нисә генә тоҡ
       ала. Бер ниндәй механизация юҡ: ҡулдар ҙа иңдәр. Пилоттар вертолеттың ишеген аса ла тоҡтарҙы аҫҡа төшөрә. Әлбиттә, улар был ваҡытта үҙҙәренең радиация алыуын да аңлай.
       27 апрелдә кис генерал Антошкин ғәҙәттән тыш комиссияға
       башҡарылған эш тураһында хәбәр итә. Уға, дүртенсе блокты "пломбалау" өсөн был ғына йөк аҙ, тиҙәр.
       Төн эсендә Антошкин һәм уның урынбаҫарҙары авария реакторына осоштарҙың өҙлөкһөҙ конвейер системаһын уйлап
       таба. 28 апрелдә авиаторҙар ике тапҡырға күберәк йөк ташлай.
       Антошкин һәм уның ярҙамсылары тағы бер яңылыҡ уйлап сығара. Иҫке һыйымдарға өҫтәмә тоҡтар тейәп, уларҙы вертолетҡа беркетә лә, кратер өҫтөнә ырғыта. Ташланған йөктәр күләме арта.
       Шулай итеп, 1 майға авария реакторына биш мең тонна ҡом,
       ҡурғаш һәм башҡа материалдар ырғытыла. Кратер ауыҙына тос ҡына "тығын" ҡапланыла.
       1986 йылдың 2 майындағы 7-се протоколда хөкүмәт комиссияһы: "Чернобыль АЭС-ындағы аварияны бөтөрөү менән бәйле заданиеларҙы үтәү буйынса Хәрби Һауа Көстәре
       тарафынан үткәрелгән эштәрҙең юғары ойошҡанлығын, шәхси
       составтың фиҙаҡәрлеген, авиация генерал-майоры Н.Т. Антошкиндың юғары шәхси сифатын һәм инициативаһын билдәләргә. Генерал Антошкин командованиеһындағы осоусылар отрядының атом реакторы аварияһын бөтөрөү буйынса эшен һуғыштағы алыш менән сағыштырырға мөмкин",
       - тип яҙған.
       Чернобыль АЭС-ындағы аварияны һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөүҙә күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәр хеҙмәте өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1986 йылдың 24 декабрендәге Указы менән Николай Тимофеевич Антошкинға, Ленин ордены һәм Алтын Йондоҙ тапшырып, Советтар Союзы
       Геройы тигән юғары исем бирелә.
       Ә һеҙ Советтар Союзы Геройы, хәҙер инде отставкалағы генерал-полковник, атҡаҙанған хәрби летчик, Советтар Союзы Геройҙары һәм Рәсәй Федерацияһы Геройҙары клубы рәйесе урынбаҫары Николай Тимофеевич Антошкиндың беҙҙең яҡташыбыҙ икәнен беләһегеҙме? 1992 йылдың декабрендә Башҡортостанға килгәнендә бына нимәләр тине ул:
       - Минең бөтә ғүмерем Башҡортостан менән бәйле. Мин Федоровка районының Кузьминовка ауылында тыуғанмын. Ғаиләбеҙ ҙур, заманалар ауыр ине. Бер мәл беҙгә Ҡаҙағстанға
       күсеп китергә тура килде. Ләкин йыл ярымдан һуң кире әйләнеп ҡайттыҡ. Күмертауҙа йәшәнек. Шунда мәктәпте тамамланым, Күмертау күмер разрезында, яғыулыҡ-энергетика
       үҙәгендә эшләнем. Бөтә бала сағым ошо урындар менән бәйле. Күп эшләргә тура килде, ете йәштән көтөү көттөм, бер
       үк ваҡытта уҡыным да. Ата-әсәйемдәр бында: әсәйем тере, атайым мәрхүм. Туғандарым күп ҡалалар буйлап таралышҡан: Өфөлә, Салауатта, Ишембайҙа, Стәрлетамаҡта, Мәләүездә һәм
       башҡа ҡалаларҙа. Хеҙмәтем буйынса СССР-ҙың бөтә төбәктәре буйлап йөрөп сыҡтым, сит илдә лә хеҙмәт итергә тура килде. Ләкин мин һәр ваҡыт бында әйләнеп ҡайттым. Ҡайһы саҡта йылына бер нисә тапҡыр килеү бәхете тейә ине.
       Хәҙер йылына бер тапҡыр булһа ла, мотлаҡ килеп китәм. Шунһыҙ булдыра алмайым. Минең тамырҙарым башҡорт ерендә, шуға күрә бында тартылам да. Тыуған ерҙә булып китһәң, дәрт өҫтәлгәндәй була. Үҙеңде яҡшыраҡ тояһың, күберәк эшләргә теләйһең.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал