6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Эшҡыуарлыҡ

Аҡса кәрәк: күп, тиҙ һәм "арзан"
26.04.07


       Бәләкәй бизнесҡа үҫеү өсөн нимә кәрәк? Дөрөҫ, аҡса. Ҙур, арзан һәм, әлбиттә, "оҙон". Йәғни кредит.
       Һәр кем алырлыҡ кредит... Эшҡыуарҙарҙың хыялы һәм банкирҙарҙың "баш ауырыуы". Рекламаға ышанһаң, заемалыуƒû¾ бер ҡыйынлыû ëà юҡ. Банкыларҙың күбеһе эшҡыуарға аҡса бирергә әҙер - тик кил генә. Рәсми статистика ла шундай уҡ фекер уята. Уҙған йылдың туғыҙ айында (был БР Милли банкынан алынған иң яңы мәғлүмәттәр) банкылар бәләкәй бизнес субъекттарынан 4149 заявка алған. Заемсыларҙың күбеһенең ихтыяжы ҡәнәғәтләндерелгән. Кемдер кәрәкле суммаһын ала алған, ә кемгәлер аҙыраҡ бирелгән. Иң мөһиме, биргәндәр. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең ете процентының ғына үтенесе кире ҡағылған. Тимәк, кредиттар менән ысынлап та проблема юҡмы? Бар. Статистик мәғлүмәттәрҙә лә хаталар бар.
       Эшҡыуар банкка заем алырға һорап мөрәжәғәт иткәндә уны
       теркәгәнгә тиклем үк иҫәпһеҙ-һанһыҙ заявкалар бирелгән була. Ете процент - матур, әлбиттә, ләкин бик шикле һан. Тағы ла бер сетереклек бар. Банк ни өсөн кире ҡағыуын аңлатмаҫҡа ла хоҡуҡлы. Тимәк, эшҡыуар үҙен ни өсөн кире бороп сығарыуҙарын аңламай ҙа ҡала.
       Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа банкылар эшҡыуарҙарға яҡынайҙы.
       Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында бик көслө банкылар кризисы башланды. Федераль резерв фонды күләмдәре батып барыусы банкыларҙың барыһына ла ярҙам итә алманы - бик һирәктәр генә бирешмәй тороп ҡалды.
       Яңы быуат башында Башҡортостанда һигеҙ банк ҡына бәләкәй бизнес менән эш итте. Биш-ете йылдан һуң хәл үҙгәрҙе. Бөгөн 28 банк республикалағы бәләкәй бизнес өсөн махсус продукттар тәҡдим итә. Бынан тыш, ун кредит ойошмаһында оҙайлы срокка - биш-ете йылға - заемдар алыу мөмкинлеге бар.
       2006 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда 20,5 мең бәләкәй предприятие, биш меңләп крәҫтиән (фермер) хужалығы, 70,7 меңдән ашыу индивидуаль эшҡыуар иҫәпләнә.
       Былтыр уларға бирелгән кредиттарҙың дөйөм күләме 55 миллиард һум тәшкил итте. Был бынан алдағы йылдан 44 процентҡа күберәк. Банкыларҙың кредит портфелендә бәләкәй бизнес субъекттарына бирелгән кредиттарҙың сағыштырмаса ауырлығы 18,5 процент тәшкил итә. Был күрһәткестәр һуңғы йылдарҙа тотороҡло арта бара.
       Эшҡыуарҙарға аҡса тиҙ, артыҡ мәшәҡәтһеҙ һәм бәләкәй процент менән кәрәк. БР Милли банкы рәйесе Рөстәм Мәрҙәновтың һүҙҙәренә ҡарағанда, эшҡыуарҙарҙың һорауын, башлыса, уларҙың үҙ йөкләмәһенең матди тәьмин ителешен раҫлаусы документы булмау, йәки предприятиеның финанс хәле тотороҡло булмау сәбәпле кире ҡағалар. Банк башҡа вкладчиктарҙың аҡсаһын хәүеф аҫтына ҡуя алмай.
       Тағы ла банкылар старт капиталына аҡса бирмәй. Был бик хәүефле эш. Банкылар меценат түгел, улар ҙа аҡсаны эшләп таба. Ҙур пландар һәм энтузиазмдан тыш, башҡа бер нәмәһе лә булмаған башлаусы бизнесмендарға кредит биреү банкылар өсөн үлемгә тиң. Гарантиялар системаһы кәрәк. Ә ул юҡ. Ҙур мәғлүмәти эш алып барырға кәрәк. Ә ул онотҡанда бер алып барыла.
       Бөтәһен дә иҫәпләп сығарып, банкыны бурысыңды ҡайтарырыңа ышандырырлыҡ итеп бизнес-план төҙөргә, бөтә кәрәкле документтар йыйырға кәрәк. Бының өсөн ваҡыт ҡына түгел, белем, тулы, аңлайышлы мәғлүмәт кәрәк. Ошо проблема хәл ителһә, кредит алыуҙың бер ҡыйынлығы ла булмаясаҡ, тип иҫәпләй банкирҙар.

Эльвира Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал