6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Акциялар

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә юлда алты ҡаршылыҡ
25.04.07


       23 апрелдә Глобаль юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге аҙналығы башланды. Тәүге тапҡыр бындай акция донъяның бөтә илдәрендә бер үк ваҡытта үтә. Сара Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы инициативаһы менән үткәрелә. БМО-ла, Аҙналыҡ юлдарҙа аварияларҙы кәметергә булышлыҡ итерлек байтаҡ инициативалар тыуҙырыр, тип иҫәп тоталар.
       Башҡортостанда фекер алышыу "Башинформ" мәғлүмәт агентлығында үткәрелгән "түңәрәк өҫтәл" артында башланды. Депутаттар һәм автоинспекция хеҙмәткәрҙәре, врачтар һәм юл төҙөүселәр, мәҙәниәт һәм дин эшмәкәрҙәре ысын мәғәнәһендә ойошҡан юл хәрәкәтенә юлда тәүге аҙымдарын билдәләне. Шулай итеп, дискуссияла ҡатнашыусылар фекеренсә, юлда хәүефһеҙлекте тәьмин итергә беҙгә нимәләр
       ҡамасаулай?
       1. Автомобилдәр һаны артыу менән юл инфраструктураһы үҫеше араһындағы диспропорция. БР буйынса Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы ЮХХДИ идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов үҙ сығышын тап ошо проблеманан башланы. Йыл һайын республикала "автомобилдәр көтөүе" уртаса 30 мең "башҡа" арта. 2006 йылда иһә үҫеш 50 меңдән ашыу тәшкил итте: республика Дәүләт автоинспекцияһында теркәлгән транспорт саралары иҫәбе миллиондан ашып китте. Халыҡ һанына иҫәптә бөгөн Башҡортостанда йәшәүсе һәр дүртенсе кешенең үҙ тимер аты бар.
       Күҙаллауҙар буйынса 2020 йылға Рәсәй буйынса уртаса һәр
       мең кешегә 550 автомобиль тура киләсәк - бөгөнгөнән бер ярым тапҡырға күберәк.
       2. Юлдар сифаты. Тап хәҙер, ҡыштан һуң, был айырыуса күҙгә ташлана. БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры урынбаҫары Николай Протасовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, былтыр республикала автомобиль юлдары төҙөү һәм ремонтлау буйынса ҙур эш башҡарылған - был маҡсатҡа 206,5 миллион һум аҡса тотонолған. Был эш быйыл да әүҙем алып барыла: Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек менән бәйле, юл инфраструктураһын тотоуға федераль бюджеттан да
       байтаҡ аҡса бүленә. Ә бына икенсе йылға, Һамар - Өфө - Силәбе автомагистрале идаралығы вәкиле Сергей Сорокин белдереүенсә, федераль әһәмиәттәге юлдарҙы тотоуға үҙәктән
       аҡса аҙыраҡ бүленәсәк.
       3. Водитель оҫталығына уҡытыу системаһы. Водителдәр иҫәбе машиналар һаны үҫешенән дә уҙҙыра. Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр 90 меңдән ашыу кеше водитель танытмаһы алған. Шул уҡ ваҡытта автомәктәптәрҙә уҡытыу системаһы, юлдар сифаты кеүек үк, камиллыҡтан алыҫ. Күп автомәктәптәрҙә водителдәр "етештереү" үҙ ағышына ҡуйылған: ике аҙна теория, автодром
       буйлап бер нисә әйләнеү - бына һиңә имтихан, уны уңышлы тапшырыуға йыш ҡына уҡыусының "түләү һәләтлелеге" лә булышлыҡ итә. Һөҙөмтәлә һәр өсөнсө юл-транспорт һәләкәтен өс йылдан кәмерәк стажлы водителдәр яһай. Быйыл беренсе кварталда ғына республикала 112 юл-транспорт һәләкәте теркәлде, унда алты кеше һәләк булды һәм 133 кеше имгәнде.
       4. Закондарыбыҙ сиктән тыш йомшаҡ. Дәүләт Думаһы депутаттары, минималь штрафты бөгөнгө 50 һумдан 300 һумға
       тиклем арттырыуҙы ҡараған закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итеп, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған өсөн яуаплылыҡты көсәйтеүгә беренсе аҙымын яһаны. БР Мировой судьялар советы рәйесе Лариса Еникеева, штрафты күтәреү - "ваҡытлы
       һәм мөһим булмаған сара", тип белдерҙе.
       - Иң мөһиме - ул законды ихтирам итеү, - тине ул.
       Еникеева, иҫерек килеш рулгә ултырған өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырыуға әйләнеп ҡайтырға кәрәк, тип белдерҙе. Шулай уҡ элекке кеүек, праваһынан мәхрүм ителгән
       водителде ҡайтанан имтихан тапшырттырырға кәрәк, тине.
       БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Александр Антонов, үҙ сиратында, иҫерек килеш йөрөүҙән тыш, техник төҙөк булмаған транспортҡа ултырған, тиҙлекте арттырған, ҡаршы полосаға сыҡҡан өсөн дә яуаплылыҡты көсәйтергә кәрәк, тип билдәләне.
       5. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау һәм, ғөмүмән, юлда тәртип культураһы булмау. Бында дискуссияла ҡатнашыусыларҙың фекерҙәре тулыһынса тап килде. Әгәр водителдәр һәм пассажирҙар хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктерһә, балалар махсус коляскаларҙа йөрөтөлһә, ә мотоциклистар шлем кейһә, күп юл-транспорт һәләкәттәренән
       ҡурсаларға йәки, бик булмаһа, уның эҙемтәләрен йомшартырға мөмкин булыр ине.
       6. Медиктарҙың һәләкәт урынына ваҡытында килеп етмәүе. Республика Дәүләт автоинспекцияһы начальнигы, был маҡсатта ЮХХДИ-ла вертолет паркы ойошторорға планлаштыралар, тип белдерҙе. Был айҡанлы БДМУ-нан Сәүбән
       Хунафин, "2007-2009 йылдарға юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге" республика маҡсатлы программаһында "зыян күреүселәрҙе ҡотҡарыуға бер һум да бүленмәгән", тип белдерҙе. Ул, ҡасандыр водитель-медиктар үҙ машинаһы быялаһына ҡыҙыл тәре йәбештереп йөрөй торғайны, тип, элекке замандарҙы һағынып иҫкә алды: бының менән улар юл-транспорт һәләкәтенә шаһит булһалар, үҙ теләге менән ярҙам күрһәтергә
       вәғәҙә итәләр, тигәнде белдерә ине. Бөгөн иһә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр "минең унда эшем юҡ" принцибы буйынса йәшәй, тине Хунафин.
       Беҙҙең белешмә. 2007 йылдың беренсе кварталында Рәсәйҙә 41356 юл-транспорт һәләкәте булған, уның һөҙөмтәһендә 5624 кеше һәләк булған, 50488 кеше яраланған.
       Был һәләкәттәрҙә 3662 бала ҡатнашҡан. 142 бала һәләк булған, 3766-һы имгәнгән.
       Башҡортостанда быйыл өс айҙа 851 осраҡ теркәлгән: 89 кеше һәләк булған, 991-е имгәнгән. 71 аварияла балалар булған: дүртәүһе һәләк булған, 133-ө төрлө яралар алған.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал