6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Футбол

Алда әле етди матчтар тора
24.04.07


       "Содовик" һуңғы матчын үҙенең элекке тренерына һәм бер
       нисә элекке уйынсыһына ҡаршы уйнаны - Стәрлетамаҡҡа Калининградтан Александр Игнатенко етәкләгән "Балтика" командаһы килде.
       Был матчта башҡорт командаһы көйәрмәндәре, ахыр килеп,
       үҙ клубының үҙ майҙанында тәүге гол индереүен күрҙе. Ләкин
       содовиктар был юлы ла еңеүгә өлгәшә алманы. "Балтика" хужаларҙан күп күрһәткестәр буйынса өҫтөн булды.
       Бына матчтан һуң тренерҙарҙың комментарийҙары.
       "Балтика"ның кәңәшсе-тәрбиәсеһе Александр Игнатенко:
       - Команда үҙ бурысын үтәне. Иҫәп ышандырырлыҡ. Беҙҙекеләр юғарыраҡ класс күрһәтте.
       - Һеҙ был юлы командағыҙҙы майҙанға ниндәй тойғолар менән сығарҙығыҙ?
       - Беҙ ҡалала ике көн булдыҡ, һәм мин бында эшләгән өс
       йылым бушҡа үтмәгәнен тойҙом. Кешеләр килеп автограф алды. Былтыр алтынсы урын яулау - ул уңышҡа өлгәшеү булғандыр, минеңсә. Яҡшы эҙ ҡалдырғанмындыр, тип уйлайым,
       беренсе лигаға сығыу майҙан төҙөүгә һәм уны яҡтыртыуға булышлыҡ иткән бит. Ә бер ниндәй ҙә реванш кәйефе булманы, ҡәҙимге уйынға сыҡҡан кеүек сыҡтыҡ.
       - Бөгөн һеҙ яңы "Содовик"ты күрҙегеҙ. Ул нимәгә һәләтле?
       - Бер нәмәне аныҡ әйтә алам - егеттәр бөтә көсөн һалып тырыша. Дөрөҫөн әйткәндә, командаға ҡыйынға тура киләсәк.
       Хәҙер заявка ла элекке кеүек өс айҙан һуң түгел, ә дүрт айҙ ан
       һуң ғына бирелә бит. Әммә квалификациялы футболсылар кәрәк. Тиҙҙән үлән дә үҫеп сығасаҡ - күберәк шөғөлләнергә кәрәк буласаҡ.
       "Содовик"тың баш тренеры Геннадий Гридин:
       - Беҙҙең егеттәр, моғайын, "Торпедо", "Урал" менән тигеҙ уйнай, ниндәйҙер һөҙөмтәгә өлгәшә алыуҙарына артыҡ ышанып китте, ләкин бөгөн күп нәмә улар уйлағанса килеп сыҡманы, төп һаҡсы Кондаков уйындан сығыу менән, артҡы һыҙат бер-бер артлы хаталанды. Квалификациялы уйынсылар ҡиммәт тора бит. Хәҙерге "балтикасылар" Зиновьев, Тимофеев, Садиров, Головко элек Махачкалала миндә шөғөлләнде, әгәр шарттар булһа, улар бында ла килер ине. Әммә, нишләйһең, булғандары менән, хаталарҙы төҙәтеп, эшләүҙе дауам итәсәкбеҙ, киләһе матчтарға әҙерләнәсәкбеҙ.
       Футбол тормошо был еңелеү менән генә туҡталмай бит.
       - Уйын алдынан етәкселек менән, Игнатенконы мотлаҡ еңергә йә тигеҙ уйнарға кәрәк, тигән кеүегерәк һөйләшеү булманымы?
       - Юҡ. Барыһы ла "Балтика"ның элекке тренерҙар штабы бында бөтөнләй башҡа аҡсаға эшләгәнен аңлайҙарҙыр. Беҙ "Торпедо" менән уйынға күп көс һалдыҡ, шуға күрә команда көс йыйып та өлгөрмәгәйне. Составты ла бер аҙ үҙгәрткәйнек,
       яңы егеттәргә уйнау мөмкинлеге бирҙек.
       - Алты уйындан һуң һеҙ хәлде нисек баһалайһығыҙ?
       - Беҙ уны лайыҡлы үткәрҙек, тип иҫәпләйем, киләсәккә ниндәйҙер нигеҙ һалдыҡ. Хатта бөтөнләй планлаштырылмаған
       урындарҙа мәрәй йыйҙыҡ. Бөгөн "Балтика"ны ла еңербеҙ тип
       уйлағайныҡ та, килеп сыҡманы. Ә мәрәйҙәрҙе көҙ һанарбыҙ. Мин дүрт йыл беренсе дивизионда эшләнем һәм, лигала ҡалыу
       өсөн нормаль старт алынды, тип иҫәпләйем. Ә бөгөн килеп сыҡмау - ул әле фажиғә түгел, лайыҡлы еңә һәм лайыҡлы еңелә
       белергә кәрәк.
       Алда әле етди матчтар тора. Саранскиҙа урындағы "Мордовия" менән уйында мәрәй йыйырға кәрәк. Яр Саллыла "Камаз"ға ҡаршы уйын ауыр буласаҡ. Өйҙә юғалтҡанды ситтә йыя алырбыҙ тип уйлайым.
       Финишҡа таблицаның уртаһында етергә ине. Имгәнеүҙәр генә ҡамасауламаһын инде! Конкуренцияны көсәйтеү өсөн егеттәргә күберәк уйнау мөмкинлеге бирәсәкбеҙ. Урындағы егеттәргә лә ҙур иғтибар бүләсәкбеҙ. Уларҙан ике-өсәүһе яҡшы уйнап китергә тейеш, сөнки Стәрлетамаҡта урындағы уйынсыларһыҙ футбол булыуы мөмкин түгел.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал