6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Инновациялар

Һүҙебеҙ инновация хаҡында
23.04.07


       Үҙеңде кеҫә телефонһыҙ итеп күҙ алдына килтер әле. Был
       технология бөтөнләй юҡ икән, ти. Үткәнгә күҙ һалһаң, кешелә р
       элек стационар телефон менән генә йәшәгән бит. Әммә кеше
       уңайлылыҡҡа тиҙ күнегә, һәм хәҙер бер көн булһа ла кеҫә телефоның эргәңдә булмаһа, ҡыйын кеүек.
       Телевизор, көнкүреш техникаһы, трактор кеүек башҡа техник
       яңылыҡтарға ҡарата ла шундай уҡ миҫалдар килтерергә мөмкин. Хәҙерге заман кешеһе телмәренә иһә "инновация" төшөнсәһе ныҡлап инә бара, етмәһә, ведомстволар һәм предприятиелар етәкселәре кимәлендә генә түгел, ҡәҙимге кешеләр араһында ла.
       Инновация (яңылыҡ) - инновацион эшмәкәрлектең һуңғы һөҙөмтәһе. Был - теоретик билдәләмә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер Башҡортостанда етештерелгән һәр нәмәне инновацион тип атап булмай. Республикалағы 20 меңдән ашыу предприятиеның 50-ләбе генә инновацион эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында туғыҙынсы урынды биләй, ә булдырылған алдынғы производство технологиялары иҫәбе буйынса - өсөнсө,
       уларҙы файҙаланыу буйынса икенсе урында.
       Шулай уҡ Башҡортостан уйлап табыуҙарға заявкалар буйынса
       - өсөнсө, файҙалы моделдәргә - алтынсы, тауарлыҡлы билдәгә
       заявкалар буйынса бишенсе урынды биләй. Былар барыһы ла Башҡортостанда иҡтисадты үҫтереү өсөн яңы идеялар һәм уйлап табыуҙар етерлек булыуы хаҡында һөйләй. Ләкин инновация эшмәкәрлегенә анализдан күренеүенсә, республикала ярайһы уҡ производство потенциалы булып һәм
       ғилми-тикшеренеү институттары әүҙем эшләп тә, "фән - производство - баҙар" сылбыры тейешле кимәлдә булдырылмаған, һәм бөтә был потенциал тулы көскә файҙаланылмай.
       Былтыр декабрь аҙағында ҡабул ителгән "Башҡортостан Республикаһында инновацион эшмәкәрлек тураһында"ғы республика законында, республикала 2008-2010 йылдарға республика маҡсатлы инновацион программаһы ҡабул ителергә
       тейеш, тип яҙылған. Уның проекты әҙер.
       Инновацияларҙы индереү өсөн етди проблема - финанстар.
       Мәҫәлән, республика предприятиелары араһында үткәрелгән
       һорау алыу предприятиеларҙың инновацион эшмәкәрлегенә "үҙҙәренең аҡсалата средствоһы етешмәүе", "дәүләт яғынан етерлек финанс ярҙамы булмауы", "ҡулланыусыларҙың түләү һәләтлелеге түбән булыуы", "яңылыҡтарҙың юғары хаҡы" ҡамасаулауын күрһәтте. Ысынлап та, беҙҙең предприятиеларға
       (эреләрен иҫәпкә алмайынса) ниндәйҙер яңылыҡ индереүе еңелдән түгел, инвесторҙар табыуҙы иһә әйтеп тораһы ла юҡ.
       Әммә шул уҡ кеҫә телефондарына әйләнеп ҡайтһаҡ, ҡасандыр
       аҡылһыҙлыҡ булып тойолған сымһыҙ элемтә идеяһы бөгөн телефон етештереүселәргә лә, кеҫә телефоны элемтәһе операторҙарына ла миллиард һумдар килем килтерә бит.
       Республикала "инновацион" иҡтисад булдырыу өсөн нимә эшләнәсәк һуң? Программа проектына ҡарағанда - күп нәмәләр. Мәҫәлән, республика инновацион проекттарының берҙәм реестрын төҙөү, йәш ғалимдар араһында "ХХI быуат интеллекты" конкурсы, "Башҡортостандың ун иң яҡшы инновацион идеяһы" конкурсы үткәреү планлаштырыла. Инновация эшмәкәрлеге өсөн былтыр декабрҙә ойошторолған
       Башҡортостандың бәләкәй предприятиеларына, ғилми-техник өлкәһенә хәүефле инвестицияларҙы үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды кеүек яңы ойоштороу формалары ла төҙөләсәк. Әйткәндәй, Фондта 200 миллион һум федераль һәм республика
       аҡсаһы тупланған. Фонд аҡсаһы инновацион проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтеләсәк.
       Бынан тыш, тикшеренеү эштәре алып барыласаҡ, новаторҙар, уйлап табыусылар һәм рационализаторҙар менән эшләйәсәктәр
       һәм башҡа бик күп эштәр планлаштырыла.
       Инновациялар республика иҡтисадының бөтә тармаҡтарында
       ла индереләсәк. Шул саҡта ғына төбәгебеҙ Рәсәй субъекттары
       менән генә түгел, донъя илдәре менән дә конкуренцияла лайыҡлы урын биләйәсәк.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал