6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Фекерҙәр

Апрель тезистары
20.04.07


       Йәкшәмбе, 22 апрелдә, Лениндың тыуыуына 137 йыл тула. 83 йыл элек яҡты донъянан китеп, ул әле булһа "тереләрҙән тере". Мин коммунистик идеялар менән бигүк "һуғарылмаған"
       Өфө йәштәренең уның эштәренә һәм идеяларына ҡарашын асыҡларға ҡарар иттем.
       Әлфиә, БДУ студенты, 22 йәш:
       - Миңә Ленин власһыҙлыҡ ваҡытында идара итеүҙе үҙ ҡулына
       алған авантюрист кеүек тойола. Бала саҡта минең өҫтәлемдә Прилежаеваның "Лениндың тормошо" ("Жизнь Ленина") тигән китабы иң кәрәкле китап була торғайны: мин ҡатын-ҡыҙҙарҙың сит илдән нисек "Искра" гәзитен ташыуҙарын бер ҡасан да онотмайым. Был үҙең инанған эш хаҡына ысын ҡаһарманлыҡ.
       Халыҡтар юлбашсыһына кире ҡарашта булһам да, хәҙер Ильичты ерләргә ынтылыуҙарын тарихты күмергә теләү тип баһалайым, һәм ул архитектура ҡомартҡыларын емереп ташлауға тиң.
       Влад, Рәсәй дәүләт сауҙа-иҡтисад университетының Өфө институты студенты, 21 йәш:
       - Интеллигенцияны ебәреү - уның төп хаталарының береһе,
       тарихҡа хәҙерге ихтирамһыҙ ҡараш сығанаҡтарын мин ошонда
       күрәм. Хәйер, ул заманда ысынбарлыҡта ниҙәр булғанын беҙ беләбеҙме ни?
       Дима, уҡыусы, 14 йәш:
       - Миңә апайым Лениндың өмәлә бүрәнә ташығаны, уға бер террорсы ҡатындың атыуы, һуңынан уның инвалид коляскаһында йөрөүе һәм ниндәйҙер сирҙән вафат булыуы хаҡында һөйләгәйне. Беҙҙе уның йортона экскурсияға алып барҙылар, унда нисек йәшәүе хаҡында һөйләнеләр, әммә уның
       сәйәси эшмәкәрлеге хаҡында бер нәмә лә әйтмәнеләр. Моғайын, революция Рәсәйгә һыйырҙар менән арыш баҫыуынан заводтарға, йыһанға һәм донъялағы иң яҡшы ҡоралға күсергә ярҙам иткәндер.
       Костя, уҡыусы, 16 йәш:
       - Минең өсөн Ленин да, Сталин да, Ельцин да - илдең элекк е
       етәкселәре. Был тарих минең өсөн ҡыҙыҡ түгел, башҡа әйберҙәр ҙә етерлек. Иң мөһиме, башҡалар яһаған хатаны ҡабатламау.
       Денис, музыка магазинында һатыусы, 26 йәш:
       - Минең өсөн барыбер. Урамдарҙың исемдәре - ул тарих шаңдауы ғына, космонавтарҙың, шахтерҙарҙың хөрмәтенә исем бирһәләр, яҡшыраҡ булыр ине. Ленин һәйкәле торһон әйҙә, ул бер кемгә лә ҡамасауламай бит, тик Сталинға ғына ҡуймаһындар. Ғөмүмән алғанда, мин тарихты беләм. Революционерҙар - бер, ә Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары - бөтөнләй икенсе эш.
       Агнетта, уҡыусы, 16 йәш:
       - Әгәр Ленин Финляндиянан үҙ тезистары менән килһә, беҙ
       яҡшыраҡ йәшәр инек. Бер яҡтан, беҙҙең самодержавиенан ҡотолоуыбыҙ яҡшы. Ә икенсе яҡтан, Маркс үҙ китаптарын капиталистик илдәр өсөн яҙған бит, шуға күрә Ленинға тәүҙә иҡтисадты әҙерләргә кәрәк булған. Хәҙер Рәсәйҙең башҡа державалар менән проблемалары булмаҫ ине.
       Фекерҙәр төрлө, ҡапма-ҡаршылыҡлы, ҡараштарҙың башлыса кире булыуы һорауға яуап биреүселәрҙең Ленин идеологияһында үҫмәүҙәре менән аңлатылалыр.
       Минең Лениным иһә - донъя пролетариаты юлбашсыһы ғына
       түгел, ә сәйәсәттән Мейерхольд, Зоя Воскресенская менән Бонч-Бруевичтың китаптары биттәренән бөҙрә сәсле малай. Ленин - шәхес, Арктика боҙҙарын аҡтарыусы бөйөк атом боҙватҡысы уның исеме менән аталған. Ленин - тарихҡа нигеҙле ингән шәхес. Һәм уны "ХХ быуаттың төп яуыз кешеһе"
       тип атау - сиктән тыш, хатта әйтер инем, енәйәти бер ҡатлылыҡ, тип иҫәпләйем.

Олеся Әхмәт-Закирова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал