6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Физик тәрбиә

Өфө үҫмерҙәре һынатманы
20.04.07


       Өфөнөң "ЛУЧ" спорт командаһы тиҙҙән НТВ телеканалынан
       күрһәтеләсәк. Яҡташтарыбыҙ "Бәхетле рейс" тинейджер проектын төшөрөүҙә ҡатнашты. Был программаны Рәсәйҙәге популяр шоумен Николай Фоменко алып бара. Рейс ауыр булыуға ҡарамаҫтан, "ЛУЧ" өсөн ысынлап та бәхетле булды.
       Был проектты хәҙерге заман "Күңелле старттар"ы тип атарға
       мөмкин. Ике команда конкурстар серияһында ярыша, уларҙың
       күбеһе - спорт ярыштары. Ойоштороусылар һәр юлы унда ҡатнашыусыларҙы нимә менән булһа ла ғәжәпләндерергә тырыша - йырлау буйынса ярыштыралар, йә мәктәп белеме багажын тикшерәләр.
       Еңеүсе икенсе турға үтә. Тулы составта финалға сығыусы команда Пекинға, Олимпиадаға турпутевка аласаҡ! Бының өсөн, әлбиттә, бөтә көсөңдө һалып тырышырға мөмкин.
       Өфөлә уйында ҡатнашыуға бик етди ҡаранылар. Ҡала чиновниктары "Яңы быуын" фондының тәҡдимен ҡабул итеп, Башҡортостан баш ҡалаһының бер нисә майҙансығында "Ихата
       чемпиондары лигаһы" Бөтә Рәсәй спорт уйынының ҡышҡы вариантын үткәрҙе. "ЛУЧ" командаһының күп ҡатнашыусылары
       тап ошо ярыштарҙа билдәләнде лә инде. Коллективтың исеме
       үткәрелгән акциянан алынды ла - "Өфө чемпиондары лигаһы" ("Лига уфимских чемпионов" - ЛУЧ).
       Юл, туҡланыу һәм йәшәү ñûûìäàðûí тулыһынса "Яңы быуын" спорт фонды түләне. Уларҙы матур итеп ҡаршы алдылар, күнекмәләр өсөн ваҡыт бирҙеләр, ашатып-эсерҙеләр һәм Мәскәү буйлап автобуста экскурсия ойошторҙолар.
       Состав ñïîðò ìåíœí äàèìè ø³³ëëœíå¼ñå үҫмерƒœðƒœн тупланды. 12 кеше - 14 йәштән алып 17 йәшкә тиклемге алты малай һәм алты ҡыҙ, ун төп уйынсы һәм икәү запаста. Команданы өлкәндәрҙән спорткомитет вәкиле Наталья Калентьева, тренер Венер Абзалов, команда врачы һәм психологы Ирина Дауытова оҙатып йөрөнө.
       Өфөләр менән Бурятиянан команда ярышты. Ҡаршы яҡ бигүк сағыу исем алмаған - "Байкал аръяғы ҡырмыҫҡалары" (Забайкальские муравьи"). "Ҡырмыҫҡалар" ныҡ ҡына ҡалышты, һәм Фоменко, ысын шоумен булараҡ, интриганы оҙағыраҡ һаҡлау өсөн, хатта уларға бер аҙ ярҙам да итте.
       "ЛУЧ" - ҡыҙыл майкала, "Байкал аръяғы ҡырмыҫҡалары" - күк. Көрәш программаһына ете конкурс индерелде. Беҙҙекеләр бер төрлө ярыштарға әҙерләнгәйне - ә á³ò³íëœé икенсе төрлө ярыштар òœºäèì èòåëäå.
       Беренсе конкурс эстафета булды - биш ҡаршылыҡ менән полоса (ау, тачка, ҡулда йөрөү, швед стенкаһы, тау). "ЛУЧ" уйын башында еңелšœ ëœ, аҡрынлап ҡаршы яҡты ҡыуып етә алды һәм иҫәп 1:0 áóëäы.
       Һуңынан вертикаль ҡаршылыҡ полосаһы "Скалодром" тип аталды. Ул алты метр бейеклектә. Өс төрҙә - канатта, швед стенкаһында һәм туранан-тура ҡаяға үрмәләүҙә - өфөләр өҫтөнлөк алды. Иҫәп - 2:0.
       Капитандар конкурсы бик ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс бàðƒы. Улар роликлы конькиға баҫып, рус хоккейы өсөн сәкән менән теннис тубын ҡапҡаға индерергә маташты. Беҙҙең капитан Владислав Аксенов ун маташыуҙан икеһен индерә алды. Дөйөм иҫәп - 3:0.
       Киләһе конкурс бәхәсле булды. Регби һәм ҡағиҙәһеҙ көрәш була тип аңлаттылар, ә үҙҙәре ҡыҙҙар менән малайҙарҙы бергә сығарҙылар. Беҙҙең команда осрашыу барышында капитанын юғалтты - уны осрашыу аҙағына тиклем команданан сығарҙылар.
       Шуға ҡарамаҫтан, өфөләр регбиҙа һынатманы, 2:1 иҫәбе менән еңеп сыҡты, дөйөм иҫәп - 4:0.
       Һыуҙа туп уйнау "ярышташыңды батыр" уйынына әйләнде. Тәүҙә судьяһыҙ ғына уйнағайнылар, һуңынан бер аҙ тәртип урынлаштырыу өсөн рефери йәлеп итергә ҡарар иттеләр. Был óйында "ҡырмыҫҡалар" тәүге мәрәйгә эйә булды - 4:1.
       Велосипедта уҙышта ла "ҡырмыҫҡалар" еңде. 4:2 иҫәбе уларға интеллектуаль бәйгелә алға сығыуға шанс бирҙе.
       Ике команда ла уртаса ҡатмарлылыҡтағы һорауҙарҙы һайланы, һәр дөрөҫ яуап өсөн икешәр мәрәй бирҙеләр. Һорауҙарҙың төп серияһынан һуң иҫәп тигеҙ барҙы. Ҡатмарлы, өс мәрәйле категориянан өҫтәмә һорауҙарға яуаптар барыһын да хәл итте. Өфө ҡыҙы Елена Гайнцева, дөрөҫ ÿóàï áèðåï, командаға еңеү килтерҙе.
       Дөйөм иҫәп 13:10 тәшкил итте. Еңеү! Тик Фоменко был фактты артыҡ ҡәнәғәтлек менән иғлан итмәне.
       Артабан беҙҙең команда һандар ÿƒûëàí таблоға туғыҙ тапҡыр бәреү хоҡуғы алды һәм бында 63 мәрәй йыйҙы. Һөҙөмтәлә "ЛУЧ", 71 мәрәй йыйып, Рәсәй "Алтын ҡулсаһы"ның өс ҡалаһы буйлап "Бәхетле рейс"ҡа барыуҙы отто, бынан тыш, ул 4-10 августа Мәскәүҙә үтәсәк ярыштарҙың икенсе турына сыҡты.
       Әлеге көндә балалар яңы дуҫтары менән хат алыша һәм сираттағы старттарға әҙерләнә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал