6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сауҙа

Урындағы аҙыҡ-түлек күберәк булһын ине
19.04.07


       Дөрөҫөн генә әйтегеҙ әле, һеҙ ниндәй аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирәһегеҙ? Моғайын, тыуған төбәгебеҙҙә етештерелгәненәлер. Был аңлашыла ла, сит илдеке менән сағыштырғанда үҙебеҙҙеке тәмлерәк тә, сифатлыраҡ та. Һеҙҙе
       ҡыуандырырға ашығайыҡ: хәҙер республиканың ҙур супермаркеттарында ла урындағы аҙыҡ-түлектәр һатыласаҡ. Ошо маҡсатта БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлығы, Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡортостандың эре сауҙа предприятиелары араһында өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
       Ни өсөн бындай документҡа ҡул ҡуйылды һуң? Бигерәк тә супермаркеттарҙа урындағы етештереүселәр продукцияһы аҙ
       булыуы бер кемгә лә сер түгел. Быны йыл башында республиканың ҙур ҡалалары һәм райондары магазиндарында төп аҙыҡ-түлек тауарҙары ассортиментына мониторинг үткәреү
       ҙә раҫланы.
       Сауҙа залдарын йөрөп сыҡҡас, колбаса, ит, һөт бүлектәренд е
       башлыса беҙҙең продукттарыбыҙ булыуы, ә бына башҡорт сырҙары - 20-60 процент, араҡы - 20-80, йомортҡа - 50, йәшелсәләр 10 процент ҡына тәшкил итеүе асыҡланды.
       Ә шул уҡ ваҡытта ҡулланыу кәрзиненә ингән бөтә продукттар
       ҙа тиерлек республикабыҙҙа етештерелә. Ауыл хужалығы предприятиелары, мәҫәлән, халыҡты - һөт, ит, йәшелсә, эшкәртеү сәнәғәте предприятиелары, үҙ сиратында, һөт, ит, консерваланған продукттар менән тулы күләмдә тәьмин итә ала. Яҡындағы йылдарҙа улар тағы ла күберәк буласаҡ. 2010 йылға тиклем Республика малсылыҡты үҫтереү программаһын
       тормошҡа ашырыу малсылыҡ продукцияһы етештереүҙе тағы ла 30 процентҡа арттырыуҙы күҙаллай. Урындағы аҙыҡ-түлек продукттары конкуренцияға һәләтле булһын өсөн хәҙерге талаптарға яуап бирерлек итеп төрөү мәсьәләһе лә хәл ителә.
       Үрҙә телгә алынған документ бөтә яҡтарҙың: тауар етештереүселәрҙең дә, сауҙа предприятиеларының да, иң мөһиме - ҡулланыусыларҙың, һеҙҙең менән беҙҙең, мәнфәғәттәрен иҫәпкә ала. Мәҫәлән, хәҙер Килешеү буйынса супермаркеттарҙа урында етештерелгән икмәк һәм икмәк- булка изделиелары был продукцияның кәмендә 90 процентын;
       3,2 процентҡа тиклем ҡуйылыҡтағы һөт һәм колбаса изделиелары - 60 процент; ит - 90 процент; эсәр һәм минераль
       һыуҙар, шулай уҡ араҡы 50 процент тәшкил итергә тейеш.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал