6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Һайлауҙар

Владимир Путин һайлау алды программаһы менән таныштырҙы
16.02.04


       Президент посына дәғүә итеүсе - әлеге ваҡытта дәүләт башлығы
       вазифаһын башҡарыусы Владимир Путин үҙенең һайлау алды програм маһы менән таныштырҙы. Кисә ул Ломоносов исемендәге дәүләт униве рситетының төп бинаһында үҙенең ышаныслы кешеләре менән сәғәт яр ым һөйләшеү алып барҙы.
       Владимир Путиндың шунда уҡ үҙен рекламаларға йыйынмауы хаҡын да билдәләп үтергә кәрәк. Хәйер, бының кәрәге лә юҡ инде. Башлы са ул дүрт йыл эсендә эшләнгән эштәргә ( эшләнмәгәндәренә лә) һө ҙөмтә яһаны һәм киләсәккә пландар билдәләне.
       Бер һүҙ менән әйткәндә, дәүләт башлығы эшләнгән эш һөҙөмтәлә ре менән ҡәнәғәт түгел. Хәйер, был күберәк үҙ үҙеңде критикалауҙ ыр, сөнки бөгөнгө йәшәйешебеҙ Путин ҡабул итеп алған илдән нисек
       айырылып торғанына барыбыҙ ҙа шаһит. 1999 - 2000 йылдарҙы хәтер ләйһегеҙме Халыҡтың өстән бер өлөшө фәҡирлектең һуңғы сигенә ба рып еткәйне, эш хаҡын бер нисә ай тотҡарлау ғәҙәти хәлгә әүереле п, уҡытыусы, шахтерҙарҙың баш күтәреүенә лә өйрәнеп бөтә яҙғайны ҡ бит инде. Сәнәғәт тарҡалды, 1998 йылғы дефолттан һуң күпселек банкылар халыҡ - ара финанс ойошмаларға ҡарап ҡалды.
       Бынан тыш Рәсәй үҙенең донъя кимәлендәге иң ҡеүәтле илдәрҙең
       береһе тигән статусын юғалтты тиерлек, Чечняла граждандар һуғыш ы дөрләне.
       Дүрт йыл эсендә нимә үҙгәрҙе һуң Путин билдәләүенсә, илдә к онституция хоҡуҡ һаҡлау тергеҙелде, Иҡтисади хәл дә үҙгәрештәр к исерҙе: инфляция кимәле, һалымдар түбәнәйҙе, етештереү артты. Ба ҙарҙа, Рәсәй Президенты билдәләүенсә, эффектлы эшләргә тырышыусы лар еңеү яулай.
       Иҡтисади үҫештәр илдең социаль өлкәһенә лә тәьҫир итмәй ҡалм аны. 1999 йылдан пенсия күләме 90 процентҡа, эш хаҡы ике тапҡыр
       артты, эшһеҙлек күҙгә күренеп кәмене.
       Ә инде ил башлығының ҡәнәғәтһеҙлеге, үҙе әйтеүенсә, яҡшы торм ош һәм Рәсәйҙең абруйына илткән иҡтисади үҫештә ышаныслы боролош
       өсөн әле бары тик плацдарм ғына төҙөлөүе менән бәйле. Әйткәндә й, Рәсәй Президенты посына дәғүә итеүсе башҡа кандидаттар ҙа ошо ндай уҡ һығымта яһай, әммә хәл итеү юлдарын уларҙың төрлөһө төрл өсә күрә. Владимир Путиндың пландары нимәнән ғибәрәт һуң Ил үҫе шенең сығанаҡтары уныңса үҙ милли баҙарыбыҙҙың әүҙем үҫешендә, етештереү юлдарын яңыртыуҙа, милли тәбиғи ресурстарҙы әрәм - шәр әм итмәүҙә.

Ольга Зцепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал