6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Футбол

"Содовик" көслө командаға ҡаршы уйында үҙен һынатманы
19.04.07


       Стәрлетамаҡтың "Содовик" командаһы әлегә гол индереүҙә
       ҡалыша. Әммә һуңғы матчта, голдар булмауға ҡарамаҫтан, "Сода" стадионында көйәрмәндәр байтаҡ ҡына йыйылғайны. Халыҡ "Содовик"тың ҡасандыр көслө премьер-лига командаһы - Мәскәү "Торпедо"һына лайыҡлы ҡаршы тора алырмы икәнлеген ҡарарға килгән. Һәм "Содовик" ҡаршы тора алды.
       "Торпедо" Рәсәйҙең иң көслө һәм популяр дивизионынан сығарылһа ла, был клуб көслө булып ҡала. Мәскәүҙәр был миҙгелдә премьер-лигаға ҡайтанан әйләнеп ҡайтыу теләге менән яна, ә бының өсөн, билдәле булыуынса, йышыраҡ еңергә
       кәрәк.
       "Торпедо"ның уңышлы уйнауы өсөн күп эшләнде. Чемпион "Спартак"тың һәм Рәсәй йыйылма командаһының элекке тренеры Георгий Ярцев саҡырылды, СССР йыйылма командаһы
       голкиперы Ринат Дасаев ҡапҡа һаҡсыһы тренеры булды.
       Тәжрибәле Вадим Евсеев, Андрей Соломатин һәм Александр
       Попов илебеҙ йыйылма командаһы өсөн уйнаны, күптәр Дмитрий Бородин һәм Любомир Кантонистов кеүек көслө уйынсылар фамилияларын яҡшы белә.
       "Содовик" көслө командаға ҡаршы уйында үҙен һынатманы. 90 минут уйнағандан һуң уйын 0:0 иҫәбе менән тамамланды.
       Матчтан һуң матбуғат конференцияһы үткәрелде. "Торпедо"ның баш тренеры Георгий Ярцев журналистарға:
       - Мин бөгөн көслө уйын күрмәнем. Миңә ҡалһа, бындай футбол миңә оҡшамай. Тамашасылар ҙа ҡәнәғәт ҡалмағандыр тип уйлайым. "Содовик", әлбиттә, оборонала бик көслө команда. Бынан алдағы матчтарҙа беҙ ҡаршы команда ҡапҡаһына көслө һөжүм итә торғайныҡ, бөгөн "Содовик" һаҡсылары беҙгә бындай мөмкинлек бирмәне.
       - Стәрлетамаҡҡа сәфәрегеҙ хаҡында ни әйтерһегеҙ?
       - Дөйөм алғанда, бөтә күрһәткестәр буйынса яҡшы тәьҫир ҡалдыра. Яҡшы ҡабул иттеләр, күнекмәләр һәм ял өсөн уңайлы
       ваҡыт булдырҙылар. Берҙән-бер етешһеҙлек - стадион майҙаны. Унда техника буйынса комбинациялар өйрәнеү, яҡшы
       пас яһау ҡатмарлы.
       "Содовик"тың баш тренеры Геннадий Гридин маҡтау һүҙҙәре
       әйтмәй ҡалманы.
       - Был ысынлап та тигеҙ уйын булды. Хатта бер ни тиклем тупаҫ уйын да тип әйтер инем, сөнки ике егетебеҙ етди имгәнеү алды. Әлегә башҡаса уйнай алмайбыҙ, беҙ бит егеттәребеҙҙе бөтә көсөн һалып уйнарға мәжбүр итәбеҙ. Үҙ алдына юғары маҡсат ҡуйған, ошондай көслө тренер етәкселегендәге етди командаға ҡаршы уйынға тик шулай шөғөлләнеп кенә сығырға мөмкин.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал