6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Акциялар

Республиканың төп наркокитабы донъя күрҙе
18.04.07


       Беҙҙең арала наркомандар күпме? Һуңғы йылдарҙа улар арттымы әллә, киреһенсә, кәменеме? Хоҡуҡ һаҡлау органдары
       наркоенәйәткә ҡаршы көрәшәме? Наркоманлыҡтан дауаланып
       буламы? Йәштәр араһында наркоманияны иҫкәртеү өсөн нимәләр эшләнә? "2006 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһында наркомания хәле мониторингы" китабында ошо һәм башҡа бик күп һорауҙарға яуаптар бирелә.
       Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса РФ Федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығында ғилми-ғәмәли баҫманы
       презентациялау үткәрелде. Был китап биттәрендә республикала наркоманияның үҫеш динамикаһына тулы һәм ентекле анализ бирелгән. Был мәғлүмәт наркоманияға ҡаршы
       көрәшеү өлкәһендә дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен эшкәртеү өсөн кәрәк.
       Коллектив хеҙмәткә наркоманияға ҡаршы бөтә йүнәлештәр буйынса алып барылған эштең төп күрһәткестәрен сағылдырыусы 50-нән ашыу статистик таблица индерелгән. Дөйөм эшкә наркоагрессияға ҡаршы көрәшеүгә туранан-тура йәлеп ителгән министрлыҡтар һәм ведомстволар, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары үҙ өлөшөн индергән. Презентациялауҙа БР буйынса Эске эштәр министрлығы, БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, Мәғариф, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ, Суд департаменты идаралығы, Хәрби комиссариат һәм башҡа ойошмалар етәкселәре һәм вәкилдәре ҡатнашты.
       - Республикала әлегә тиклем наркомания хәле буйынса бындай комплекслы мониторинг булғаны юҡ ине, - тип белдерҙе Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса РФ Федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы начальнигы Валерий Кокин. - Киләсәктә бындай тикшеренеүҙәр йыл һайын
       үткәреләсәк. Беҙ был эшкә ғалимдар араһынан вәкилдәрҙе күберәк йәлеп итергә планлаштырабыҙ.
       Баҫма күп уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡлы буласаҡ, әммә әлегә ул сикләнгән тираж менән - ни бары 110 дана сығарылды. Наркоконтролдә тиҙҙән өҫтәмә тираж сығарырға вәғәҙә иттеләр. Әлегә китап наркоагрессияға ҡаршы көрәшеү өлкәһендә дәүләт сәйәсәте положениеларын ғәмәлгә ашырыусы учреждениеларға ғына таратыласаҡ.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал