6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Экология

Ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, тәбиғәт менән дуҫлаштырасаҡбыҙ
17.04.07


       Ҙур - бәләкәйҙән, дөйөм шәхсиҙән башлана, бала саҡтағы мауығыуҙар ғүмерлек эшкә әйләнә. Тапалған, әммә тормош менән раҫланған постулаттар. Хәҙерге үҫмерҙәрҙең компьютер
       технологиялары менән мауығыу ғына түгел, экология кеүек, бөгөнгө көндәге проблемалы мәсьәлә менән дә ҡыҙыҡһыныуы
       бик яҡшы.
       Өлкәндәрҙең бөткөһөҙ тормош ығы-зығыһы араһында балаларға яңылыҡты танып белергә ярҙам итеү, һиҙгер бала күңеленә ҡайғыртыусанлыҡ, тыуған планетаһы өсөн борсолоу кеүек сифаттар һалырға тырышыуы ҡыуаныслы күренеш.
       Ҡырағай тәбиғәтте һаҡлау буйынса хәрәкәтте донъялағы меңәрләгән кешеләр, WWF дуҫтары клубтарына берләшеп, яҡлап сыға. Бындай клуб беҙҙең ҡалала ла бар, ул Өфөнөң күп
       мәктәптәренән һәм экологик үҙәктәренән балаларҙы бергә тупланы.
       Балалар күп нәмә менән шөғөлләнә: экология һәм биология
       өлкәһендә ғилми-тикшеренеү эштәре үткәрә, был темаларға ғилми рефераттар яҙа, ҡурсаулыҡтар һәм заказниктар буйлап экспедицияға йөрөй, ә эш араһында ҡалала ағастар ултырта, күл һәм йылға ярҙарын сүп-сарҙан таҙарта. Улар йыл буйына эшләй.
       Был көндәрҙә йәш экологтар милли тәбиғи парктар һәм ҡурсаулыҡтар проблемаһына йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итергә маташа. "Парктар маршы" һәм "Панда Волна" бөтә донъя акциялары - ул йәмәғәтселекте был проблемаларҙы күрергә һәм аңларға мәжбүр итергә маташыу.
       Өфөнөң йәш экологтары, "Сәнғәт аша - Йәшел Планетаға" фестивале үткәреп, уны үҙенсәлекле үткәрергә ҡарар итте. Фестиваль Өфөнөң Ленин районы Экологик үҙәге базаһында үтте. Өс WWF дуҫтары клубы - экологик үҙәктән, "Баҙлауыҡ" (128-се мәктәп), "Йәшел утрау" (52-се мәктәп) тәүге тапҡыр бергә йыйылды. Унда Грушино фестивале рухы хөкөм һөрҙө: гитара, бард йырҙары (усаҡ ҡына булманы, уның ҡарауы, балаларҙың күҙҙәрендә осҡон янды), дәртле бейеүҙәр...
       Был балаларҙың иң изге хыялы: бер көн килеп, бөтә планета
       халҡы, сигнал буйынса ҡулға-ҡул тотоношоп, бер минутҡа тын ҡалып, тәбиғәт тураһында, уның тыштан ҡеүәтле булыуына ҡарамаҫтан, бик нескә һәм бирешеүсән булыуы хаҡында уйланһын ине.
       Бының шулай булыуына балалар араһында бер кем дә шикләнмәй. Республикала йофар, һаҙ гөбөргәйеле, уҙған быуаттың 30-сы йылдарында республикаға килтерелгән һирәк йәнлек - марал бөтөнләй юғалды. Ә республиканың күпме йәнлеге, ҡош-ҡорто һәм үҫемлектәре "Ҡыҙыл Китап"ҡа - Саң ҡағыу китабына индерелгән.
       Ысынында иһә һәр аҡыллы өлкән кеше быны яҡшы аңлай. Аңлай, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берҙә үҙләштермәй. Шуға күрә WWF дуҫтары клубтары ағзаларының "...ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, барыһын да тәбиғәт менән дуҫлаштырыу" хыялы тормошҡа ашһын ине.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал