6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Яңы китаптар

Юбилейға китаптар
17.04.07


       Республика буйлап Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй
       дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллыҡ юбилейы атлай. Йәмғиәтебеҙҙең бөтә ҡатламдарында һәм өлкәләрендә был байрамға ҡарата ваҡиғалар бара. Был йәһәттән Башҡортостан
       китап нәшриәттәре лә ҡалышмай.
       Юбилей тантанаһына плакаттар, буклеттар, әсбаптар һәм открыткалар сығарыла. "Эдвис" нәшриәтендә Наталья Семенова редакцияһында беренсе класс уҡыусылары өсөн "Башҡортостан мәҙәниәте" предметы буйынса комплект баҫылды. Ул "Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары-2006" республика конкурсы финалисы булды. Комплектҡа уҡыу әсбабы, хрестоматия һәм ижади дәфтәр инә. Уҡыу әсбабында
       башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады - йомаҡтар, әкиәттәр, мәҡәлдәр һәм әйтемдәр тупланған. "Әйберҙәр тарихынан" бүлегендә милли кейемдәр, бейеүҙәр һәм музыка ҡоралдары,
       башҡорттарҙың аш-һыуы һәм һауыт-һабаһы менән танышырға
       мөмкин. "Һин һәм һинең ғаиләң" бүлегендә борон балаға исемде нисек һайлағандары хаҡында бәйән ителә, исемдәр һүҙлеге бирелгән, унда башҡорт, славян һәм грек исемдәре ингән. Хрестоматияла Башҡортостан яҙыусыларының шиғырҙары һәм прозаһы тупланған.
       Ошо уҡ нәшриәттә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты менән
       берлектә Фирҙәүес Хисаметдинова редакцияһында һигеҙ мең
       һүҙҙе индергән урыҫ-башҡорт һәм башҡорт-урыҫ һүҙлеге сығарылған.
       "Башҡортостандың бәләкәй генийы" нәшриәтендә 450 йыллыҡ юбилейға ҡарата "Һөйөклө баш ҡалам Өфө" бүләк открыткалар йыйылмаһы сыҡты. Ҡала күренеше менән фотографияларҙың арт яғында тарихи белешмә бирелгән.
       Мәҫәлән, Дуҫлыҡ Монументына һоҡланыу ғына түгел, уның
       Башҡортостандың үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылыуының 400 йыллығы хөрмәтенә ҡуйылыуын белерһең.
       Башҡортостан нәшриәттәрендә урындағы авторҙарҙың уҡыу
       әсбаптары ла бар. Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнеү өсөн
       әсбаптар күп. Шамил Цыганов - физика-математика фәндәре кандидаты, БДУ-ның математика факультеты деканының фәнни
       эш буйынса урынбаҫары, юғары алгебра һәм геометрия кафедраһы доценты "Математика буйынса уҙған йылдар берҙәм дәүләт имтихандары мәсьәләләре" тигән уҡыу китабы яҙған. Цыганов үҙе Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының берҙәм дәүләт имтихандары мәғлүмәттәр базаһына ингән 2000-дән ашыу мәсьәлә авторы.
       Бөтә был әсбаптарҙы "Эдвис" китап магазинында табырға мөмкин. Урындағы авторҙар китаптарында Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында абитуриенттарға ҡуйылған талаптар иҫәпкә алынған.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал