6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Персона

Исмәғил Тасимов - хәҙерге заман менеджеры һәм инвесторы тибы
16.04.07


       Башҡорт мәғдәнсеһе Исмәғил Тасимов ватан тарихына Рәсәйҙә беренсе тау эше буйынса белгестәр әҙерләү буйынса
       училище асыу инициаторы булараҡ инде. Хәҙерге ваҡытта был Рәсәйҙә иң ҙур юғары уҡыу йорто - Г.В. Плеханов исемендәге Санкт-Петербург дәүләт тау институты (техник университеты). Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығын байрам итер алдынан
       юғары уҡыу йортонда Исмәғил Тасимов хөрмәтенә таҡтаташ асылды.
       ХVIII быуатта Урал Рәсәйҙең металлургия сәнәғәте үҙәге булды. Тәүге тау заводтары Урта Уралда, төньяҡ улустар башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә төҙөлдө. Башҡорттар Уралдағы тимер һәм баҡыр рудаһы, алтын, көмөш, марганец,
       нефть һәм башҡа ятҡылыҡтары тураһында яҡшы белгән. Башҡорттарҙан күп кенә руда эҙләүселәр хөкүмәт экспедицияларына һәм шәхси урыҫ эшҡыуарҙарына рудалы урындарҙы табыуҙа ярҙам иткән. Уларҙың күптәре мәғдәнселәр булып китә.
       Руда эҙләү бигерәк тә Ғәйнә улусы башҡорттары араһында
       киң йәйелдерелә. Ҡуян ауылын Ғәйнә улусының ғына түгел, ә
       бөтә Урта Урал мәғдән сәнәғәте үҙәге тип иҫәпләргә мөмкин.
       V ревизия мәғлүмәттәре буйынса, ауылда 90 башҡорт йорто булып, унда 360-лап ир-ат йәшәгән була, шуларҙың яртыһы мәғдән эҙләү һәм мәғдән сәнәғәте менән шөғөлләнгән. Ҡуян ауылы башҡорт мәғдәнселәренең ролен танып, батша хөкүмәте уларға айырым өҫтөнлөктәр бирә. Улар бөтә башҡорт
       ҡатламы өсөн мәжбүри "һәр төрлө хеҙмәт"тән, Яйыҡ һәм Себер нығытма линияларында сик буйы хеҙмәтенән азат ителә, "мәғдән промыслаһы" менән генә шөғөлләнергә тейеш
       була.
       Ҡуян мәғдәнселәре араһында иң уңышлы эшләүселәр Тасим
       Мәмәтов, уның улдары Исмәғил һәм Мөхәмәтрәхим, ейәндәре Исхаҡ менән Захар була. Ләкин Исмәғил Тасимов ҡына тарихҡа инә, үҙ ауылын һәм бөтә Ғәйнә башҡорттары ырыуын данға күмә.
       Ғәйнә улусы башҡорт һәм татарҙары араһында ғына түгел, урыҫ мәғдәнселәре һәм завод эшсәндәре араһында Исмәғил Тасимовтың абруйы, уның юғары профессиональ кимәле тураһында түбәндәге факт асыҡ һөйләй: 1754 йылда Закондар
       йыйылмаһы комиссияһын саҡырыуға әҙерләнгәндә Пермь тау
       етәкселеге уға һәм мәғдәнсе Козьма Ломтевҡа Пермь ведомствоһы заводсыларының һәм мәғдәнселәренең наказдар
       проектын әҙерләргә ҡуша. 28 төп һәм 16 өҫтәмә мәсьәләләр
       буйынса проект әҙерләнә. Был факт Исмәғил Тасимовтың уҡымышлы кеше булыуы хаҡында һөйләй, һәм был уның замандаштарына яҡшы билдәле була.
       1770 йылда Исмәғил Тасимов Берг-коллегияға тау заводтарында "начальниктар һәм надзирателдәр" әҙерләү өсөн, кадет корпусы кеүек, офицерҙар мәктәбе асырға тәҡдим
       менән мөрәжәғәт итә. Мөхәмәтрәхим Тасимов тау училищеһы
       асыу маҡсатын мәғдәнселәрҙе, уларҙың балаларын һәм ейәндәрен кәрәкле кәсепкә уҡытыу ихтыяжы менән аңлата. 1771 йылда ҡаҙна рудниктарын эшкәртеүгә контракт төҙөгәндә Тасимовтар тау училищеһы асыу мәсьәләһен тағы ла күтәрә.
       Берг-Коллегия, урыҫ тау промыслаһы өсөн бында й мәктәп асыуҙың файҙалы булыуын танып, тәҡдимде ҡабул итергә ҡарар итә һәм "был шартты Сенат хөкөмөнә ҡуя". Сенат документтарҙы ҡарап: "Тәҡдим ителгән уҡыу йортон кадет корпусы тип түгел, Тау училищеһы тип, ә уҡыусыларҙы студенттар тип атарға кәрәк, сөнки унда дворяндар ғына түгел ,
       төрлө ҡатлам балалары уҡыясаҡ. Тау училищеһына тулыһынса Берг-Коллегияның Төп командиры ҡарамағында булырға", тип билдәләй. Үҙ докладын Сенат императрица Екатерина II-гә еткерә, һәм ул раҫлап, училищеның беренсе командиры итеп Михаил Соймоновты тәғәйенләй.
       Шулай итеп, 1773 йылдың 21 октябрендә Рәсәй фәне һәм мәғариф тормошонда мөһим ваҡиға була - был көндә императрица Екатерина II Петербургта Рәсәйҙең беренсе юғары техник уҡыу йорто - Тау училищеһын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуя.
       Тасимовтың тау училищеһын асыу тураһында үтенесен ҡәнәғәтләндереүҙең төп факторы булып уның училищены асырға тәҡдим итеү генә түгел, ә үҙ тәҡдимен тормошҡа ашырыуҙы финансларға вәғәҙә итеүе лә тора. Һәм инициаторҙар үҙ һүҙендә тора: 1789 йылға тиклем Тасимовтарҙан училищены тотоуға 7483 һум 40 тин аҡса тотола.
       Хәҙерге заман ғалимдары иҫәпләүенсә, Исмәғил Тасимовтың
       үтенесе - ул хәҙерге заман менеджеры һәм инвесторының оҫта эш итеүенә тиң. Ул, әҙерлекле белгестәр йәлеп итеп, үҙ эшен киңәйтеү һәм үҫтереүгә шәхсән ҡыҙыҡһыныуын ғына түгел, ә Ватан тураһында хәстәрлеген дә күрһәтте.

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал