6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Йәш саҡта уйнап ҡал!
16.04.07


       "Бәхеттең синонимы? Аҡса", - тип көтөлмәгәндә яуап бирҙе
       БДУ-ның филология факультеты магистратураһын тамамлаусы
       әхирәтем. Шунда уҡ аңлатып та бирҙе - улар һайлау һәм ни теләйһең, шуны эшләү мөмкинлеге бирә. Үҙ аллы, үҙ-үҙеңә хужа булырға. Финанс азатлығы - бына ни турала хыяллана миллионлаған студенттар. "Финанс романс йырлай" башлаһа (ә был йыш ҡына була/, ҡайҙан аҡса эшләп табаһы тип уйлай
       башлайһың. Быны нәфсе тип тә, йәки "кешесә йәшәргә" ынтылыу тип тә атарға мөмкин, мәсьәлә уның асылында түгел.
       Иң мөһиме - аҡса эшләү теләге студенттарҙың ҡанында. Аҡса
       артынан ҡыуыуҙы улар уҡыу менән бергә алып бара. Бына минең электрон йәшнигемдә ҡыҙыҡлы бер реклама иғланы пәйҙә булды:
       "Бер төркөм студенттар арзан хеҙмәткәр йәки ярҙамсы сифатында үҙ хеҙмәтен тәҡдим итә. Атап әйткәндә: төрлө эштәр башҡарыусылар, йөк тейәүселәр, йыйыусылар, төрөүселәр, склад эшселәре, йыйыштырыусылар. Төҙөлөш- монтаж бригадаһы ла ойоштора алабыҙ, тик саҡырығыҙ ғына! Беҙҙең биш тонналыҡ машинабыҙ ҙа бар, мөрәжәғәт итегеҙ! Беҙ, студенттар, бөтәһенә лә әҙер: күсереү, вагон, фура, контейнер тейәү-бушатыу, төрлө тауарҙар һәм йөктәр төрөү, пианино, рояль, сейф, банкомат, сәнәғәт ҡорамалдары күсереү. Склад, үлсәү һәм монтажлау, сантехник, емереү кеүек квалификацияһыҙ эштәр ҙә беҙҙе ҡурҡытмай. Дизайнер, архитектура эштәре - рәхим итегеҙ! Бeҙ һеҙҙең һәр
       тәҡдимегеҙҙе ҡарайбыҙ".
       - Бөгөн 16-30 йәшлектәр илдең эшкә һәләтле халҡының 34 процентын тәшкил итә. Йәштәрҙең күбеһе үҙ ижади һәм хеҙмәт потенциалын бойомға ашырырға ынтыла, шул уҡ ваҡытта хәҙерге хеҙмәт баҙары реалийҙары уларҙың ниәттәренә ҡаршы килә, - тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты
       БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Татьяна Коротеева. - Рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр араһында йәштәр өлөшө бик ҙур - Рәсәй төбәктәрендә 20-57 процент тирәһе. Шуның ун проценты юғары профессиональ белем менән.
       "Икенсел эш менән шөғөлләнеү" рәсәйҙәрҙең күбеһенә совет заманынан яҡшы таныш. Ә хәҙерге йәштәр уның тураһында ишетеп кенә белмәй. Бындай аҡса эшләп алыуҙар уларҙың даими төшөм сығанағы булып тора.
       Өҫтәмә аҡса эҙләү сәбәптәре төрлө. Мегаполистарҙың социаль проблемаларына системалы анализ институты һәм Рәсәй йәштәр эшҡыуарлығына булышлыҡ итеү үҙәге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, студенттарҙың 60 проценты аҡса
       өсөн эшләй, 40 проценты - кәрәкле хеҙмәт күнекмәһенә һәм
       тормош тәжрибәһенә өйрәнеү өсөн, һуңғыларының 25 проценты эш хаҡының түбән булыуына күҙ йомоп ҡарай, сөнки
       эш уларға яратҡан һөнәренә яҡшыраҡ эйә булырға ярҙам итә.
       Йәштәр, беренсе сиратта, интеллектуаль хеҙмәт менән шөғөлләнергә теләй, бының хаҡына улар хатта эш графигының уңайлы булмауы менән дә килешергә һәм етәкселек яғынан тупаҫ мөғәмәләгә түҙергә лә риза.
       Өфө студенттары нимә менән йәшәй һуң? Нисек аҡса эшләп
       таба? "БАШвестЪ-йәш" күҙәтеүҙәре менән уртаҡлаша.
       Вика, 19 йәш:
       - Мин пединститутта матфакта уҡыйым, мәктәптә уҡығанда уҡ аҡса эшләй башлағайным. Каталогтар буйынса косметика һаттым, ҡыҙҙарға сәйләндән беләҙектәр яһай торғайным. Бөтәһенә ла оҡшай торғайны, хатта малайҙарға ла. Һәм миңә аҙ булһа ла теләп аҡса түләнеләр. Был минең беренсе бизнесым булды. Ә хәҙер курсташтарыма башлыҡтар, шарфтар
       бәйләп бирәм. Ҡәҙимге джинсыны сәнғәт әйберенә әйләндерәм. Төшөм, әлбиттә, ҙур түгел, әммә киләсәктә үҙемдең эшемде асырға уйлайым. "Эш юҡ, аҡса юҡ!" тип зарланғандарҙы тыңлаһаң, йән көйә. Теләгең, идеяң ғына булһын, аҡса эшләргә мөмкин.
       Сергей, 22 йәш:ғ (БДУ):
       - Кеҫәлек аҡсаны ябай ысул менән эшләп алырға мөмкин. Күп уҡыу йорттарының үҙ мәшғүллек хеҙмәттәре бар. Тәҡдим ителгән эш урындары, ҡағиҙә булараҡ, күп ваҡытты алмай, шәхси тормошоңа ла ваҡыт ҡала. Мин үҙем, мәҫәлән, һуңғы өс йылда техник текстарҙы тәржемә итәм. Етмәһә, тиҙҙән аспирантураға инергә йыйынам һәм вуз ҡарамағында уҡытыусы булып эшләй башлаясаҡмын.
       Анфиса, 17 йәш (ӨДАТУ):
       - Мин 13 йәштән алып эшләйем. Баҙарҙа әсәйемә бәлештәр һатырға ярҙам итә инем. Бер йыл элек Өфөгә Магнитогорскиҙан күсеп килдек, үҙ көсөм менән юғары уҡыу
       йортона индем. Уҡыуы ҡыйын, әммә өлгәшәм. Ресторан һәм кафеларҙа официантка булып эшләйем.
       Денис, 20 йәш (ӨДСА):
       - Мин - музыкант. Көндөҙ уҡыйым, төндәрен Өфөнөң төнгө
       клубтарының береһендә диджей булып эшләйем. Күп студенттар шулай эшләй. "Йәш саҡта уйнап ҡал!" - ти музыканттар бер-береһенә. Был "хәҙер үк эшлә, йәшә, уңышҡа өлгәш" тигәнде белдерә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал