6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Шаляпиндың Өфөләге адрестары
13.04.07


       2007 йылдың мартында БР Президенты Мортаза Рәхимов Федор Шаляпиндың ҡыҙы Марина Шаляпина-Фреддиҙы 95 йәше менән ҡотланы. Телеграммала ул, Башҡортостанда Ф.И. Шаляпиндың иҫтәлеген, уның Өфө менән тарихи бәйләнешен мәңгеләштереү буйынса күп эштәр башҡарыла, тине. Быйыл, Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығын байрам иткән осорҙа, Өфөлә гениаль йырсыға (1873
       йылдың 13 февралендә тыуған - 1938 йылдың 12 апрелендә үлгән) һәйкәл ҡуйыласаҡ.
       Өфөлә Федор Шаляпин 1890 йылдың сентябренән 1891 йылдың июненә тиклем йәшәгән, әммә ҡала Федор Иванович
       өсөн ижади тормош бишегенә әйләнгән.
       Беҙ бөгөн Шаляпиндың Өфө адрестарын иҫкә төшөрәбеҙ.
       1890 йылдың сентябрендә Ҡазандан килгән пароходтан Софронов пристанына 17 йәшлек Федор Шаляпин килеп төшә. Сауҙагәр Федор Софронов исеме менән аталған пристань Шаляпиндың Өфөләге беренсе адресы. Беренсе һәм
       һуңғыһы. Ошонан 1891 йылдың июнендә ул пароходта кире Ҡазанға юл тота.
       1890 йылдың 26 сентябрендә Шаляпин ғүмерендә тәүге тапҡыр А. Замараның "Палермонан йырсы" опереттаһында сығыш яһай. Театр бинаһы Ильин, Телеграф, Воскресенский урамдары һәм Театр тыҡрығы (хәҙерге Фрунзе, Цюрупа, Туҡай һәм Матросов урамдары) араһындағы кварталда урынлашҡан була. Театрҙың ағас бинаһы 1861 йылда төҙөлгән
       булған, әммә беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған.
       Йәш Шаляпин Трунилов слободаһында (мәсет артында) Ағиҙелдең текә ярында ике ҡатлы ағас йортта йәшәй. Хәҙерге
       Павлунов урамындағы йорт һаҡланмаған. Уны күптән түгел генә һүттеләр.
       1891 йылдың 6 майында Федор Иванович Прозоров фамилияһы менән (әсәһенең ҡыҙ фамилияһы) беренсе тапҡыр
       Дворяндар йыйылышы бинаһында Рубинштейндың "Демон" операһында ҡарт хеҙмәтсе ролендә сығыш яһай. 1967 йылдың
       6 февралендә артистың ҡыҙы Ирина Федоровна Шаляпина килгәндә бинаға таҡтаташ ҡуялар. Элекке Дворяндар йыйылышы бинаһы (хәҙер унда Заһир Исмәғилев исемендәге
       Өфө дәүләт сәнғәт академияһы урынлашҡан) Ленин урамында. Ул архитектор А.А. Голиустың проекты буйынса төҙөлгән һәм 1856 йылда асылған. Ошо уҡ бинала Шаляпин Гуноның "Фауст" операһынан Мефистофель ролен әҙерләй.
       1891 йылдың апрель-июнендә Федор Иванович Шаляпин губерна земство идараһында (хәҙерге "Өфөкабель" заводы бинаһы) күсереп яҙыусы булып эшләй. Был йорт хәҙерге Цюрупа һәм Фрунзе урамдары мөйөшөндә. Ике ҡатлы таш бина 1880 йылдарҙа һалынған.
       Бында эшләгәнендә Шаляпин Гоголевский урамындағы (хәҙер Гоголь урамы, 1) бер ҡатлы ағас йортта йәшәй. Бәхеткә
       ҡаршы, ХIХ быуат аҙағында төҙөлгән был йорт һаҡланған, унда бөгөн дә йәшәйҙәр. Ошонан Федор Шаляпин 1891 йылдың июнендә иртәнсәк сәғәт етелә Софронов пристанына
       китә һәм пароходта Ҡазанға юллана.
       Бынан тыш та Өфөлә Ф.И. Шаляпин исеме менән бәйле иҫтәлекле урындар етерлек. Тимер юл вокзалын телгә алырға
       мөмкин, бынан ул артистар менән бергә 1891 йылда Златоустҡа гастролгә китә. Өфө - Златоуст тимер юлы буйлап
       хәрәкәт 1888 йылдың 8 сентябрендә асыла, шул саҡта яңы Өфө станцияһы вокзалы тәүге пассажирҙарын ҡабул итә.
       Йәш Федор Шаляпин Өфөнөң Ильин сиркәүе хорында сығыш яһап, өҫтәмә аҡса эшләй. Изге пәйғәмбәр Илья хөрмәтенә аталған Ильин сиркәүе 1855 йылда төҙөлә. Ул хәҙерге Фрунзе урамында була. 1931 йылда Ильин сиркәүен
       ябалар, һуңынан емереп ташлайҙар.
       1904 әллә 1905 йылдамы ул саҡта танылған рус йырсыһы Шаляпин үтеп барышлай Өфөгә һуғылып, үҙенең иптәше Григорьевта була һәм Өфөнөң тимер юлсылар оҫтаханалары урынлашҡан территориялағы эшселәр клубында сығыш яһай. Ул башҡарған "Дубинушка" йырын клубтағы бөтә эшселәр күтәреп ала.
       Федор Иванович Шаляпинға Өфөлә һәйкәл асылғас, әлбиттә,
       өфөләрҙең һәм Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығына килгән баш ҡала ҡунаҡтарының Рәсәйҙең бөйөк йырсыһы биографияһының Башҡортостан биттәренә ҡыҙыҡһыныуы артасаҡ. Шаляпиндың Өфө адрестары буйлап сәйәхәте уларға бында ярҙам итәсәк. Әлегә
       махсус белешмә булмауы ғына йәл.

Юриу Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал