6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Милли сәйәсәт

Дәүләттең төп халҡына хәүеф янай
13.04.07


       Башҡортостан коммунистары урыҫтар мәсьәләһен күтәрә. Әлбиттә, был инициативаның авторҙары улар түгел. КПРФ-тың
       Башҡортостан рескомы Мәскәүҙә үткән КПРФ Үҙәк Комитеты
       пленумында яңғыраған идеяларҙы үҙ төбәгендә күтәрҙе.
       Рескомдың беренсе секретары Рифғәт Гарданов был пленумда ҡатнашты. Унан әйләнеп ҡайтҡас, үҙ фекерҙәштәрен
       Геннадий Зюгановтың "Күп милләтле Рәсәйҙең рухи берҙәмлеге нигеҙе булараҡ, урыҫ мәҙәниәтен яҡлау буйынса
       партияның бурыстары тураһында" докладының төп положениелары менән таныштырҙы.
       КПРФ-тың йөҙҙән ашыу йыллыҡ тарихында тәүге тапҡыр урыҫтар мәсьәләһе шундай киң аспектта ҡуйыла. Был мәсьәләне хәҙер коммунистар ғына күтәрмәй. Бөтә донъя урыҫ соборҙарында мәсьәлә бик ентекле тикшерелде.
       Бөтә донъя күҙ алдында бөйөк милләт юғала. Өс океан араһында мөһабәт дәүләт төҙөгән, йөҙәрләгән башҡа халыҡтарҙы берләштергән, уларҙы ҡырылып бөтөүҙән һаҡлап
       алып ҡалған халыҡ юғалыуға дусар.
       Радикаль "демократтарҙың" сәйәси кулуарҙарында, Ер йөҙөндә урыҫтар 50 миллиондан ашмаҫҡа тейеш, тип йәшерен
       раҫлана. Нефть-газ торбаларын, алмас ятҡылыҡтарын хеҙмәтләндереү һәм Рәсәй урмандарында ағас эшкәртеү өсөн
       тап ошо тиклем урыҫтар етәсәк.
       Был план - буш хыял түгел. Был Рәсәйҙә йыл һайын миллионлаған кешенең ғүмерен ҡыйып тормошҡа ашырылған
       стратегия. Һуңғы 15 йылда ил 10 миллиондан ашыу кешеһен юғалтты, шуның 9,5 миллионы - урыҫтар. Рәсәйҙең төп халҡын
       рациональ, аңлы рәүештә, даими ҡырыу бара.
       Ни өсөн урыҫ халҡы "яңы донъя ҡағиҙәһе" авторҙарына ярамай башланы? Был аңлашыла. Урыҫ мәҙәниәте, бигерәк тә
       әҙәбиәте - донъя гуманизмының юғары нөктәһе. Ул нигеҙе буржуазияға ҡаршы булыуы менән бөтә донъя мәҙәниәттәренән айырылып тора. Пушкиндан башлап, урыҫ әҙәбиәте халыҡсанлыҡ байрағын юғары тотто. Ул һәр ваҡыт милләткә хас "кем ғәйепле һәм нимә эшләргә?" тигән һорауҙар ҡуйҙы. Бөгөн, илдә капитализм реставрацияһы менән, был һорауҙар, һис ҡасан булмағанса, хәүефле һәм актуаль яңғырай.
       Хәҙер хатта урыҫ теленең үҙенә лә вәхшиләшеү ҡурҡынысы
       янай. "Труд", "любовь", "целомудрие", "совесть", "стыд" кеүек күп төшөнсәләр унан баҙар лексиконы һәм жаргондар баҫымы аҫтында ҡыҫырыҡлап сығарыла. 2007 йыл Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан Урыҫ теле йылы тип
       иғлан ителде, ләкин был турала бик аҙҙар белә, һәм бер ниндәй ҙә ысын мәғәнәһендә системалы аҙымдар яһалмай.
       Ил тарихы аяуһыҙ боҙоп күсереп яҙыла. Ул туҡтауһыҙ тоталитаризм, көсләү һәм ҡоллоҡ тарихы итеп бирелә. Ә бит халыҡ йәшәй. Йәшәй икән, тимәк, уның тарихы, мәҙәниәте һәм теле яҡлана. Үҙенең милли үҙенсәлеген юғалтып, ул үҙенең йәшәүенә ҡурҡыныс янауын тоймай башлай.
       Ватан рухилығының тарихи сығанағы, ергә, тәбиғәткә, коллектив хеҙмәткә, ғаиләгә, ата-олатайҙар ғөрөф-ғәҙәттәренә
       һәм йолаларына һөйөү һәм ихтирам кеүек, йәмғиәтебеҙ ҡиммәттәрен һаҡлаусы урыҫ ауылы ҡот осҡос хәлдә. Төп тарихи өлкәләрҙә халыҡ ысын мәғәнәһендә ҡырылып бөтөп бара. Һуңғы 13 йылда һәр биш ауылдың икәүһе, бөтәһе 16 мең ауыл юҡҡа сыҡты.
       Халыҡты арзан сит ил суррогаттары менән эскелеккә һалыштырыу тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Ҡайһы бер өлкәләр халҡы өстән бер өлөшкә кәмене.
       Урыҫ милләтенән булмаған халыҡтың бер ниндәй проблемаһы юҡ, тип әйтеп булмай. "Үҙгәртеп ҡороу" эҙемтәләренән бик күптәр яфа сигә һәм ярҙамға мохтаж. Әммә бөгөн иң мөһиме - урыҫ халҡын, уның рухилығын һәм мәҙәниәтен тергеҙеү. Әгәр урыҫ халҡы тәбиғи тартыу көсө булараҡ йомшарһа, был Рәсәй дәүләтендә йәшәгән бер халыҡҡа ла бәхет һәм именлек килтермәйәсәк. Уларҙың яҙмышы урыҫтар яҙмышы менән тығыҙ бәйле. Дәүләтте барлыҡҡа килтереүсе халыҡ көсһөҙ булырға тейеш түгел.
       Һәр халыҡ - үҙ иленең патриоты. Ул уны ярата, уның менән
       ғорурлана. Уның уңышһыҙлыҡтары өсөн борсола һәм үҙен мәнфәғәттәре, тарихи тамырҙары уртаҡ булған бер ғаилә ағзаһы итеп тоя. Урыҫ мәҙәниәтен тергеҙеүҙең тәүшарттары - иң элек, халыҡ өсөн ата-олатайҙарыбыҙҙың ҙур мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм еткереү. Тарихи ҡомартҡыны, православие мәҙәниәтен, халыҡтың дингә, изге урындарға һәм
       йолаларына ихтирамлы ҡарашын яҡларға һәм тергеҙергә кәрәк.
       Ил тормошоноң бөтә өлкәләрен криминаллаштырыуға ҡаршы
       күтәрелергә кәрәк. Рәсәйҙә йылына 60 мең граждан үҙенә-үҙе ҡул һала - был тотош бер ҡала халҡы. Илдә дүрт миллионға яҡын наркоман, 2,5 миллион эскесе, ике меңгә яҡын кеше "уйын ҡомары" менән яфалана. Йыл һайын ике миллион аборт
       яһала.
       Әхлаҡ һәм мәҙәниәтте аяҡҡа баҫтырырға, урыҫ телен яҡларға кәрәк. Халыҡтың традицион ҡиммәттәренә, быуаттар буйына килгән изге нәмәләренә таянмайынса, Рәсәйҙең урыҫ
       һәм башҡа бөтә халыҡтарының иҡтисади, социаль, сәйәси хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен тәьмин итмәйенсә тороп, милләтте тергеҙеп булмай.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал