6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Ауыл хужалығы

Милли проекттың башҡорт варианты
12.04.07


       2010 йылға продукция етештереүҙе 30 процентҡа арттырырға. Ауыл ерендә өҫтәмә рәүештә 1,5 меңләп эш урыны булдырырға. Республика бюджетын һалымдар формаһында бер миллиард һумға тулыландырырға. Башҡортостан аграрийҙары үҙҙәре алдына тап шундай амбициялы бурыстар ҡуя. Һәм улар быны малсылыҡты үҫтереү
       аша тормошҡа ашырырға планлаштыра. Бөгөн Башҡортостанда ауыл хужалығының тап ошо тармағына баҫым
       яһала.
       Пландарҙы тормошҡа ашырырға "2007-2010 йылдарға Башҡортостан Республикаһы малсылығын үҫтереү" Республика маҡсатлы программаһы ярҙам итәсәк, уның проекты БР Хөкүмәте ултырышында тикшерелде.
       Был программа нимәһе менән йәлеп итә һуң? Беренсенән, ул бөтә малсылыҡ фермаларын һәм комплекстарын яңыртырға,
       уларҙы мал һәм ҡош-ҡорт менән тултырырға булышлыҡ итәсәк. Икенсенән, уның сиктәрендә мал, техника һәм технологик ҡорамалдар һатып алынасаҡ. Өсөнсөнән, мал аҙығы
       базаһы һиҙелерлек яҡшырасаҡ. Дүртенсенән, малсылыҡ продукцияһын һатыу мәсьәләһе хәл ителәсәк. Бишенсенән, агросәнәғәт комплексы кадрҙарын әҙерләүгә һәм уларҙың квалификацияһын күтәреүгә ҙур иғтибар биреләсәк, тимәк, ауылда йәш белгестәрҙе нығытыу өҫтөнлөк аласаҡ. Һәм башҡалар. Эксперттарҙан кемдер уға "милли проекттың башҡортса варианты" тип исем бирергә лә өлгөргән.
       Пландар ҙур: программа республиканың 360-тан ашыу малсылыҡ объектын производствоның яңы технологик кимәленә күсереүҙе ҡарай. Яңы малсылыҡ объекттары төҙөү,
       булғандарын реконструкциялау һәм яңыртыу иҫәбенә 2007- 2008 йылдарҙа ғына 10 мең - һыйыр малы өсөн, 300 мең сусҡалар өсөн урын булдырыласаҡ, 100 мең һыйыр малы урыны модернизацияланасаҡ. Яҡындағы дүрт йылда ғына орғасы малдарҙың тоҡом сифатын яҡшыртыу өсөн республика
       хужалыҡтарына банк кредиттары, үҙ аҡсаһы һәм лизинг иҫәбенә 39 мең башҡа яҡын тоҡомло һыйыр малы, 13 меңдән
       ашыу сусҡа, алты мең һарыҡ һәм кәзә, бер меңгә яҡын йылҡы малы һатып алыу планлаштырылған.
       Күҙаллауҙар тәьҫирләндерә. Республиканың сусҡасылыҡ комплекстарында һәм ҡошсолоҡ фабрикаларында ғына 2010 йылдың аҙағына һуйыуға сусҡа һатыу күләмен йылына 45-50 мең тоннаға, бройлер итен 36 мең тоннаға еткерергә планлаштырыла. Етмәһә, яҡын арала малсылыҡтың тиҙ өлгөрә
       торған тармаҡтарына - сусҡасылыҡҡа һәм ҡошсолоҡҡа өҫтөнлөк биреләсәк.
       Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, ҡошсолоҡ, бигерәк тә ҡаҙҙар иң перспективалы һәм файҙалы төр булып тора, тип иҫәпләй. Яҡындағы дүрт йылда республикала ит етештереү күләме тағы 30 процентҡа арттырыласаҡ, урындағы
       ит эшкәртеүселәр өсөн сеймал етерлек буласаҡ. Юҡһа, колбасаның яртыһы тиерлек сит ил сеймалынан, етмәһә, йыш ҡына һаҡлау срогы күптән сыҡҡан иттән етештерелә.
       Хәҙер төп мәсьәлә мал аҙығы етештереүгә килеп терәлә.
       - Мал аҙығы менән тәьмин итмәйенсә тороп, республикала
       малсылыҡты үҫтереү тураһында һөйләп тороуҙың кәрәге юҡ, -
       тип иҫәпләй БР Хөкүмәте вице-премьеры Шамил Вахитов. - Малсылыҡ продукцияһы конкуренцияға һәләтле булһын өсөн беҙгә арзан мал аҙығы алырға кәрәк.
       Шуға күрә етди бурыс ҡуйыла: йылына шартлы бер баш малға 40-50 центнер аҙыҡ берәмеге етештерергә. Эксперттар
       иҫәпләүенсә, бурыс үтәрлек. Тик сәсеүлек майҙандары структураһын ҡуҙаҡлы культуралар һәм ҡыяҡлы-ҡуҙаҡлы ҡатнашмалар өлөшөн арттырыу иҫәбенә камиллаштырырға кәрәк.
       Тиҙ көндәрҙә республика Малсылыҡты үҫтереү программаһы ҡабул ителәсәк. Уны тормошҡа ашырыуҙа республиканың бөтә ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ҡатнашасаҡ.
       Республика бюджетынан программа сараларына 4,9 миллиард һум аҡса бүлеү талап ителә. Программаны дәүләт яҡлауы мал, ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары лизингына бюджет средстволары бүлеү иҫәбенә атҡарыласаҡ.
       Шулай уҡ банк кредиттары буйынса проценттар өҫтәләсәк.
       Программаны тормошҡа ашырыуға финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә 15 миллиард һумдан ашыу аҡса талап ителә. Контроль ҡаты буласаҡ: БР Хөкүмәтендә ай һайын биш- алты район башлығы отчет бирәсәк.
       Был мәсьәләне Башҡортостан Президенты ла үҙ контролендә тотасаҡ.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал