6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

Третьяк уҡыусыларҙы ярата
12.04.07


       Өфөлә "Владислав Третьяк кубогы"на үҫмерҙәр араһында хоккей буйынса Бөтә Рәсәй турниры башланды. Владислав Третьяк Өфөгә үҙе лә килде, төҙөлөүсе "Өфө-Арена"ны ҡараны һәм "Салауат Юлаев" менән Мәскәү "Динамо"һы үҫмерҙәре матчы алдынан Спорт һарайында матбуғат конференцияһы уҙғарҙы.
       Мәктәптәр - беҙҙең киләсәгебеҙ
       Владислав Третьяк алыштырғыһыҙ ҡапҡа һаҡсыһы булды. Ләкин уға, Рәсәй хоккейы етәксеһе булараҡ, хоккей һөйөүселәрҙең дәғүәләре лә бар ине. Был матбуғат конференцияһы Третьякка, кешегә һәм етәксегә булараҡ, минең ҡарашымды яҡшы яҡҡа ныҡ ҡына үҙгәртте.
       - Өфөлә турнирҙы ойоштороу кимәлен мин бик юғары баһалайым. Бөтәһе лә иҫәпкә алынған һәм эшләнгән, - тип белдерҙе Рәсәй хоккейы башлығы. - Беләм, һеҙҙең ҡалала хоккейҙы бик яраталар һәм яратасаҡтар. Яңы ҙур стадион төҙөлөшөн дә барып ҡараным. Бөтәһе лә ваҡытында әҙер булыр, тип ышандырҙылар.
       - Элек, башҡа факторҙар менән бер рәттән, беҙҙең СССР йыйылма командаһына патриотизм да хас ине. Хәҙер был юғалды, буғай, - тип бошондо журналистика ветераны.
       - Килешәм. Элек Олимпиадала көмөш миҙал беҙҙең ил өсөн
       еңелеүгә тиң ине, - тине Третьяк, - американдар бер ваҡыт беҙҙе еңде һәм патриотик нәфис фильм төшөрҙө, унда "Ҡыҙыл машина"ны еңеү өсөн күпме көс һалырға кәрәк булыуы күрһәтелде. Боҙҙа арып йығылаһың, ҡоҫаһың, әммә үҙеңдән барыһын да һығып сығарырға тейешһең. Хәҙер беҙгә
       Рәсәйҙә ошо етешмәй. Миңә йәш хоккейсыларҙың "Ҡайҙа уйнарға теләйһең?" тигән һорауға "Калгариҙа", "Лос- Анджелеста" һәм башҡала тип яуап биреүҙәре һис кенә лә оҡшамай. Бер кем дә тиерлек беҙҙең клубтарҙы атамай. Беҙҙә
       үҙебеҙҙең патриотик тәрбиә системаһы булырға тейеш. Малайҙар туған клубтары һәм Рәсәй йыйылма командаһы тураһында хыялланырға тейеш. Мәктәптәрҙе үҫтерергә кәрәк - был беҙҙең киләсәгебеҙ. Эре төбәктәрҙә хоккейҙы үҫтереүгә
       ҡаршы торорға ярамай. "Лада" һәм "Трактор", әйтәйек, шарттарҙы үтәмәне һәм яңы стадиондар төҙөмәне, ләкин уларҙың хоккей алдында ҡаҙаныштары күп. Уларҙың тәрбиәләнеүселәре үҫмерҙәр һәм йәштәр йыйылма командаларын даими тулыландыра. Мин уларҙы суперлигала ҡалдырырға кәрәк тип иҫәпләйем, ләкин бөтәһен дә башҡарма
       комитет хәл итәсәк. Суперлигала егерменән ашыу клуб уйнарға тейеш тип уйлайым, әммә беҙ финанс гарантияһы биргәндәрҙе генә ала алабыҙ. Хәҙер, әйткәндәй, Ҡаҙағстан клубтары ҡатнашырға теләк белдерҙе.
       Шуны билдәләп үтәһем килә: был турнирға минең исем мин
       дан яуларға теләгән өсөн түгел, ә уға бағыусылар йәлеп итеү
       өсөн бирелде. Исемдәре танылған башҡа хоккейсылар ҙа турнирҙарға, популярлаштырыу өсөн, үҙ исемдәрен бирергә тейеш, тип иҫәпләйем. Шул иҫәптән был урындағы турнирҙар
       ҙа булыуы мөмкин. Малайҙарға үҫергә кәрәк. Хәҙер рәсәйҙәрҙең хоккейға иғтибарын йәлеп итеү бик мөһим. Беҙ шуға телевидениены йәлеп итергә тырышабыҙ һәм быға өлгәшәбеҙ ҙә - күптән түгел Беренсе канал Евротур матчтарын
       күрһәтте.
       "Владислав Третьяк кубогы" Өфөлә традиционға әйләнеүе бик ихтимал. Был турала беҙ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вәкилдәре менән һөйләштек.
       Һуңыраҡ матч ваҡытында Владислав Александрович балаларға автограф таратыуға күп ваҡытын бүлде, бер кемде лә иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырышты. Кешеләргә бындай иғтибары ҙур түрәнең ҙур ыңғай яғын күрһәтә.
       Был миҙгелдә үк клубтар үҙ мәктәптәренә күберәк иғтибар бирһен, Европанан һәм АХЛ-дан килгән уртаса уйынсыларға түгел, ә үҙ тәрбиәләнеүселәренә, йәш ҡапҡа һаҡсыларына уйнарға мөмкинлек бирһен өсөн Третьяк бөтәһен дә эшләр микән? Плей-офф артабан да күп ҡалаларға килһен һәм 16 команданы индерһен ине. Тик бына серияларҙы дүрт еңеүгә тиклем һуҙһындар ине.
       Уҡыусы-фанаттар
       Мин турнирҙың күп тамашасылар йәлеп итмәйәсәген яҙғайным инде. Шулай килеп сыҡты ла. Кешеләр үҫмерҙәр хоккейына бик ашыҡманы, шуға күрә берҙән-бер юл - трибунаға уҡыусыларҙы йәлеп итергә хәл ителде. Балаларҙы бөтә ҡала буйлап йыйҙылар.
       - Беҙгә матчҡа бушлай билет тәҡдим иттеләр - кем теләй, шул алды. Ҡайһы берҙәрен автобус менән килтерҙеләр, - тине хоккей "һөйөүсе" ҡыҙҙарҙың береһе.
       Мин, клуб дөрөҫ ҡарар ҡабул иткән, тип иҫәпләйем. Тап ошондай бушлай бүләктәр менән йәштәрҙе хоккейға ылыҡтырырға мөмкин. Бөгөн үҫмерҙәр хоккейына бушлай килһәләр - иртәгә уларҙа аҡса түләп килеү теләге уяныр. Әйткәндәй, хоккей күп балаларға оҡшаны.
       СМС "ямғыры" аҫтында
       Хәҙер - хоккейҙың үҙе тураһында. Әгәр Третьякка журналистар бик күп килһә, уйынға бик аҙҙары ғына ҡалды, күбеһе беренсе тәнәфестә үк ҡайтып китте. Юҡҡа, уйын бик мауыҡтырғыс барҙы.
       Ойоштороусылар ҡыҙыҡлы сара ла үткәрҙе - СМС ебәрергә
       мөмкин булды, туғыҙ һумға ғына текст Спорт һарайы экранында күрһәтелде. Текстарҙың төрлөһө булды, әлбиттә.
       Юлаевсыларҙан иҫәпте Кирилл Полозов асты. 1991 йылғы үҫмер үҙенән өлкәнерәктәр араһында айырылып торҙо. Әгәр Кирил үҙе өҫтөндә күберәк эшләһә, беҙ, ихтимал, яңы Малкин
       йәки унан да көслөрәк хоккейсы алырбыҙ.
       Өфө командаһы һаҡсылары тотороҡло уйнаны, ә ҡапҡа һаҡсыһы бигерәк тә яҡшы уйнаны. Йәш юлаевсылар Мәскәү "Динамо"һы үҫмерҙәрен 3:1 иҫәбе менән еңде һәм "Владислав Третьяк кубогы"на беренсе аҙымын яһаны.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал