6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Скульптура

Нуриев ҡасан әйләнеп ҡайтыр?
11.04.07


       1945 йылдың ғинуарында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына бер малай килә, ә 20 йылдан һуң кешеләр, Нью- Йорктағы "Метрополитен-опера" ҡаршыһында палатка ҡороп, уның сығышына билет алыу өсөн өсәр көн дежур итәсәк.
       ХХ быуат бейеү сәнғәте генийы бөтә донъяға провинциаль Өфө хаҡында һөйләй, уны Нуриевтың таланты алдында баш эйеүселәр әле булһа балет һәм бейеү менән ассоциациялаштыра. Һәр хәлдә бәләкәй Рудик башҡаса күҙ алдына ла килтермәй. Бигерәк тә беренсе тапҡыр Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына барып ҡайтҡас, ул, үҙе әйтмешләй, "ғәҙәттән тыш булыуы менән тәьҫир ҡалдыра" һәм шул саҡта уҡ тыуған "донъяла иң яҡшы балет бейеүсеһе булырға" тигән изге маҡсатына өлгәшеүҙә ҡеүәтле стимул булып хеҙмәт итә.
       "Миндә аңлатып бирә алмаҫлыҡ нимәлер тоҡанды. Минең менән ниҙер булды, һәм мине үҙем йәшәгән меҫкен донъянан
       ҡайҙалыр бейеккә, күккә алып китте. Был мөғжизәле урынға ингән мәлдән алып миңә ысынлап та фани донъяны ташлап киткән һәм үҙем белгән бөтә нәмәнән алыҫта ҡайтанан тыуғандай булдым. Мин бер һүҙ әйтә алмай, ҡатып ҡалдым. Хатта бөгөн дә был иҫ киткес театр бинаһына ингән саҡта мин
       ошондай уҡ тылсым тоям", - тип яҙа ул һуңыраҡ, бала сағын иҫкә алып.
       - Нуриев дәүере ул тере саҡта 30 йыл дауам итте. Һәм ул хатта бөйөк бейеүсе вафат булғандан һуң да - уның исемендәге балет спектаклдәрендә, китаптарҙа һәм фильмдарҙа, бөтә донъялағы уның ижадына хайран кешеләр хәтерендә дауам итә, - тип һөйләй Нью-Йорктан тыуған иленә
       ҡайтҡан Өфө ҡыҙы Римма Буранбаева.
       - Ерҙең төрлө мөйөштәренән кешеләр өсөн ул дипломаттарға һәм уны гражданлыҡтан мәхрүм иткән кешеләргә ҡарағанда күберәк эш башҡарҙы, - ти Римма. - Жаклин Кеннеди һәм баронесса Ротшильд "балет Сыңғыҙханы" менән дуҫлашыуҙы үҙе өсөн ҙур хөрмәт тип һананы, уға королдәр һәм президенттар алҡышлап ҡул сапты.
       СССР-ҙа Рудольф Нуриевты һатлыҡ йән тип атайҙар. Ләкин
       уны яҡындан белгән дуҫтары бейеүсене космополит һәм "рус
       патриоты" тип атайҙар. Замандаштары уның бер ваҡытта ла үҙ иле тураһында насар һүҙ әйтергә рөхсәт итмәүен һәм, Рәсәйҙә бейеүсе бик аҙ эш хаҡы ала, тип кенә өҫтәүен хәтергә ала. "Рудольф татар-башҡорт ғәҙәте буйынса баллап сәй эсергә яратты. Йыш ҡына сәхнә артында иңенә башҡорт еләнен һалып алыр ине". Артист үҙе буйһонмаусанлығын һәм
       азатлыҡҡа ынтылыуын үҙендә татар һәм башҡорт ҡаны ҡайнау һөҙөмтәһе тип иҫәпләне.
       - 17 мартта Рудольф Нуриевҡа 69 йәш тулыр ине, - тип һөйләй Римма Буранбаева. - Бөйөк һәм үҙ-ара ғәфү үтенеү хаҡына, гениаль, донъяла иң билдәле яҡташыбыҙға һөйөү хаҡына һәйкәл ҡуйылырға тейеш, тип иҫәпләйем. Был "Рудольф Нуриев әйләнеп ҡайтты" тигәнде аңлатыр ине.
       Артисҡа һәйкәл асыу тураһындағы бәхәстәр быйыл Өфөлә ҡыҙыу барҙы. Берәүҙәр бөйөк бейеүсегә һәйкәлде ҡасандыр
       бейеү генийы үҙ карьераһын башлаған опера театры алдында ҡуйыу яҡлы. Улар һәйкәлде быйыл уҡ Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығына арналған тантанаға асырға кәрәк, тигән фекерҙә.
       Әммә һәйкәлде ҡуйыу урыны тураһындағы мәсьәлә асыҡ ҡала. Архитекторҙар һәм скульпторҙар бындағы майҙанды бәләкәй тип иҫәпләй.
       - Рудольф Нуриевҡа һәйкәл, һис шикһеҙ, театр алдындағы майҙандан ҙурыраҡ урын талап итә, - тип һөйләне Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы сәнғәт бүлегенең баш белгесе Ирина Оськина. - Мин уны ерҙән айырылып осоп барған, хәрәкәттәге фигура итеп күҙ алдына килтерәм. Опера
       һәм балет театры алдындағы майҙансыҡ бындай һәйкәл урынлаштырыу өсөн бик бәләкәй. Был урын бюстҡа ғына етә
       - ләкин, килешегеҙ, был Нуриев кеүек масштаблы фигура өсөн сиктән тыш бәләкәй буласаҡ.
       Европалағы кеүек, Нуриевҡа һәйкәлде артыҡ ҙур итмәҫкә лә мөмкин - бөйөк бейеүсенең һығылмалы фигураһы өсөн бик
       ҙур урын да кәрәкмәй инде, ә уның карьераһына нигеҙ һалған
       театр алдындағы майҙансыҡ иң ҡулай урын бит, тигән һорауға
       Оськина:
       - Был бейеү генийы фигураһын туранан-тура тротуарҙа ҡуя
       торған осраҡ түгел. Ул күркәм булмаясаҡ. Европа ҡалаларында скульптура композицияларын постаментһыҙ ҡуйыу традицияһы күптәнән килә, һәм кешеләр уға аңлап ҡарай. Ләкин беҙҙең ватан публикаһы түгел. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ бит, парктарҙағы скульптураларҙың күп тә үтмәй бәҫе китә. Бейеүсе һәйкәленең дә шундай хәлгә дусар булыуын теләмәҫ инем. Нуриевтың һуҙылған ҡулында йәки аяғында малайҙар аҫылынып торһа, һис килешмәҫ, моғайын. Ҡалабыҙҙа "ергә яҡын" һәйкәлдәрҙең барыһында ла ошондай
       күренеш күҙәтелә бит.
       Ирина Оськина хәбәр итеүенсә, скульпторҙар араһында Рудольф Нуриевҡа һәйкәл ижад итеүгә конкурс иғлан ителмәгән әле - күреүегеҙсә, быйыл ундай мөмкинлек булманы
       ла. Һәйкәл урыны ла билдәләнмәгән. Уның әйтеүенсә, Рудольф Нуриев иҫтәлегенә арналған иң яҡшы скульптура композицияһына конкурс 2008 йылда, артистың 70 йәшлек юбилейына үткәрелер, моғайын. Һәм был Рәсәйҙә гениаль бейеүсегә беренсе һәйкәл буласаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал