6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Парламентта

Президент Мөрәжәғәтнамәһе илһам сығанағы кеүек
11.04.07


       Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов
       республика парламенты ултырышында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә
       менән сығыш яһаны.
       Президент әйтеүенсә, дөйөм алғанда, былтырғы Мөрәжәғәтнамәлә билдәләнгән маҡсаттарға уңышлы өлгәшелде. Республикалағы, илдәге шарттар бөгөн иҡтисадты артабан үҫтереү һәм социаль сәйәсәтте камиллаштырыу өсөн
       дә ҡулай.
       Быйылғы йыл мөһим ваҡиға - Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығы билдәһе аҫтында үтәсәк. Был байрам федераль кимәлдә һәм илдең күп төбәктәрендә билдәләнәсәк.
       Перспективаларға килгәндә, Рәсәй бөгөн федератив мөнәсәбәттәрҙең яңы кимәленә сыҡты - ул социаль-иҡтисади үҫештә төбәктәрҙең үҙаллылығын һәм яуаплылығын сифат йәһәтенән күтәреү. Быйыл эшебеҙҙә өҫтөнлөклө өлкәләрҙә - һаулыҡ һаҡлауҙа, мәғарифта, мәҙәниәттә, халыҡты эш менән тәьмин итеүҙә, тәбиғәттән файҙаланыуҙа, шулай уҡ ҡала төҙөлөшө һәм торлаҡ өлкәләрендә - вәкәләттәрҙе айырыу һәм
       дәүләт идараһын камиллаштырыу өлөшөндә федераль һәм республика ҡануниәттәрен яраштырыу әүәлгесә айырым урын биләйәсәк.
       Дәүләт ҡоролошо процестарында республиканың Дәүләт Йыйылышы ҙур әһәмиәткә эйә булыу сәбәпле, Президент депутаттарға Дәүләт Думаһындағы комитеттар һәм фракциялар
       менән тығыҙыраҡ хеҙмәттәшлек итергә, Федераль Йыйылыштағы депутаттарыбыҙҙы һәм вәкилдәребеҙҙе республика мәнфәғәттәрен яҡлауға әүҙемерәк йәлеп итергә тәҡдим итте.
       БР Президенты муниципаль реформа барышына ыңғай баһа
       бирҙе. Шулай уҡ суд системаһын үҫтереү программаһын да хуплап телгә алды. Әммә коррупция социаль тотороҡһоҙлоҡ факторы булып ҡалыуын дауам итә, тип билдәләне. Наркомания ла етди борсолоу тыуҙыра.
       - Бөтә власть органдары һәм йәмәғәт институттары ҡатнашлығында ғына наркоманияға ҡаршы һөҙөмтәле көрәш алып барырға мөмкин, - тип иҫәпләй Президент.
       Төбәк башлығы, Хөкүмәткә дәүләт нотариустарының лайыҡлы эш хаҡын тәьмин итеүгә, бушлай юридик ярҙам күрһәтеүсе адвокатҡа сығымдарҙы компенсациялау тәртибен билдәләүгә иғтибар бирергә ваҡыт, тип айырым туҡталды.
       Иҡтисади күрһәткестәргә килгәндә, төп иҡтисад секторҙарының былтырғы эш йомғаҡтары Рәсәйҙең терәк төбәктәренең береһе булараҡ Башҡортостандың позицияларын
       нығытты. Тулайым төбәк продукты элгәре йыл менән сағыштырғанда 7,7 процентҡа, ә 2000 йылға ҡарата 1,5 тапҡырға артҡан. Был 2010 йылға тулайым төбәк продуктын икеләтә арттырыу бурысына тулыһынса тап килә! Сәнәғәт етештереүе күләме 6 процентҡа, ауыл хужалығы продукцияһы
       - 9, ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше 24,8 процентҡа артҡан. 1 миллион 700 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлгән. Беҙҙең торлаҡ төҙөлөшөндә һуңғы 13 йыл эсендә был иң юғары һөҙөмтә. Тышҡы сауҙа әйләнеше 8 миллиард АҠШ долларынан ашты.
       Тос инвестициялар - 104 миллиард һумдан ашыу производстволарҙы техник яҡтан ҡайтанан ҡоралландырыуға, заманса технологиялар үҙләштереүгә һәм яңы продукция сығарыуға йүнәлтелде.
       Былтырғы Мөрәжәғәтнамәлә Президент үҙәк тәҡдим иткән иҡтисади сәйәсәттең яңы инструменттарын тормошҡа ашырыуға республиканың һүлпән әҙерләнеүен билдәләгәйне.
       - Тейешле ресурстар һәм мөмкинлектәр булыуға ҡарамаҫтан,
       беҙ күп кенә конкурстарҙа, шул иҫәптән махсус иҡтисади зоналар булдырыуға ла, элеккесә аутсайдерҙар булып ҡалабыҙ.
       Хөкүмәткә федераль власть органдары менән әүҙемерәк эш итергә, инвестицион пландарыбыҙҙы дөйөм Рәсәй пландары менән бәйләргә кәрәк, тип иҫәпләйем.
       Фән тураһында һөйләп, Рәхимов, Башҡортостан ҙур фәнни- техник потенциалға эйә, тине. Беҙҙең практик эшләнмәләр һәм технологияларға Рәсәйҙә генә түгел, шулай уҡ сит илдәрҙә
       лә ихтыяж ҙур. Әммә булған алдынғы технологияларҙың биштән бер өлөшө генә файҙаланыла. Бында проблема уларҙың тейешенсә эшләнмәүенән бигерәк һүлпән коммерциялаштырыуҙа.
       - Хәлде тамырынан үҙгәртергә кәрәк, - тип дауам итте Мортаза Рәхимов. - Инновация процесында һәр ҡатнашыусының ролен һәм урынын билдәләргә кәрәк. Фәнни эшләнмәләрҙе һәм технологияларҙы финанслауҙың, уларҙы баҙарға сығарыуҙың һөҙөмтәле механизмдарын булдырырға кәрәк. Предприятиелар етәкселәренә рационализаторлыҡ һәм
       уйлап табыу эшмәкәрлеген, техник ижад өсөн дәртләндереү системаһын әүҙемерәк тергеҙергә кәрәк.
       Президент Мөрәжәғәтнамәһендә ауыл тематикаһы мөһим урын биләй. Башҡортостандың аграр сәйәсәте ауыл хужалығын
       һәм, ғөмүмән, ауылды тотороҡло үҫтереүгә йүнәлтелгән. Был
       бик мөһим, сөнки ауылда халыҡтың 40 проценттан ашыуы йәшәй һәм эшләй бит.
       Былтыр 73 миллиард һумлыҡ ауыл хужалығы продукцияһы етештерелде. Ә был - дөйөм Рәсәй күләменең 4,5 проценты. Шәкәр сөгөлдөрөнән рекордлы уңыш йыйып алынды - 1 миллион 850 мең тонна. Малдарҙың һәм ҡош-ҡорттоң төп төрҙәре һаны былтырғы кимәлдә һаҡланды. Былтыр аграр секторға 9 миллиард 518 миллион һум аҡса бүленде.
       Үҙ Мөрәжәғәтнамәһендә Рәхимов "Арзан һәм уңайлы торлаҡ" милли проекты, транспорт өлкәһе, элемтәне үҫтереү,
       ҡулланыусылар баҙарының яҡшы һөҙөмтәләре, һыналған бюджет сәйәсәте хаҡында һөйләне.
       - Әсәлек һәм балалыҡ проблемалары иғтибар үҙәгендә булырға тейеш. Етем балаларҙың һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар һанының артыуы - был цивилизациялы
       йәмғиәт өсөн оят! - тине Рәхимов.
       Башҡортостан Президенты һаулыҡ һаҡлау, мәғариф системаһындағы ыңғай үҙгәрештәргә туҡталды. Мәҙәни традициялар, спорт һәм туризмды үҫтереү тураһында әйтеп үтте.
       - Беҙ Мөрәжәғәтнамәлә һанап кителгән бөтә яуаплы бурыстар лайыҡлы тормошҡа ашырыласағына ышанабыҙ, - тине
       ул һүҙен йомғаҡлап. - 2007 йыл Ватаныбыҙҙың данлыҡлы, күп быуатлыҡ тарихында иң сағыу, иҫтәлекле булып ҡалһын!
       Дәүләт Йыйылышы ултырышында ҡатнашыусылар Мөрәжәғәтнамәне рух күтәренкелеге менән ҡабул итте. Һәр кем БР Президентының һүҙҙәрендә үҙе өсөн нимәлер тапты.
       - Президент Мөрәжәғәтнамәһендә, беренсе сиратта, мине фән һәм производствоға ҡағылған тема ҡыҙыҡһындырҙы, - тине
       БР Нефть-химия эшкәртеүе институты директоры Эльшад Теләшев. - Фән уйлап тапҡан нәмә производствоға индерелергә тейеш, тип иң юғары трибунанан әйтелде. Был бик шәп, беҙ - фән хеҙмәткәрҙәре - быны хуплап ҡаршы алдыҡ.
       - Президент үҙ Мөрәжәғәтнамәһендә физик культура, спорт
       һәм туризм өлкәһендәге эшмәкәрлеккә ҡыҫҡа, әммә аныҡ анализ бирҙе, - тип билдәләне БР физик культура, спорт һәм туризм буйынса министр Владимир Самородов. - Артабанғы маҡсаттар билдәләнде. Президент сәләмәт йәшәү рәүешен булдырыуҙы төп бурыс тип иҫәпләй.
       Ә БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, элемтә, энергетика һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Дмитрий Купцов бөтә үрҙә әйтелгәндәрҙе берләштереп:
       - Мин республика Президентынан нимә ишетергә теләгәйнем, шуны ишеттем. Уның Мөрәжәғәтнамәһендә мин
       һәр ваҡыт "нисек эш итергә?" тигән һорауға яуап эҙләйем. Был Мөрәжәғәтнамәлә бөтә өҫтөнлөктәр аныҡ урынына ҡуйылған. Ул мине артабанғы эшкә рухландырҙы, - тине.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал