6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Социаль сәйәсәт

Студент булмаһаң да, патриот булырға тейешһеңме?
06.04.07


       Әхирәтем Юлька БДУ дипломы алғас уҡ Питерға елдерҙе. "Бында йәбешеп ятырлыҡ ни бар?!" - тине хәтәр ҡыҙыҡай, үҙе
       тыуып үҫкән төбәктең артҡа ҡалғанлығына ишара яһап. Федераль үҙәк менән сағыштырғанда, әлбиттә, шулай ҙа... Бер ярты йылдан Мәскәүгә күсте, ярайһы уҡ яҡшы эш, үҙе кеүек ситтән килгән, әммә перспективалы егет тапты һәм бына бер нисә йыл инде үҙен төпләнгән мәскәүле тип иҫәпләй. Башҡортостанға йылына бер туғандарын күреп китергә һәм сираттағы тапҡыр "Урал тауҙары һәм түбәтәйҙәр
       уның иҫенә төшөп тә ҡуймауын" иҫкәртергә килеп китә.
       Ә бына Алһыу республикаһын бик һағына һәм Сургутҡа киткән һайын күҙ йәштәрен түгеп хушлаша. Төньяҡҡа уны буласаҡ тормош юлдашы алып китте - ҙур аҡса һәм ғаилә бәхете эҙләп юлланды улар. Бындай тыуған яғын Рәсәйҙең башҡа төбәктәре матурлығына алмаштырған миҫалдарҙы һанай китһәң, осона сығып булмаҫтыр...
       Ни өсөн халыҡ Башҡортостандан китә? Дөйөм иҡтисади һәм финанс хәле ыңғай, тотороҡло булған республиканан? Бойондороҡһоҙ хеҙмәттәр тикшеренеүҙәре буйынса, йәшәү өсөн уңайлы шарттар планында БР Мәскәүҙән ҡала икенсе төбәк бит. Эш хаҡы 2005 йыл менән сағыштырғанда 25 процентҡа артты, дөйөм алғанда, граждандарҙың килемдәре лә артты. Былтыр ғына Башҡортостанда 60 мең кеше еңел автомобиль һатып алды. Торлаҡ төҙөү буйынса илдә беҙ бер нисә йыл рәттән дүртенсе-бишенсе урынды тотоп киләбеҙ. Ни өсөн кешеләр уҡыуын ташлай, эш һәм йәшәү урынын алмаштыра? Яҡташтарыбыҙға нимәһе оҡшамай һуң - бәлки, юғары торлаҡ хаҡылыр, йә булмаһа эш хаҡының түбән булыуылыр? Эш урындары ла етерлек кеүек: күпме яңы предприятиелар төҙөйбөҙ, инженер-техник персонал, эшселәр
       һәр ваҡыт кәрәк. Ни өсөн хөкүмәтебеҙ республикаға аҡса эшләргә килгән мигранттар һаны менән ҡәнәғәт түгел? БР Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов әйтеүенсә, беҙ гастарбайтерҙарҙы күберәк тә ҡабул итә алабыҙ. Үлем тыуымдан күберәк, күп балалы ғаиләләр, хәйер,
       ғөмүмән ғаиләләр хәҙер модала түгел, йәштәр карьераны беренсе планға ҡуя, мегаполисҡа ынтыла.
       Әгәр был хәүефле тенденцияны туҡтата алмаһаҡ, тип иҫәпләй властар, Башҡортостандың баш ҡалаһы "миллионлы"
       ҡала статусын юғалтыуы ихтимал. Эш бында яңғырауыҡлы атамала ғына түгел: был осраҡта халыҡтың йәш структураһы ла, белем һәм профессиональ составы ла үҙгәрәсәк.
       Әйткәндәй, Башҡортостан - даими халҡы иҫәбе буйынса Рәсәйҙә етенсе төбәк. Яңы йылды республика 4050,4 мең кешеһе менән ҡаршы алды. Ситкә китеүсе йәштәрҙе (бигерәк
       тә 16-29 йәшлек башҡортостандар әүҙем ситкә китә) иҫәпкә алып, беҙҙең уртаса йәшебеҙ 37 йәш тәшкил итә. 2006 йыл Башҡортостандан 12,7 мең кешене тартып алды: 2,3 мең кеше республиканан ситкә күсеп китте, 10,4 мең тәбиғи юғалтыу тәшкил итте.
       2004 йылда Башҡортостанда халыҡтың миграция сальдоһы
       16 йыл эсендә тәүге тапҡыр кире булды. Был планда 2000 йыл һынылыш йылы булды - ул саҡта халыҡ һаны 70 меңгә кәмене. Даими йәшәү урынына килеүселәргә ҡарағанда китеүселәр һаны 2005-2206 йылдарҙа ла кәмеүен дауам итте.
       Ябығыусы республика сәбәптәренең береһе - бай ата- әсәләрҙең балаларын мегаполиста уҡытырға ынтылыуы. Юғары уҡыу йортоноң абруйлығы, бюджетҡа уҡырға инеү һәм
       дөйөм ятаҡтан урын алыу мөмкинлеге күп абитуриенттарҙың
       баш ҡалаға ынтылыуын аңлата. Танышым Санкт-Петербург дәүләт тау институтына барып ҡайтҡандан һуң Питерҙа яҡташ
       студенттарыбыҙ менән осрашыуы хаҡында һөйләне. Икеһе лә
       Нефтекаманан. Алсу Рәсәйҙең төп техник вузында - профессор М.А. Бонч-Бруевич исемендәге Санкт-Петербург дәүләт телекоммуникациялар университетында уҡый һәм йылына 42 мең һум түләй. Ә Ренат А.И. Герцен исемендәге дәүләт педуниверситетына бюджетҡа уҡырға ингән, уны торлаҡ менән тәьмин иткәндәр. Нефтекамалар, уҡыуҙы бөткәс, төньяҡ баш ҡалала ҡалырға йыйыналар: беренсенән бында ҡыҙығыраҡ, икенсенән, йәштәр өсөн үҫеш перспективаһы ҙурыраҡ. Питерҙа һин эш эҙләмәйһең, ә ул һине эҙләй, ти улар.
       2006 йылда ғына 4273 кеше Башҡортостандан ситкә уҡырға
       китте.
       Милләтебеҙгә хас ҡунаҡсыллығыбыҙға, сабырлығыбыҙға ҡарамаҫтан, хәл беҙҙе бик борсоуға һала: күреүегеҙсә, күсеп
       килгән гастарбайтерҙарҙың белеме һай, ғалимдар, инженерҙар бармаҡ менән генә һанарлыҡ килә. Етмәһә, БР
       буйынса Эске эштәр министрлығы, мигранттарҙың килеүе билдәле бер хәүеф тә тыуҙырыуы мөмкин, тип хәүефләнә. Ҡағиҙә булараҡ, ситтән килеүсе граждандар, криминал булмаһа ла, башҡа мәҙәниәте, дине, рухи ҡиммәттәре менән
       үҙ общиналарын булдыра, ти Эске эштәр министрлығы башлығы Рафаил Диваев. Ул ғына ла түгел, йәшерен мигранттар, Башҡортостанда законһыҙ йәшәп һәм төрлө ҡурҡыныс йоғошло ауырыуҙар таратып, республика ҡаҙнаһына
       ҙур зыян килтерә. Уйлап ҡарағыҙ: йыл һайын Рәсәй буйынса
       саҡырылмаған ҡунаҡтарҙан зыян 200 миллион һумлап баһалана!
       Хеҙмәт миграцияһына килгәндә, беҙ уларҙы хуплайбыҙ ғына,
       тип билдәләй Диваев. Былтыр республика 43082 сит ил гражданын ҡабул иткән. Уларҙың 85 проценты - яҡын сит илдәрҙән. Даими йәшәү урынына туғыҙ мең тирәһе заявка бирелгән. Шулай ҙа төбәк етәкселеге мигранттарҙы йәлеп итеү генә түгел, үҙ потенциалын тоторға ла ынтыла.
       "Халыҡтың бөгөнгө ситкә китеүе демографик хәлгә артыҡ янамай", - тип иҫәпләй БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидүс Ямалетдинов, әммә кире лә ҡаҡмай: властар был фактҡа битараф ҡала алмай.
       Йыл ярым элек Башҡортостандың 2015 йылға тиклем оҙайлы
       демографик сәйәсәте концепцияһын тасуирлаусы БР Хөкүмәте бойороғо сыҡты. Был документты федераль үҙәк тулы һәм эшкәртелгән тип баһаланы һәм танышыу өсөн илдең
       башҡа төбәктәренә тәҡдим итте.
       Благовар районы башлығы Азат Сәләхов, үҙ районында сит илдә йәшәүсе элекке башҡортостандарҙы кире ҡайтарыу менән шөғөллөнеп, бик дөрөҫ эшләй. "Балыҡ - тәрән, кеше яҡшы урынды эҙләй" тип, белмәй әйтмәгәндәр бит. Рәсәйҙең күп төбәктәре, миграция ағымын нисек тә тигеҙләштерергә маташып, "үҙҙәренеке өсөн" көрәшә. Минең Юлькам һыпыртҡан шул уҡ Мәскәү ҙә үҙ граждандарын юғалта: яҡшы
       белем алып һәм эшендә күтәрелеп, баш ҡала халҡы "йүгәнен
       сит илгә бора" башлай. Торлаҡ шарттары һәм эш урындары булдырыу мәсьәләһен хәл итергә кәрәк, ти Сәләхов, шул саҡта халыҡ сумаҙанын кире бушатыр, туғандарын да кире килтерер. Был ҡатмарлы проблемаға тағы ла етдиерәк ҡарарға
       кәрәк, һәм кешеләр мотлаҡ тыуған яғына ынтылыр.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал