6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Николай Носковтың йырлауын яратып ҡабул иттеләр
05.04.07


       - Зал яҡшы, ләкин минең кеүек гиганттар өсөн сәхнә бәләкәйерәк, - тип етди йөҙ менән хәбәр һалды Николай Носков, "Өфө уттары" төнгө клубының "Колизео" мегазалына шығырым тулған бер нисә йөҙлөк аудитория алдына килеп сыҡҡас та. Зал уның был хәбәренән айнып та өлгөрмәне, халыҡ әлегә тиклем ишетмәген өр-яңы йырҙарын башлап та ебәрҙе. Ә инде бер ниндәй фонограммаһыҙ, көслө, сағыу тере
       тауыш менән йырлауы артисҡа уғата бәҫ өҫтәне. Носков менән йәнәштә Өфөнөң танылған ҡурайсыһы Роберт Юлдашевты күргәс, зал айырыуса йәнләнде. Ҡурайҙа рок әйтеп аңлатҡыһыҙ шәп килеп сыҡты.
       - Беҙҙең турне Өфө менән генә тамамланмай. Беҙ бөтә ил буйлап үтәсәкбеҙ. Өфө ҡурайсыһы Роберт Юлдашев менән осрашыу кеүек тормошомдағы ҡыҙыҡлы хәлдәр өсөн яҙмышыма үтә рәхмәтлемен, - тип һөйләне Николай Носков. -
       "По пояс в небе" тигән яңы альбомымда бөтә йырҙарым да тиерлек иҫ киткес уйын ҡоралы - ҡурай ҡатнашлығында яҙылған.
       Роберт Юлдашев "пролетар рок йырсыһы" Гарик Сукачев һәм эстрада башҡарыусыһы Николай Носков менән эшләй башлағас, күп эстрада төркөмдәре һәм йырсылар уға "болаша"
       башлай. Ләкин Роберт "унда-бында ташланырға" йыйынмай. Уның өсөн ижади офоғон киңәйтеү генә түгел, үҙен уникаль музыкант булараҡ һаҡлау ҙа мөһим. Һәр тәҡдимде ул бөтә яҡлап уйлай һәм проектта нимәһелер оҡшамаһа, ризалашырға
       ашыҡмай.
       - Донъяла талантлы кешеләр күп, ләкин бөтәһе лә үҙ фекерен унан һуңғы быуындарға етерлек, быуаттарға һаҡланырлыҡ итеп киң һәм аныҡ сағылдыра алмай. Бындай уңышлы музыкаль төркөмдәрҙең береһе - ҡасандыр "Беҙгә иң
       кәрәклеһе - мөхәббәт" ("Все, что нам нужно - это любовь") тип йырлаған "Beatles" төркөмө. Һәм был ысынлап та шулай. Ярата беләбеҙ икән, тимәк, йәшәйбеҙ. Мин ошо турала онотмаҫҡа тырышам, - тип белдерҙе Николай Носков.
       - Әле Николай Носков Рәсәй ҡалалары буйлап ҙур булмаған
       турға сыҡҡан, ул бөтәһе биш-алты концерт бирәсәк. Ә мине икенсе тапҡырына Японияға саҡырҙылар, - тип киләсәккә үҙ пландары менән уртаҡлаша Носковтың сәхнәләш коллегаһы Роберт Юлдашев. - Әйтергә кәрәк, Ҡояш сығышы илендә ҡурайҙы бик нескә тоя һәм яҡшы аңлай беләләр. Был уйын ҡоралы тауышын ишетеү менән кешеләр ашауҙан, һөйләшеүҙән һәм хатта, әйтер инем, тын алыуҙан туҡтай. Ҡурай япондарға шул тиклем ныҡ тәьҫир итә. Хәйер, башҡорттарҙың мәҙәниәте менән таныш булмаған һәм тере ҡурай тауышын ишетмәгән башҡа ҡалалар халҡына ла шулай уҡ тәьҫир итә. Уларҙа "ҡурайҙа башҡорт милли көйөн генә башҡаралар" тигән стереотип юҡ. Минең ҡурайҙа уйнауымды тәүге тапҡыр ишетеү менән ғәжәпләнеп ҡала, уларҙың ҡараштарынан: "был мөмкинме ни?" тигән һорауҙы уҡырға мөмкин. Һуңынан ғына бирелеп тыңлай башлайҙар.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал