6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Кино

Комбайнсылар мафияға ҡаршы
05.04.07


       - Режиссер булараҡ түгел, ә ҡœҙимге кеше булараҡ әйтәм - мин телевизорҙы һирәк ҡарайым һәм уны бигүк яратмайым да,
       - тине "Башинформ"да үткән матбуғат конференцияһында Өфөнөң театр режиссеры Искәндәр Әхмәтвәлиев. - Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ - уның нимәһен яратырға?! Зәңгәр экрандан
       тамашасыларға һибелгән мәғлүмәттең күбеһе - бандиттар менән атыш-үлтереш тә "кәйеф-сафа ҡороу". Өҫтәүенә, күплеге һәм ò¼áœí сифаты менән күңелде ҡырыусы сериалдар. Ихтимал, ошондай кире эмоциялар бөтәһен дә аҡсаға ҡайтарып ҡалдырмаған, ҙур тойғоға һәм эшкә һәләтле булған ябай, нормаль кешеләр тураһында был тарихты уйлап табыуға этәргәндер. Һөҙөмтәлә "Кредит тарихы" - бәхетле сиселеше менән, өс сериялы нәфис фильм килеп сыҡты ла инде. Картина БСТ каналында 18, 19 һәм 20 апрелдә күрһәтеләсәк.
       Төп геройҙар араһында мөхәббәт уты тоҡанһа ла, фильм жанры - детектив та, боевик та, мелодрама ла түгел. Был һеҙҙең менән беҙҙең бөгөнгө тормошобоҙ тураһында ҡәҙимге
       ваҡиға, - тип һөйләне режиссер.
       Ауылда ике ағай-эне - Рауил (Рөстәм Сәлихов) менән Фидель (Айрат Фәтихов) йәшәй. Ғәҙәти булмаған исемдәре өсөн уларға "Кастро"лар тигән ҡушамат тағалар. Йәштәр үҙ ерен ярата, уның туйындырыусы, ышанысы һәм икмәге булыуын яҡшы аңлай. Ләкин колхозда уңыш йыйыу оҙаҡҡа һуҙыла - бер комбайн тулыһынса сафтан сыға, икенсеһе ана-бына таралып төшөргә тора. Етмәһә, ниндәйҙер Михаил Крестовский (Александр Федеряев) етәкселегендәге Мәскәү мафияһы тыңғылыҡ бирмәй - егеттәрҙе колхоз ерен гольф- клубҡа һаттырырға мәжбүр итергә маташа.
       Рауил Крестовскийҙың тәҡдимен кире ҡаға һәм яңы ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға кредит алыу өсөн Өфөгә барырға ҡарар итә. Ә ундағы ҡатмарлылыҡтарҙы һөйләп тә бөтөрөрлөк түгел. Банк ябай ауыл егетенә шул тиклем ҙур суммала аҡса бирә алмай, етмәһә, бандиттар тыңғылыҡ бирмәй. Тик йәш, әммә тәжрибәле юрист Анжелика (Светлана
       Бронникова) менән танышыу ғына хәлде ҡотҡара. Рауил был сибәр ҡыҙҙың бизнесмен, криминаль авторитет Крестовский менән бәйле Таһир Булат улының (Илдар Сәйетов) ҡыҙы икәнен аҙаҡ ҡына белә.
       Режиссер әйтеүенсә, картинаның төп идеяһы тиҙ һәм көтөлмәгәндә тыуа. Башы эшләгән, ҡулдары урынында булған
       кеше ауылда ла яҡшы, бәхетле йәшәй ала, тип иҫәпләйем, ти
       Искәндәр Әхмәтвәлиев. Сценарийҙы башынан аҙағына тиклем Искәндәр үҙе уйлап сығара. Монтаж режиссеры - "Башинформ" агентлығы хеҙмәткәре Рәсих Алтынбаев, композиторҙары - Ләйсән Шәрипова һәм Евгений Лисин. Фильмға Өфөнөң бөтә театрҙары актерҙары йәлеп ителгән.
       Фильм бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төшөрөлә. Сценарий буйынса йәй, август, ураҡ осоро булырға тейеш. Ә фильмды төшөрөүгә бик һуң - беренсе сентябрҙә генә тотоналар. Шуға
       күрә фильмдың төп өлөшөн - 90 процент тирәһен - ҡыҫҡа ваҡыт эсендә - 40 көндә төшөрәләр. Бигерәк тә һыуыҡ октябрь көндәрендә ҡыйын була. Еңел кейенгән Светлана менән Рөстәм парк аллеяһы буйлап йөрөгән ғашиҡтарҙы һынландыра. Ә эргәнән йылы куртка кейгән кешеләр эшкә ашыға. Ауыҙҙарынан боҫ сығып тороуға ҡарамаҫтан, актерҙар
       түҙә.
       - "Кредит тарихы" минең өсөн дебют булды. Мин был ролде килештереп уйнай алырмын микән тип, бик борсолғайным, - тип йәшермәй һөйләне Рауил ролен башҡарыусы Рөстәм Сәлихов. - Театрҙа сәхнәләге үҙ эшеңә анализ яһайһың, шуға күрә киләһе спектаклдә башҡасараҡ, күпкә яҡшыраҡ уйнау мөмкинлеге бар. Камера иһә бындай мөмкинлек бирмәй.
       - Уның ҡарауы, бында ыңғай яғы ла бар, - тип һөйләшеүҙе
       дауам итте Светлана Бронникова. - Ғәҙәттә, театр
       коллективтары бер-береһе менән бик аҙ аралаша, башлыса, үҙ ҡаҙанында ҡайнай. Кино был осраҡта кешеләрҙе туплаусы фактор ролен уйнаны. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм Өфө "Нур" татар дәүләт театры, Башҡортостан Дәүләт академия рус драма театры, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры һәм Башҡорт
       дәүләт ҡурсаҡ театры артистары берләшеп уйнаны. Актерҙарға ижади аралашыу етешмәй, шуға күрә беҙҙе бер командаға берләштергән киноға, проект заказсыһы - "Башинформ" агентлығына һәм бигерәк тә идея авторы, ҡуйыусы режиссер Искәндәр Әхмәтвәлиевҡа рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал