6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Әүҙем, йәш, заманса
30.03.07


       Ата-әсә - ата-әсә инде ул. Улар һәр ваҡыт балаларына эше
       менән булмаһа, кәңәше менән "кеше булырға", аяҡҡа баҫырға, уңышҡа өлгәшергә ярҙам итергә тырыша. Әлбиттә,
       үҙ тормош тәжрибәһенә таянып. Һуңғы ваҡытта ғына хәл үҙгәрҙе: Советтар Союзында үҫкән һәм тәрбиә алған өлкән быуын тәжрибәһе хәҙерге йәштәргә тура килмәй. Өфө дәүләт
       авиация техник университетының социология һәм социаль технологиялар кафедраһы мөдире, социологик фәндәр докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Рауил
       Нәсибуллин шулай тип иҫәпләй.
       - Үҙ университетыбыҙҙа беҙ даими рәүештә йәштәр проблемаһы менән тикшеренеүҙәр үткәрәбеҙ, был миңә күп
       әйберҙәр тураһында мөмкин тиклем объективыраҡ фекер йөрөтөргә мөмкинлек бирә, тип аңлатты Рауил Тарим улы.
       Шулай итеп, хәҙерге заман кешеһе ниндәй һуң ул, буш ваҡытын нисек үткәрә һәм тормоштан нимә теләй?
       Бөгөн йәштәргә һәр нәмәне үҙ аҡылы менән төшөнөргә, бөтәһенә лә үҙенә өлгәшергә тура килә. Уларҙың агрессивлығы һәм ҡаты тотоноуы, тиҙ олоғайыуы, цинизм һәм иллюзиялар булмауы ошонан килә лә инде. Улар үҙенекен ысҡындырмаясаҡ - халыҡ һаны кәмей барыуға ҡарамаҫтан, эшмәкәрлектең бөтә өлкәләренә йәштәр килеүе
       тотороҡло ҡала.
       Рауил Нәсибуллин әйтеүенсә, йәштәр - ул шартлы төшөнсә.
       Илебеҙҙә 19 йәштән 35 йәшкә тиклемге граждандар йәш кешеләр булып иҫәпләнә, Башҡортостанда иһә - 14 йәштән 30 йәшкә тиклемге. Күрше төбәк Татарстанда 18 йәштән 35 йәшкә тиклемгеләрҙе - йәштәр, 14 йәштән 18-гә тиклем - үҫмерҙәр һәм 14 йәшкә тиклем - балалар тип йөрөтөлә.
       Хәҙерге заман йәш кешеһе иртә эшләй, икенсе фатирға сығып йәшәй башлай, үҙаллылыҡ һәм ата-әсәгә буйһонмауҙың
       ни икәнен ишетеп түгел, үҙ башынан кисереп белә. Ул матди
       ҡыйынлыҡтар һәм даими эш хаҡы булмауы менән таныш. Йыш ҡына эше, йәшәү шарттары менән ҡәнәғәт түгел. Тормошҡа һәм үҙ көшөлөгөн тулыландырыу мөмкинлегенә еңел ҡарай. Ҡала урамы буйлап свастика тағып бер сәғәт йөрөгән өсөн йәш кеше бер ай буйы өҙлөкһөҙ эшләгән интеллигенция хеҙмәткәренән күберәк аҡса ала. Ҡыҙғанысҡа
       ҡаршы, йәштәр бындай "эштән" һис кенә лә сирҡанмай. Был
       беҙҙең дөйөм бәләбеҙ, уны йәмғиәтте эстән үҙгәртеп кенә бөтөрөргә мөмкин.
       - Шулай бер саҡ мин студенттар аудиторияһынан "шундай мөмкинлек булһа, эшләмәйсә генә йәшәргә риза булыр инегеҙме?" тип һораным. Һәр өсөнсө студент "эйе" тип яуап
       бирҙе, - тип һөйләне Рауил Нәсибуллин. - Ысынлап та, хәҙерге донъя сит кеше хеҙмәте һөҙөмтәләре менән яҡшы йәшәү мөмкинлеге бирә - халыҡтың билдәле бер категорияһы
       шулай эшләй ҙә. Шуны ла әйтергә кәрәк, оятҡа ҡаршы, Рәсәйҙә "эшләүсе фәҡирҙәр" һаны бик күп. Был беҙҙең әсәйҙәребеҙ һәм атайҙарыбыҙ, олатайҙарыбыҙ һәм өләсәйҙәребеҙ. Америка стандарттары буйынса, көнөнә ике доллар алған кешене фәҡир тип атарға мөмкин.
       70 процент йәштәребеҙ капиталистик ҡоролошто хуплай. Студенттарҙың профессиональ тармаҡ йүнәлеше үҙгәрҙе. Бөгөн йәштәрҙең 44 проценты шәхси бәйләнештәрен файҙаланып эшкә урынлаша, тик 6,5 проценты ғына - мәшғүллек үҙәктәре аша.
       Өфө дәүләт авиация техник университеты социологик үҙәге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һәр унынсы эшләүсе йәш кеше буш ваҡытын китап уҡып үткәрә. Егет һәм ҡыҙҙарҙың биш проценты спорт менән шөғөлләнеүгә өҫтөнлөк бирә.
       Һорауға яуап биреүселәрҙең 65 проценты буш ваҡытын дуҫтары менән аралашып үткәрә тип таныны, 64 проценты - диванда телевизор ҡарап. 11 проценты ғына секцияларға һәм
       ижади оҫтаханаларға йөрөй. Күптәре үҙ тормоштары менән ҡәнәғәт түгел, ләкин үҙгәртергә ашыҡмай. "Ниндәй шарттарҙа
       йәштәрҙең хәле яҡшырасаҡ һуң?" тигән һорауға түбәндәгесә
       яуап бирәләр:
       - Беҙ үҙ позициябыҙҙы үҙебеҙ әүҙем яҡларға тейешбеҙ. Иң
       ҡыйыны - үҙеңде еңеү: ялҡаулыҡ, үҙгәрештәрҙән ҡурҡыу һәм
       пассивлыҡ. Подъезд алдында һыра һемереп, юҡты бушҡа ауҙарып торорға, спорт залында мускулдарыңды сыныҡтырырға йәки үҙ өлкәңдә иң яҡшыһы булыу һәм күберәк аҡса эшләү өсөн эшеңдә яңы методикалар үҙләштерергә мөмкин. Иң мөһиме - һайлау, һуңынан ғына үҙеңдән талап итеү. Үҙ ҡылыҡтарың өсөн яуаплылыҡ - "йәштәрҙең әүҙем тормош позицияһының" төп өлөшө бит.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал