6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Төҙөлөш

"Өфө-Арена"һы журналист күҙлегенән
30.03.07


       "Салауат Юлаев" өсөн миҙгел тамамланды, ә ммә хоккей менән туранан-тура бәйләнгән эш й үнәлеше бар, ул хәҙерге ваҡытта ҡайнай һәм у рғыла. Һүҙ хоккейсылар менән контракт төҙөү тураһында түгел, ә мөһим мәсьәлә - "Өфө-Арен а" спорт комплексы төҙөлөшө тураһында.
       Хоккейсылар, клуб хеҙмәткәрҙәре һәм көйәрм әндәр өсөн "тыуған йортто" булдырыусылар яңы
       миҙгел башланғанға тиклем барыһын да өлгөрт өргә тейеш. Башҡортостан Республикаһы Прези денты Кубогы турнирына тиклем булһа - тағы л а яҡшыраҡ . Ни өсөн? Сөнки чемпионат башланғ ансы бөтәһе лә шымартылып, тикшерелергә тейе ш, һәр узел - туҡтауһыҙ эшләргә, һәр хеҙмәтк әр һәм хоккейсы - ҡайҙа һәм нимә өсөн барырғ а икәнен белергә тейеш. Бетон, буяу, штукату рка еҫе булырға тейеш түгел! Ҡунаҡтар алдынд а йөҙҙө ҡыҙартмайыҡ.
       Лениндан Урта Азияға тиклем.
       "Салауат Юлаев" уйындарынан һуң бар көсөмд ө йыйып төҙөлөш майҙанына киттем. Өлгөртәләр ме йә иһә өлгөртмәйҙәрме - бына был төп һора у. Өлгөртәбеҙ тиҙәр...
       Цюрупа урамы яҡлап инергә булдым. Һәм был минең төп хатам булды. Кварталдағы һуңғы аға с йорт ýðãәһенән үтеп, төҙөлөш майҙанына инд ем. Яҙ һәм ҡайнап торған эш уны мина яланына
       әйләндергән. Төҙөлөш штабы бинаһына барып е ткәнсе үҙемде әллә кем кеүек тойҙом. Башта, ҡарға бата-бата, салбар бысратып һәм аяҡ êåéåìåíœ сүп-сар йыя-йыя, Альп тауына үрләгән ф ранцуз ҡыҙына оҡшап ҡуйҙым. Аҙаҡ йыйылып ятҡ ан һыу аша үтеп, мин үҙемде, ваҡытында фин ҡ ултығын үткән, Владимир Ульяновты хәтерләтк әндәй булдым.
       Ниһайәт, страховкаһыҙ үтә бейектә эшләүсел әрҙе күрҙем, һәм "Эре панелле йорттар" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең төҙөлөш штабы" тигән
       яҙыу эленгән бинаға индем. Беренсе күргән к ешем миңә барыһын да ентекләп һөйләргә риза булды. Ул - Олег Фледербахер, "Эре панелле й орттар" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең произво дство әҙерләү идаралығында белгес. Тәжрибәле
       төҙөүсе нигеҙҙән башланы:
       - Универсаль спорт аренаһы 8250 урынға иҫә пләнгән, тағы ла күнекмәләр аренаһы - төҙөл өштөң икенсе сираты.
       Монолит, түбә ябыу - 100 процентҡа тамамла нды. Канализация, йылылыҡ селтәре тулыһынса үткәрелде. Был төҙөлөштә үтә мөһим.
       Хәҙерге ваҡытта биҙәү эштәре, махсус ҡорам алдар монтажлау бара. Иң аҙаҡта, түшәм аҫтын да барыһы ла әҙер булғас, медиакуб эләсәкбеҙ . Был юғары технологиялы эштәрҙе ике күрһәтк ес айыра - хаҡ һәм ҡатмарлылыҡ.
       Бында бар ойошмаларҙы туплау төп момент бу лып тора. Хәҙерге ваҡытта беҙҙә 24 подрядсы эшләй, бер-береһенә ҡамасауламаҫлыҡ итеп эшт е ойошторорға кәрәк.
       - Тура килмәүҙәр булғылаймы?
       - Эш моменттары булды, унһыҙ булмай инде. Бер тапҡыр стеналарҙы шымартып бөткәс, ҡаҙау ыстар урынлаштырырға тура килде.
       Йәйен белгестәр боҙ аҫты плитәләре өҫтөндә
       эшләйәсәк. Һыуыҡ ергә китергә тейеш түгел, салыш урындар булмаҫҡа тейеш. Был эшкә махсу с фирмаларҙан ысын профессионалдар саҡырылды .
       Бар системалар менән идара итеү өсөн "Өф-А рена"һының үҙәк пульты буласаҡ. Уның менән н исә кеше эшләр, уныһын белмәйем. Ә бына Ҡаза нда ошондай үҙәктә - ете инженер, ә штатта -
       12 кеше. Беҙ эшкә етди ҡарайбыҙ һәм был өлк әләге эш тәжрибәһен иҫәпкә алабыҙ.
       Һеҙ, моғайын, тышҡы быяла ҡуйыу эшен күргә нһегеҙҙер. Фасад конструкцияһы 60 процентҡа үтәлгән, электр үткәреү һәм елләтеү системаһ ын булдырыу ҙа ошо уҡ кимәлдә.
       - 1 апрель - көлкө көнө, - тип һүҙен дауам
       итә төҙөлөш гиды. - Был көндән башлап беҙ д үрт смена эшләй башлаясаҡбыҙ... (Көлә). Дүрт
       смена булмай, әлбиттә, әммә өлгөрөр өсөн кө н-төн эшләргә тура киләсәк. Эре панелле йорт тар офисынан өмәгә сығалар, территорияны сүп -сарҙан таҙарталар.
       - Урта Азия вәкилдәре төҙөлөштә эшләйме?
       - Рәсми - юҡ, - әңгәмәсем дөрөҫ яуапланы. Субподрядсылар Урта Азия вәкилдәрен, докумен ттары менән проблема булмағандарын, ауыр бул маған эшкә йәлеп итә. Улар бында күп түгел, дөйөм эшселәр һанының ундан бер өлөшө. Улар аҙ ғына аҡсаға көн-төн эшләй, ошоға ҡәнәғәт булып, рәхмәт әйтәләр.
       Оҙаҡ ҡына әңгәмәнән һуң төҙөлөш начальнигы ның береһе яңы һарай буйынса минең ³ñ³í эк скурсия яһаны. Исемен атарға рөхсәт итмәне.
       - Мин ҡыҙыҡһынып ҡуйҙым:
       - Арена ер тетрәүен күтәрә аламы?
       - Беҙҙең район сейсмик ҡурҡыныс түгел .Дүр т балдан күп булмай. "Өфө-Арена" алты балға бирешмәйәсәк.
       - 7-8 булғанда ла етди емерелеүҙәр булмаяс аҡмы?
       - Юҡ, булмаясаҡ - ҡыйыҡ ҡына емереләсәк, -
       тип көлдөләр минән.
       Арена майҙаны ҙур, бар нөктәнән барыһы ла күренеп тора. Түбә аҫтында елләтеү системаһы н хеҙмәтләндереүселәр өсөн күперсек һалынған . Унан телевизионщиктар бына тигән план эшлә й ала.
       - Операторҙарға өҫкә менеү кәрәк түгел, - ти гид, - түшәм аҫтында бер нисә камера элен әсәк, яңылышмаһам - биш, шикелле.
       Төп телекамералар бер яҡ ситтә урын аласаҡ , улар тамашасыларға ҡамасауламаясаҡ.
       Бәҙрәф күп, әммә миңә улар иркен түгел кеү ек тойолдо. Улай тиһәң, унда иркенлек нигә к әрәк - бейергәме? Стеналар плитәләр менән ҡа планған.
       - Иҙән түшәй башлайбыҙ, - ти кафель һалыу оҫтаһы.
       Баҫҡыстар гранит менән ҡапланған.
       Елләтеү системаһы - мауыҡтырғыс табыш. Боҙ
       өҫтөндә һалҡын һауа булырға тейеш, ә трибун а өҫтөндә - йылы. Трибунала 15-17 градус йыл ылыҡ буласаҡ, өҫтәүенә, йомшаҡ креслолар. Бе ренсе ярустың ете рәтен төҙөүселәр металл ко нструкцияһынан йыясаҡ. Концерт булған осраҡт а улар еңел генә һүтеләсәк, улар урынына йом шаҡ һәм уңайлы урындыҡтар ҡуйыласаҡ.
       Инвалидтар өсөн түбәнге яруста махсус урын дар ҡаралған.
       Матбуғат өсөн урындар борсоу тыуҙырҙы. Ком ментаторҙарға уңайлы - улар өсөн бер нисә уң айлы кабиналар ҡуйылған. Тәржемәсе өсөн дә а йырым бүлмә ҡаралған. Ә бына икенсе яруста б ыяла артында яҙып ултырыусыға уңайлы булырмы ? Барыһы өсөн дә урын етерме? Бындай шарттар ҙа трибунала ултырыу яҡшыраҡ.
       - Борсолмағыҙ - эшләп була бит, - тип тыны сландырҙылар мине.
       Ә мин борсолмайым. Минең хәтерем яҡшы...

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал