6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Реформалар

Яңы һәм иҫке паспорттар тураһында
12.02.04


       Үҙемдең яңы паспортымды мин, Яңы йылға ҡалдырып штраф түләгем килмәгәнгә күрә, ваҡыт табып, декабрь аҙағында ғына
       алдым. Баҡһаң минән дә яйыраҡтар бар икән дә. Тап шуға күрә
       Рәсәй Хөкүмәте паспорт алмаштырыуҙы 23 ғинуарға тиклем оҙай тыу тураһында махсус ҡарар сығарҙы ла инде. Бынан кире 1974 йылғы документтар ағымдағы йылдың беренсе июленә тиклем генә
       ғәмәлдә тип иҫәпләнәсәк. Һуңынан уны барыбер, штарф түләп, алмаштырыр кәрәк буласаҡ. БР Эске эштәр министрлығының паспо рт - виза хеҙмәте идаралығы начальнигы Фәрит Абдрахманов мә ғлүмәте буйынса, 3460 мең башҡортостанлы яңы документлы бул ды ла инде. Яңы документ алырға ҡабаланмаған яй граждандар а раһында паспорттарын алмаштырмаҫҡа тырышыусылар ҙа юҡ түгел.
       Мәҫәлән, был процесс ваҡытында йәшәү урынын теркәү тураһын да 25 ялған штамп ҡуйылыуы асыҡланды. Ә бына ялған паспорт тар бөтөнләй булманы. Былтыр беҙҙә законһыҙ йәшәп ятыусы 22 7 кеше республиканан ҡыуылды. Башлыса улар Ҡытай, Турция, Вь етнам, Тажикстан вәкилдәре. Уларҙың күпселеге "матрица" төҙө лөш фирмаһында эшләгән. Ойошма етәкселегенән улар өсөн штраф
       түләтелде.
       Паспорт реформаһы барышында розыскка иғлан ителгән 732
       кеше табылды. Шуныһы ҡыҙыҡлы: унға яҡын кеше "1974 йыл рефо рмаһында" документтарын алмаштырмай тороп ҡалған һәм алмашт ырыу пунктына йәшел төҫтәге паспорт менән килгән.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал