6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Футбол

Тулыһынса аяҡҡа баҫыу
30.03.07


       Стәрлетамаҡтың "Содовик" футбол командаһы миҙгел эсендә үлеп терелергә өлгөрҙө. Был шатланыу өсөн сәбәп түгелме ни? Яҙ килде, ҡояш йылыта, клуб уйнай башланы. Әлбиттә, "Содовик"ка бюджет бик аҙ бүленде.
       Урындағы - көслөмө?
       Хәҙерге заман клубтарының тотороҡһоҙ тормошо шарттарында команданың ысынлап та терелеүенә беренсе матчтан һуң ғына ышанырға мөмкин ине. Һәм бына ул үткәрелде.
       Уйын алдынан ғына составтың 30 футболсынан тороуы билдәле булды. 11-енең урындағы тәрбиәләнеүсе булыуы хаҡында ғорурланып хәбәр иттеләр, әммә уларҙың оҫталыҡ кимәле тураһында бер нәмә лә әйтелмәне. Ике легионер бар
       - Руслан Галигузов (Украина) һәм Евгений Новиков (Эстония).
       Егеттәрҙең ниндәй икәнлеген миҙгел күрһәтер. Әлегә беренсе уйын буйынса ғына фекер йөрөтөүе ҡыйын.
       "Анжи" беренсе тест кеүек
       Беренсе лигала тәүге турҙы "Содовик" Махачкаланан "Анжи" менән башланы. Стадионды һәм майҙанды бер ни тиклем тәртипкә килтергәндәр. Рәсми протоколға ярашлы, үҙ
       командаһын яҡларға 6000-ләп кеше килгән.
       90 процентҡа яңырған "Содовик" еңә алманы, шулай ҙа уйынды ҡараусылар башҡорт клубы уйынсыларын "тырышҡандары" өсөн маҡтаны.
       Голдарҙы тамашасылар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күрмәне. Матчтан һуң командалар кәңәшсе-тәрбиәселәре бына нимә тине.
       "Анжи"ның баш тренеры Омари Тетрадзе:
       - Көрәш, теләк, ынтылыш һәм ығы-зығыһы менән был яҙғы
       уйын булды. Ике команда ла еңеү тураһында уйланы, шул уҡ
       ваҡытта тупаҫ хата ебәреүҙән дә ҡурҡты. Беренсе таймда тигеҙ уйнанылар, икенсеһендә, бигерәк тә аҙағында, беҙ бер
       аҙ яҡынлаштыҡ, ҡайһы бер урында үҙебеҙгә-үҙебеҙ проблема
       тыуҙырҙыҡ. Ләкин беҙҙең өсөн уйын уңышлы тамамланды.
       - "Содовик"тың быйылғы проблемалары хаҡында мәғлүмәт һеҙҙең команданың был осрашыуға әҙерләнеүенә йоғонто яһанымы?
       - Юҡ, әлбиттә. Беҙ Стәрлетамаҡта яңы команда икәнен белә инек, ләкин егеттәр бөгөн уйнай белеүҙәрен күрһәтте. Мине бигерәк тә уларҙың характеры булыуы ҡыуандырҙы. Характер булһа, тимәк, футболсы бар. Әгәр "Содовик" һәр уйынға ошондай ынтылыш менән сыҡһа, ҙур һөҙөмтәгә өлгәшә аласаҡ.
       "Содовик"тың яңы баш тренеры Геннадий Григорьевия Гридин бына нимәләр тине:
       - Беренсенән, барыһын да миҙгел башланыу менән ҡотларға
       теләр инем. Был матчҡа бик етди әҙерләндек. Башта егеттәр
       ҡайһы бер хаталар ебәрҙе, әлбиттә, ләкин һуңынан уйын тигеҙләнде, һәм беҙ үҙ шарттарыбыҙҙы ҡуя башланыҡ. Минеңсә, беренсе тайм "Анжи" яғында булһа ла, тәнәфестән һуң "Содовик" өҫтөнлөк алды. Стәрлетамаҡта команданы көйәрмәндәр яҡлауы ҡыуаныслы. Уйын бер яҡтың да еңмәүе менән тамамланһа ла, матч ҡыҙыҡлы булды. Һәр уйын һайын техник яҡтан да, тактик планда ла оҫтара барырбыҙ, тип уйлайым.
       - Майҙандың сифаты тураһында һеҙҙең фекерегеҙ?
       - "Анжи"нан коллегаларыбыҙ ҙа, беҙ ҙә насарыраҡты көткәйнек. Яҙ өсөн бик тә ярарлыҡ, унда яҡшы футбол уйнарға була.
       31 мартта "Содовик" Рәсәйҙең футбол буйынса элекке кубок хужаһы - Грозныйҙан "Терек" клубын ҡабул итәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал