6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

Алиса уйыны
29.03.07


       Льюис Кэрролдың "Алиса мөғжизәләр илендә" әкиәте һис тә ябай булмауынан башлайыҡ, һәм ул тик балалар өсөн түгел, тип тә әйтер инем. Моғайын, шуға күрәлер ҙә уны өлкәндәр ҙә бик ярата. Һүҙ бәләкәй ҡыҙ тураһында барһа ла,
       уның мажаралары ҡәҙимге балалар китабындағына оҡшамаған: шпиондар ҙа, индеецтар ҙа, пираттар ҙа, алыштар
       ҙа юҡ, караптар ҙа батмай... Хатта бында мөғжизә лә аңлашылмай, һәр һүҙ төрлө мәғәнәгә эйә. Әгәр төп героиняны
       күҙәтеү торбаһылай төрөп булмаһа, тимәк, ул секунд эсендә урмандағы ағастарҙан да бейегерәк булып үҫеүе ихтимал. Бәлеш ашай, ниндәйҙер аңлайышһыҙ шешәләрҙәге шыйыҡлыҡты эсә, Аҡ йорт ҡуяны менән уҙышмаҡ йүгерә, Ҡара королеваны ҡыуып етеп, уға табан бармай, ә кире яҡҡа китә.
       Льюис Кэрролдың билдәле "Алиса Мөғжизәләр илендә" һәм "Көҙгө арты донъяһында" әкиәттәренең сәхнә варианттары авторы, Санкт-Петербургтан ҡуйыусы һәм сценограф Сергей Столяров, авторҙың иҫ киткес стилен һаҡлап, уларҙы балалар өсөн ябайлаштырырға тырышҡан.
       Шулай итеп, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында "Алиса уйыны" ("Игра в Алису") спектакле премьераһы булды.
       Тамаша залынан Аҡ йорт ҡуяны "Һуңлайым бит! Герцогиня нимә тип әйтер?!" тип ҡысҡырып йүгереп килеп сыға. Аҡ рыцарь атынан тәгәрәй ҙә төшә, тәгәрәй ҙә төшә, ә Тру-ля-ля
       менән Тра-ля-ля йырлай-йырлай бейей һәм һуғыша, быға залдағы балалар һене ҡатып көлә. Тик Чешир бесәйенең бөтөнләй булмауы ғына күңелде ҡырҙы. Алиса уның менән һөйләшә, уның йылмайыуын маҡтай. Ләкин тамашасылар ярым ҡараңғы сәхнәлә был ғәжәйеп йәнлекте күрергә тырышып, күпме генә башын борғоламаһын, ул күренмәне. Был бик сәйер булды, башҡа персонаждарға спектакль авторҙарының фантазияһы артығы менән еткән бит.
       Премьераға килгән уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре һәм уҡытыусылары әкиәтте таң ҡалып ҡараны, унда музыка, сағыу
       костюмдар, ҡыҙыҡлы күренештәр күп булды. Дөрөҫ, декорациялар аҙыраҡ булды, әлбиттә, ләкин был бер ниндәй
       ҙә дәғүә тыуҙырманы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал