6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәнәғәт

Яңы автобустар - юбилейға бүләк
28.03.07


       Баш ҡаланың Совет майҙанында өр-яңы "НефА З" автобустары теҙелгән. Янып торған "450" һ аны, төрлө төҫтәге фольганан ялтыр банттар м енән биҙәлгән автобустар ҙур тантанаға әҙерл әнгән ҡиммәтле бүләкте хәтерләтә. Һалҡын мар т һауаһында Нефтекама автозаводы тураһында й ыр яңғырай: "НефАЗ", газға баҫ! Һин - респуб лика ғорурлығы". Совет майҙанына йыйылған ха лыҡ ваҡиғаны түҙемһеҙлек менән көтә ине.
       "Башавтотранс" предприятиеһына "VDL-НефАЗ"
       ҡала автобустарының беренсе партияһын тапшы рыу тантаналы шарттарҙа үтте. Республика хал ҡы өсөн Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығы байрамы ал дынан ҙур бүләк булды.
       Автобустар Рәсәй һәм Башҡортостан дәүләт ф лагтары төҫөндә матур итеп биҙәлгән, яҡынайы п килгән байрам эмблемаһы күренеп торған ерҙ ә урынлашҡан. Ә инде салонға инеү менән уның
       уңайлыҡтарына хайран ҡалаһың. Түбән иҙәнле автобустарға инеп-сығыуы үтә лә уңайлы. Ул к оляскала йөрөгән инвалидтар өсөн дә йыһазлан дырылған. Ике кимәлдә урынлаштырылған кресло лар йомшаҡ, салон тейешле кимәлдә яҡтыртыла.
       Ысынлап та, бындай автобустар әлегә беҙҙә ю ҡ ине.
       Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, С овет майҙанында йыйылыусылар алдында сығыш я һап, "НефАЗ" акционерҙар йәмғиәте "VDL" конц ерны менән берлектә юбилей датаһына ҡарата т үбән иҙәнле 150 ҡала автобусы һәм 10 туристи к автобусы сығарасаҡ, республика бюджетынан бер миллиард һум аҡса бүленгән, тине. Бөгөнг ө көндә Өфөгә ҡиммәтле заказдың беренсе парт ияһы ҡайтты. Яңы автобус өҫтөнлөгөн белгестә р баһалаған инде Шуларҙың береһе - экономиял ы булыуы: 100 километр юлға 20-25 литр яғыул ыҡ китә Автобустарға "Евро-3" стандартына яу ап биргән DAF двигателе урынлаштырыу һөҙөмтә һендә быға ирешелә.
       "Башавтотранс" дәүләт унитар предприятиеһы
       "VDL-НефАЗ" автобустары алыу менән пассажир ҙарҙы хеҙмәтләндереүҙә яңы кимәлгә сыға. Әле
       предприятиеның паркында 2320 автобус, 743 й өк автомобиле, 108 "такси" еңел автомобиле б ар. Предприятиела 2005 йылдан алып иҫкергән автобустар яңыларға алмаштырыла. "Башавтотра нс" предприятиеһының генераль директоры Ками л Маматказин һүҙҙәренә ҡарағанда, ике йыл эл ек кенә иҫкергән автобустар 80 процент тәшки л итә ине. 2005 йыл башында предприятиеға ре спублика бюджеты средстволары иҫәбенә алынға н 127 "НефАЗ" тапшырылды, шуның 100-ө - лизи нг шарттарында.
       Бөгөнгө көндә 607 яңы "НефАЗ" Өфө урамдары
       буйлап ҡына түгел, республиканың башҡа ҡала лары буйынса ла елдерә.
       Был ваҡиға - "VDL" концерны һәм "НефАЗ" з аводының яңы техника булдырыу буйынса берлек тәге эшмәкәрлек һөҙөмтәһе. "НефАЗ"да заманс а автобус производствоһы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә булдырылды. Нефтекама заводы һәм "VDL" конце рны менән стратегик хеҙмәттәшлек тураһындағы
       килешеүгә ҡул ҡуйыу ваҡытынан алып продукци яның беренсе партияһы сығыуына тиклем бер йы л ваҡыт үтте.
       "НефАЗ" асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль
       директоры Рәиф Маликов үҙенең сығышында, Ба шҡортостан Хөкүмәте һәм республика Президент ы иғтибары ярҙамында проект тормошҡа ашырыла , тине.
       Башҡортостан ерендә уҙған осрашыуҙар һәр в аҡыт йылы үтә, тине тантанала ҡатнашҡан "VDL " концерны вице-президенты Маринус Фармелен.
       - Беренсе осрашыу үткән йылдың ғинуарында б улғайны. Ул ваҡытта үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәш лектең башланғыс этабы тикшерелде. "Һайлау " НефАЗ" файҙаһына булды, һәм беҙ бер генә лә хаталанманыҡ", - тине Маринус Фармелен.
       "VDL-НефАЗ" автобустарының тәүге өлгөләре мәртәбәле форумдарҙа һәм автосалондарҙа нагр адалар яуланы, ә хәҙер улар Башҡортостан юлд арында файҙаланыуға әҙер.
       Мортаза Рәхимов һәм уны оҙатып йөрөүселәр,
       шулай уҡ журналистар һәм "Башавтотранс" хеҙ мәткәрҙәре ултырған өс яңы автобус үҙенең бе ренсе маршрутын Республика йортона тиклем үт те.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал