6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

Фаустҡа башҡа күҙлектән
27.03.07


       "Фауст" тураһында ни әйтергә мөмкин һуң? Кассала, гардеробта, залда - ығы-зығы. Беренсе бүлеге бөткәнсе тиерлек Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры тәртип һаҡлаусылары - тамашасылар, ә тамашасылар бер-береһе менән әрләште. Кемдер үҙ урынына ултырмаған, телефонын һүндермәгән, билетын юғалтҡан, буфеттан ашамлығын килтергән. Быларҙың барыһы ла, әлбиттә, былай ҙа ҡыҙып барыусан театр хеҙмәткәрҙәрен оторо ярһытты. Ләкин аҡрынлап барыһы ла тынысланды. Музыка етәксеһе, баш дирижер Роберт Лютер һәм ҡуйыусы рәссам Михаил Бархин
       ижад иткән яңы спектакль рус телендә барҙы.
       Шарль Гуно опера өҫтөндә Лирик театр заказы буйынса эшләй башлай. "Фауст" арҡаһында Гуно замандаштары араһында француз опера музыкаһында "алсаҡ" лирика мөмкинлектәрен асҡан беренсе композитор булып таныла.
       Спектаклдә Өфөнөң иң яҡшы солистары һәм саҡырылған йырсылар ҡатнаша. Мефистофель партияһын башҡарыусы артистар - Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Геннадий Родионовты (23 һәм 24 март/ һәм бөтә донъяға билдәле опера йырсыһы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡовты тамашасылар алҡышлап оҙатты.
       Публиканы бығаса булмағанса әүҙем сығыш яһауы менән хор
       ҙа хайран итте.
       Барыһы ла яҡшы, тик Вальпургиев төнө булмауы ғына бер аҙ
       күңелде ҡырҙы. Дөрөҫ, спектаклде ҡуйыусылар был турала алдан иҫкәрткәйнеләр. Операның классик вариантында "тамуҡ
       матурлығы һәм ҡара көстәр шабашы" темаһы иң сағыу күренештәрҙең береһе булып тора бит, әммә "Фауст"ың яңы трактовкаһында ул һиҙелмәйенсә генә үтә - шайтандар ҙа, мәскәй әбейҙәр ҙә, балет тантанаһы ла булманы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал