6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Рәсәй төбәктәренән уҡыусылар ҡабул ителәсәк
27.03.07


       Республикала бына икенсе йыл инде, башҡор ттар күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәренән, респ убликаның инновацион белем биреү учреждениел арына, йә булмаһа интернаттарға балалар ҡабу л ителә. Өҫтәүенә, беҙгә күрше өлкәләрҙән һә м республикаларҙан ғына түгел, ә Ханты-Манси
       һәм Ямал-Ненец автономиялы округтарынан да киләләр.
       Киләһе ике йылда республика интернаттарына
       башҡа төбәктәрҙән 272 уҡыусы килеүе көтөлә.
       Бында улар дөйөм белем алып ҡына ҡалмаясаҡ,
       башҡорт телен һәм башҡорт халҡының мәҙәниәт ен һәм традицияларын өйрәнәсәк.
       Был балалар өсөн Башҡортостандың юғары уҡы у йорттарына һәм урта махсус уҡыу йорттарына
       маҡсатлы йүнәлтмә ҙур ярҙам булып торасаҡ. Интернатты тамамлаусылар үҙҙәре хәл итәсәк: республикала ҡалырғамы, әллә тыуған яҡтарына
       ҡайтырғамы?2006 йылда башҡа төбәктәрҙән 245
       уҡыусы уҡырға килгән. Башҡорт телендә иркен
       һөйләшкән талантлы һәм һәләтле йәштәрҙе әҙе рләүгә ҙур иғтибар бүленә, шарттар булдырыла . Яңы уҡыу корпустары һәм дөйөм ятаҡтар төҙө лә һәм реконструкциялана, бүлмәләрҙә 4-5 бал а йәшәү мөмкинлеге булдырыла.
       БР мәғариф министры Зиннәт Аллаяров һүҙҙәр енә ҡарағанда, бөгөнгө көндә республиканың а лты мәктәп-интернатында 2360 бала белем ала.
       Ошо көндәрҙә республиканың юғары уҡыу йорт тары һәм урта махсус уҡыу йорттары вәкилдәре нән торған делегация Силәбе өлкәһенең Арғаяш
       районына юл аласаҡ. Урындағы мәктәп балалар ына һәм уларҙың ата-әсәләренә Башҡортостан, уҡыу мөмкинлектәре тураһында һөйләү сәфәр ма ҡсаты булып тора.
       Республика интернаттарына башҡа төбәктәрҙә н балаларҙы маҡсатлы ҡабул итеү - сағыштырма са яңы эш. Аңлашыла, һәр ата-әсә бала яҙмышы
       өсөн борсола. Шуға күрә уларҙы тынысландыры у, шикләнеүҙәрен таратыу - сәфәр бурысы.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал