6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәнәғәт

УЗЭМИК заводына 65 йыл тулды
26.03.07


       Һауа тултырылған резина кәмәләр, ҡотҡарыу жилеттары, һалдар, палаткалар, бассейндар... Бөгөн Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводы (УЗЭМИК) продукцияһын кем генә белмәй. Уны ҡулланмаған
       кеше юҡтыр, моғайын.
       Күргәҙмәлә бер нисә секунд эсендә тултырылған сағыу ҡыҙғылт һары төҫтәге ҡотҡарыу жилеттарын күреп, ихтыярһыҙҙан "Титаник" фильмын иҫкә төшөрҙөм. Әгәр ул саҡта ошондай мөғжизә-жилеттар булһа, батып барыусы лайнерҙың күп пассажирҙарын ҡотҡарып ҡалырға мөмкин булыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҙған быуат башында был тармаҡ яңы ғына үҫешә башлаған була. Хәҙер иһә резина- техник изделиелар етештереү ныҡ алға китте, йыл һайын УЗЭМИК-та ғына йөҙҙән ашыу яңы әйберҙәр барлыҡҡа килә.
       Күптән түгел Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм
       конструкциялар заводы үҙенең 65 йыллығын билдәләне. Бөгөн ул Рәсәйҙең 100 иң эре химия компаниялары иҫәбенә инеүсе, Рәсәйҙә һәм БДБ илдәрендә төп резина-техник тармаҡ предприятиеларының береһе.
       Завод тарихы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башлана. 1941 йылдың декабрендә Өфөгә Ленинградтан һәм Ярославлдән эвакуацияланған ҡорамалдар һәм кешеләр менән
       тәүге эшелондар килә. Был "Красный треугольник" һәм "Резинотехника" заводтары хеҙмәткәрҙәре була. Ҡыҫҡа ваҡыт
       эсендә махсус механизмдарһыҙ һәм техникаһыҙ улар ҡорамалдарҙың төп өлөшөн монтажлай, һәм фронт өсөн беренсе продукцияны завод 1942 йылдың 18 мартында бирә.
       1998 йылдың декабренән заводҡа Солтан Хәйруллин етәкселек итә. Заводта планға ярашлы етештереү һөҙөмтәлелеген күтәреү сәйәсәте үткәрелә, производство һәр яҡлап яңыртыла, төп Европа фирмаларының өр-яңы технологик ҡорамалдары менән йыһазландырыла. Хәҙер УЗЭМИК Рәсәйҙең төрҙәш предприятиелары араһында хеҙмәт
       етештереүсәнлеге буйынса беренсе һәм етештереү күләмдәре буйынса икенсе урын биләй.
       Рәсәй һәм сит илдәрҙең диңгеҙ һәм йылға суднолары, хәрби-диңгеҙ флоты, шулай уҡ граждандар авиацияһы һәм хәрби-диңгеҙ көстәре комплектланған һауа тултырылған ҡотҡарыу техникаһы завод эшселәренең айырыуса ғорурлыҡ
       предметы булып тора. Бынан тыш, заводта етештерелгән махсус пневмокаркаслы ҡоролмалар космонавтарға осоштан һуң тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн файҙаланыла.
       Заводта сығарылған халыҡ ҡулланыуы тауарҙарына килгәндә, һауа тултырылған кәмәләрҙең генә тиҫтәләгән моделе етештерелә. Уларҙың бер-ике кешегә иҫәпләнгәндәре
       лә, бер төркөм туристар өсөн дә эшләнгәне бар. Вентилятор
       приводтары һәм автомобиль двигателе генераторҙары өсөн ҡалыпланған тешле вентилятор ҡайыштары етештереү буйынса Германияның "Шольц" фирмаһы линияһы сафҡа индерелгән.
       УЗЭМИК продукцияһы күп йылдар инде эре нефть табыу һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте предприятиеларына сығарыла. Өфө заводы - Рәсәйҙә һәм БДБ илдәрендә полиграфия өсөн берҙән-бер резина-туҡыма материалдар етештереүсе.
       Ҡыҫҡаһы, Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводы продукцияһы һәр ерҙә талап ителә һәм конкуренцияға һәләтлелеге менән айырылып тора. Уның юғары сифатын ҡулланыусылар һәм дәүләт ойошмалары лайыҡлы баһаланы Һигеҙ йыл рәттән завод продукцияһы "Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары" программа-конкурсы лауреаттары иҫәбенә инә. Завод дәүләттең иҡтисади хәүефһеҙлеген нығытыу өлкәһендә Рәсәй наградаһы - "Ватан
       ҡалҡаны" ордены менән наградланды.
       Шуны ла өҫтәп әйтәйек, "УЗЭМИК" асыҡ акционерҙар йәмғиәте продукцияһы донъяның 60-тан ашыу илендә билдәле. Ул һәр ваҡыт халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә һәм йәрминкәләрҙә ҡатнашып, белгестәрҙең иң юғары баһаһына
       лайыҡ була.
       Заводта социаль өлкәгә, коллектив ағзаларының хеҙмәтен һәм һаулығын һаҡлауға етди иғтибар бирелә. Ул Өфөлә үҙ Мәҙәниәт һарайын һаҡлап ҡала алған аҙ һанлы предприятиеларҙың береһе. Республика Президенты, ҡала һәм республика властары вәкилдәре ҡатнашлығында заводтың
       65 йыллығы айҡанлы тантаналар тап ошо Мәҙәниәт һарайында үтте. Мортаза Рәхимов заводтың һигеҙ иң яҡшы хеҙмәткәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал