6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // САУҘА

Икмәк ниңә ҡиммәтләнде
12.02.04


       Һуңғы ваҡытта онға, икмәккә, ғөмүмән ошо төр аҙыҡ - түлек кә хаҡтар күтәрелеүенә күптәр иғтибар иткәндер, моғайын. Мәҫ әлән, бер түтәрәм икмәктең хаҡы бер һумғаса артты, һәм хәҙер
       һигеҙ - ун һум тора. Элек 10 һумға һатылған ярты килограмлы ҡ макарон хәҙер ике һумға ҡиммәтләнде. Торт, печеньелар менә н дә шул уҡ хәл.
       Рәсәйҙең төп эксперттары һүҙҙәренә ҡарағанда, был, беренс е сиратта, иген баҙарында өсөнсө класлы бер тонна бойҙайҙың ( икмәкте, башлыса, шунан бешерәләр) хаҡы биш мең һум һәм ун ан да күберәк ( 150 доларҙан ашыу) тороуы менән бәйле. Һуңғы
       12 йылда был иң юғары хаҡ. Хужалыҡтарға был бик файҙалы. Ау ыл хужалығы тауарҙары етештереүселәрҙәнлизинг буйынса техник а һатып алыуға заявкалар килә башланы, ә был хужалытарҙың фи нанс - иҡтисади хәленең яҡшырыуын күрһәтеүсе төп билдә.
       Ябай ҡулланыусылар өсөн иген ҡиммәтләнеүҙән бер ниндәй ҙә
       файҙа юҡ, әлбиттә. Был бит ошо төр аҙыҡ - түлек тауарҙарына
       хаҡ күтәрелеүенә килтерә. Онға һәм икмәккә хаҡтарҙы кәметеү
       өсөн февралдә иген баҙарында тауар интервенцияһы үткәрергә һәм игенде ситкә сығарыуҙы сикләргә ҡарар ителде.
       Иҫкә төшөрөп үтәйек: 2002 йылда иген культураларынан юға ры уңыш алыу ( 86 миллион тоннанан ашыу) баҙарҙа хаҡтарҙың ҡ ырҡа кәмеүенә килтерҙе, һәм хөкүмәт һатып алыу интервенцияһы
       үткәрерәг мәжбүр булды. Интервенция барышында 2002 йылдың н оябрендә - 2003 - төң ғинуарында 4,9 миллиард һумға 2,8 милл ион тонна иген һатып алырға һәм игенгә хаҡты 10 - 15 процен тҡа күтәрергә тура килде. был запас баҙарҙағы хаҡтарҙың бер күтәрелеп, бер төшөүен тигеҙләү өсөн файҙаланыласаҡ тип күҙа лланғайны. игенгә хаҡтар шартлы өҫкө сиктән күтәрелһә, хөк үмәт запасты һатыуға сығарырға планлаштырғайны.
       Әммә игенде әлегә тиклем булмағанса күләмдә ситкә һатыу б ойҙайҙың эске запастары ҡырҡа кәмеүенә, ә уға хаҡтарҙың арты уына килтерҙе. Әгәр 2002 йылдың майында Рәсәйҙә бойҙайҙың то ннаһының уртаса хаҡы - 2600 һум, 2003 йылдың майында 3600 һу м булһа, бөгөн ул биш меңдән артып китте. Ҡайһы бер өлкәләрҙ ә хаҡтар тағы ла юғарыраҡ. Былар бөтәһе лә, тәбиғи, он тартт ырыусыларҙы үҙ продукцияһына хаҡтарҙы күтәрергә мәжбүр итте,
       улар артынан икмәк бешереүселәр ҙә хаҡтарҙы арттыра башланы .
       Илебеҙҙә иген баҙарында дәүләт тауар интервенцияһы башла ныуға иҫәпле көндәр ҡалды. Хәҙер ярашлы тәҡдимдәр әҙерләнә. Быйылғы тауар интервенцияларында ауыл хужалығы тауарҙары ете штереүселәр ҡатнашырмы - юҡмы, әлегә әйтеүе ҡыйын. Республик аның ауыл хужалығы предприятиелары өсөн былтырғы тәжрибә бик
       үк уңышлы булманы. Улар яҡшы төшөм ала алманы. Быйыл хәл ба шҡасараҡ булыуы ихтимал, сөнки иген һәм ҡуҙаҡлы иген культур аларынан беҙҙәге кеүек мул уңышты Рәсәйҙең бер нисә өлкәһенд ә генә алыуға ирештеләр.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал