6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Фекерҙәр

Төнөн спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла
26.03.07


       Моғайын, һеҙҙең күптәрегеҙ өйгә ҡайтышлай
       магазинға ингән ваҡытта, шарап-араҡы бүлеге ндәге үҙгәрешкә иғтибар иткәнһегеҙҙер. Мәғлү м булыуынса, 15 градустан көслө булған спирт лы эсемлектәргә төнгө ваҡытта иҫәп тотоу бөт тө. Асығыраҡ әйткәндә - киске сәғәт 11-ҙән и ртәнге 8-гә тиклем.
       БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары ҡабул иткән
       закон проекты яңы ғәмәлгә ашырыла башланы. Әммә "БАШвестЪ" һөйләргә әҙер: яҡташтарыбыҙ спиртлы эсемлектәрҙе һатыу тыйылыуы тураһынд а нимә уйлай икән, был эсергә яратыусыларҙы туҡтата алырмы?
       Евгений Александрович, 50 йәш:
       - Быға минең ҡарашым насар. Минең уйымса,
       ҡабул ителгән закон бер ни ҙә бирмәйәсәк. К емгә кәрәк, ул төн тип тормаясаҡ бит, барыбе р эсергә табасаҡ. Тағы көмөшкә "ход"ҡа китәс әк, күптән онотолған көмөшкә аппаратын сығар асаҡтар. Бындай тыйыуҙар беҙҙә беренсе тапҡы р түгел, совет осоронда ла шулай булды. Эскә н кеше барыбер юлын таба ул. Таушалған йөҙ м енән тәүлек әйләнәһенә эшләгән магазинға инһ әң, һиңә араҡы һатасаҡтар, быныһына ышанам. Иң мөһиме, йөҙөң тейешле булһын, тикшереүсе түгел, юғиһә ҡапылдан контролерҙар...
       Көнбайыш халыҡтары ҡабаҡтарҙа даими эсеп у лтыра. Өҫтәүенә, йыш ҡына һыра һөмөрәләр. Ә Ирландияла, ғөмүмән, иҫерек өйөнә ҡайтып етһ ен өсөн лампочка эләләр...
       Дмитрий, 19 йәш, телефон аша яуап бирә:
       - Әлеге ваҡытта мин тренажер залында, бынд а насар ишетелә. Минең эсмәгәнде беләһең бит . Берәйһен тәҡдим итәйемме? Минең дуҫтарым - спортсылар. Афәт юҡ.
       Сергей, 21 йәш:
       - Был проблема миңә ҡағылмай, сөнки мин сп орт менән шөғөлләнәм. Эскән хәлдә лә, тик һы ра ғына, уны көндөҙ ҙә, төннә лә һатып алып була.
       Ҡабул ителгән закондың ыңғай яғы ла бар. К үп кенә иҫерек водителдәр араҡы эҙләп, төнө буйына йөрөйҙәр. Ә хәҙер уларҙың гаишниктарғ а эләгеү ҡурҡынысы ун тапҡырға арта. Хәҙер күптәр уйланыр: араҡы эҙләп, водитель танытм аһын юғалтыуға дусар ителеп, руль артына улт ырыу кәрәкме?
       Уны 19 йәшлек Илгиз бүлдерә:
       - Әммә икенсе яҡтан ҡарағанда, әгәр кешегә
       кәрәк икән, ул һыра эсәсәк. Бына беҙ һыра э сәбеҙ, әммә самаһын белеп. Ҡабул ителгән зак он беҙҙә сағылмаясаҡ. Ә бына минең атайым - эйе, "интекте". Ул араҡыға өҫтөнлөк бирә, шу ға ла ҡәнәғәт түгел, асыулана...
       Һатыусылар менән дә әңгәмә ҡорҙоҡ. Уларҙың
       һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡыҙыл тышлыҡтарын болғ ай-болғай ҡиммәтле коньяк йә булмаһа виски талап итеүселәр - "төнөн һатып алыусылар" м енән бәрелешкәндәр инде. Бер һүҙ менән әйткә ндә, кем нисек булдыра ала: кемдер таушалған
       йөҙ менән, кемдер ҡалын аҡса янсығы менән.. . Халыҡ алкоголгә ҡаршы кәртәне еңергә һәм п роблеманы хәл итергә тырыша, кассанан йыраҡ китмәй...
       Татьяна, 34 йәш:
       - Минең уйымса, был эскелек проблемаһын хә л итмәйәсәк. Төндәрен алкоголле эсемлектәрҙе
       супермаркеттарҙа һатыу рөхсәт ителһә, һәйбә т булыр ине. Улар бит һәр мөйөштә урынлашҡан
       тиерлек, уға тиклем барып етергә лә кәрәк б ит әле. Тәүлек әйләнәһенә эшләгән магазиндар ҙың кереме ҡайҙан килә? Аңлашыла, икмәк һәм һөт иҫәбенә түгел бит. Ҡаты алкоголь - бына ул төнгө керем сығанағы. Тәүлек әйләнәһенә э шләгән магазиндарҙың 11-гә тиклем эш режимын а күсеүе ихтимал бит.
       Владимир, 39 йәш, эшҡыуар:
       - Был законға минең ҡарашым ыңғай. Бәлки, уның ярҙамында енәйәт кәмер.
       Зилә, тәүлек әйләнәһенә эшләгән магазинда һатыу итә:
       - Ҡәнәғәт түгел тигән һүҙ - спиртлы эсемле к артынан килеүселәр өсөн үтә йомшаҡ билдә. Төнөн башлыса араҡы эскән кеше килә. Улар бе ҙҙе аты-юлы менән әрләп китә, әйтерһең дә бе ҙ ғәйепле. Нимәгә асыуланырға? Көнбайыш илдә рендә алкоголле эсемлектәрҙе тыйыу - күптән инде ғәҙәти күренеш, һәм бер кем дә ҡаршы тү гел, бөтәһе лә өйрәнде...
       Эльза Хамматова, баш ҡаланың "Матрица" маг азиндарында ваҡлап сауҙа итеү селтәренә идар а итеү буйынса менеджер:
       - Беҙ, закон проекты үҙ көсөнә ингәс, 13 м артҡа тиклем һәм унан һуң төнгө тауар һатылы уын сағыштырҙыҡ. Эйе, керем төшә, әммә күпкә
       түгел.
       Алкоголгә ҡаршы закон үтәлешенә яуап биреү селәрҙе лә тыңлап ҡарайыҡ әле. "БАШвестЪ" Ро спотребнадзорҙа асыҡлауынса, әлегә контролер ҙар төнгө рейд яһамаған. Закондың үтәлмәүе т ураһында мәғлүмәт төнгө рейд өсөн нигеҙ булы п тора. Закон сыҡҡандан һуң күпмелер ваҡыт ү тергә тейеш, тип белдерә ведомство белгестәр е. Шуға күрә был йүнәлештә эш планлаштырыла ғына.
       Аҙыҡ-түлек тауарҙарының сифатын һәм әйләне шен контролдә тотоу һәм ҡулланыусыларҙың хоҡ уҡтарын һаҡлау буйынса буйынса БР Дәүләт инс пекцияһының бүлек начальнигы Елена Паничева бына нимә ти:
       - Хәҙергә беҙ төнгө ваҡытта законһыҙ алког оль һатыу предметына маҡсатлы тикшереү уҙғар маныҡ. Бөгөнгө көндә беҙ ҡулланыусыларҙы хеҙ мәтләндереү спектрын тикшерәбеҙ, йәғни магаз индар эшен. Бының өсөн беҙ контроль һатып ал ыу яһайбыҙ. Әлеге ваҡытта республика магазин дарында законһыҙ алкоголь һатып алыу осрағы теркәлмәгән.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал