6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Дүшәмбе эшкә һуңламайбыҙ!
23.03.07


       "БАШвестЪ" уҡыусыларына иртәнән һуңға онотмай ғына сәғәттәрегеҙҙе йәйге ваҡытҡа күсерергә кәрәклеген иҫкәртәбеҙ.
       Йәкшәмбе көнө, 25 мартта, төнгө сәғәт 2-лә Рәсәй Федерацияһының бөтә территорияһында сәғәт уҡтары бер сәғәткә алға күсерелә. Шуға күрә беҙгә 60 минутҡа иртәрәк торорға тура киләсәк. Хөкүмәт кимәлендә билдәләнгән ваҡытты иҫәпләү тәртибенә ярашлы, Рәсәйҙә йәйге ваҡыт 2007 йылдың 25 мартынан 2007 йылдың 27 октябренә тиклем
       урынлаштырыла.
       Илдең төп экономистары раҫлауынса, йыл һайын сәғәт уҡтарын күсереүҙән Рәсәй ике миллиард киловатт-сәғәттән
       ашыу электр энергияһын һәм электр энергияһы етештереү өсөн талап ителгән миллион ярым тонна күмер экономиялай. Рәсәйҙәр үҙҙәре йәйге ваҡытҡа күсеүҙән электр энергияһына
       сығымдарҙа ике миллиард һумға яҡын ота.
       Йәйге режимға үҙгәртеп ҡороу бер ни тиклем экологиябыҙҙа
       ла ыңғай сағыла. Күмер яҡҡанда бүленгән зарарлы матдәләр атмосфераға 50 мең тоннаға кәмерәк эләгә, ә тупраҡта 400 тоннаға кәмерәк шлактар туплана.
       Әйткәндәй, АҠШ-та экологик шарттарҙы яҡшыртыу хаҡына йәйге ваҡытҡа өс аҙна элек үк күсте. 2007 йылға тиклем американдар апрелдең беренсе йәкшәмбеһендә иртәрәк уяна
       торғайнылар.
       Уныһы ла быныһы, дуҫтар, тик дүшәмбе көнө эшкә һуңлап ҡуймағыҙ. Шуға күрә йәкшәмбе көнө сәғәт уҡтарығыҙҙы бер сәғәткә алға күсерергә онотмағыҙ.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал