6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ-йәш

Һылыуҙар өсөн кәңәштәр
22.03.07


       Иң һөймәлекле һәм мөләйем, иң һөйөклө һәм ымһындырғыс
       булырға теләйһегеҙме? Нәфис зат вәкилдәренә бындай һорау
       биреүҙең кәрәге юҡтыр ул. Һәр ҡыҙ ыңғай яуап бирәсәк: "Эйе, мин быға өлгәштем инде!" йә булмаһа "Бик теләр инем дә ул, ләкин..." Шунда уҡ иҫкәртеп үтәйек: был бит үҙ-үҙенә ышанған принцессаларға түгел. Беҙҙең мәғлүмәт - ҡыйыуһыҙ, күп осраҡта юғалып ҡалған ҡыҙҙар өсөн.
       Шулай итеп, үҙ принцыңды табырға теләйһеңме? Үҙең оҡшатҡан егеттең ҡасандыр һиңә иғтибар итерен көтмәйенсә,
       еңел генә үҙең башлап танышырға өйрәнергә? Баҡһаң, мөмкин икән дә!
       Ҡалала бөгөн тәүге тапҡыр ымһындырыу тренингы үтә. "БАШвестЪ-йәш" тренер, ошо сараны алып барыусы Альбина Садиҡова менән осрашты. Бына ул нимәләр һөйләне:
       - Золушка булыу һәм, ахыр килеп, үҙ принцын осратыу хаҡында һәр ҡыҙ хыяллана. Был турала күпме романдар яҙылған, фильмдар һәм сериалдар төшөрөлгән. Тик быларҙың
       барыһы ла әкиәт. Ә тормошта иһә ваҡиғалар бөтөнләй икенсе
       төрлө бара.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ысын мәғәнәһендә бай ирҙәр сиктән тыш аҙ, ун проценттан да ашмай, ә инде олигархтар һәм нефть
       магнаттары бөтөнләй бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Уның ҡарауы, улар өсөн талашыусы ҡатындарҙың иҫәбе-һаны юҡ.
       Хәҙер пикап-тренинг кеүек йүнәлеш популярлаша бара, ләкин улар егеттәргә иҫәпләнгән, йәғни егеттәрҙе ҡыҙҙарҙы
       ылыҡтырыуҙың, ҡайһы берҙә бер төнгә генә, бөтә нескәлектәренә өйрәтәләр.
       Беҙҙең тренинг ҡыҙҙар өсөн - үҙ гүзәллегеңде, тәбиғи харизмыңды асыу, көслө зат менән аралашырға, танышырға өйрәнеү.
       - Тәүҙә беҙ әүрәтергә теләгән ирҙең портретын төҙөйбөҙ, һуңынан уның менән ҡайҙа танышырға мөмкин булыуын билдәләйбеҙ, уның ҡайҙа йөрөүен асыҡлайбыҙ. Әйтәйек, бистрола бына нисек танышырға мөмкин.
       Һин өҫтәл артында ултырғанда бер йәш егет оҡшап ҡалды. Ләкин ул, мәҫәлән, гәзит уҡый икән һәм һиңә бөтөнләй иғтибар итмәй икән, ти. Ни эшләргә һуң? Һин сумкаңдан ҡағыҙ
       алып (ул һинең сумкаңда ошондай осраҡтар өсөн әҙер ятырға
       тейеш!), ирҙең эргәһенә киләһең дә ручка һорап тораһың.
       Әгәр ул һиңә бирһә, ярҙам иткәне өсөн үлтереп маҡтайһың. Бына шунан һүҙгә-һүҙ эйәрә, әңгәмә ялғанып китә лә инде.
       Ҡатын-ҡыҙҙар коллективының мәңгелек проблемаһы - ирҙәр
       булмау. Нисек йәшәргә һуң? Яуап ябай - сағыуҙар араһында иң сағыуы булырға. Һиңә иғтибар итеүҙәрен теләһәң - сағыу бул. Психологтар, әгәр кәйефең төшөнкө булһа, депрессия башланһа, бер нәмәгә лә ҡулың күтәрелмәһә, сағыу (әйтәйек, ҡыҙыл) күлдәк кей, матур итеп биҙән һәм урамға сыҡ, ти. Шунда уҡ һиңә әйләнеп ҡарай башлаясаҡтар. Һәм һин кәйефең
       күтәрелеүен тойорһоң, һинең эсеңдә тартыу, ылыҡтырыу көсө
       уяныр. Бына бөтә сере шунда.
       Әммә тышҡы йөҙ менән генә бөтмәй әле. Иң мөһиме - эске
       торош, һин үҙеңдең иҫ киткес һәм һоҡланғыс икәнеңде тойорға тейешһең. Үҙ-үҙеңә: "Мин лайыҡмын! Мин матур күлдәккә, ҡиммәтле француз эске кейемдәренә лайыҡмын! Мин ҡиммәтле ресторандарға лайыҡмын! Мин лайыҡмын!" тип әйт. Был һүҙҙәрҙе әйтеү менән эске торошоң үҙгәрә барыуын, ниндәйҙер ышаныс уяныуын тойорһоң. Һиңә уңыштар теләйем!

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал