6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Экология

Тәбиғәт йомартлығын хөрмәт итәйек!
22.03.07


       Һыу кранын асҡан ваҡытта йә булмаһа килте релгән эсәр һыу өсөн түләгән ваҡытта һеҙ нин дәй уйҙар кисерәһегеҙ? Бер ниндәй ҙә? Йә бул маһа теләһә ниндәй, әммә һыу тураһында түгел ? Йәл. Беҙ күнеккәнбеҙ инде, бар ерҙә лә һыу
       бар: кранда, диңгеҙ һәм океанда, йылғаларҙа
       хатта канауҙа - бар ерҙә лә һыу. Һыуға ҡытл ыҡ булыр тигән уй башҡа ла инмәй. Күҙ алдына
       килтерәһегеҙме, һыуҙы талон менән аласаҡбыҙ , элек колбаса, шәкәр һәм араҡы алған кеүек. ..
       Ғөмүмән, минең күҙәтеүҙәр буйынса, кешеләр
       үҙ фатирына һыу өсөн счетчик ҡуйҙырғандан һ уң ғына һыуҙы әрәм-шәрәм итмәй башлай. Шул в аҡытта ғына һыуҙы самалап тотона башлайҙар.
       22 мартта кешелек донъяһы Бөтә донъя һыу р есурстарын һаҡлау көнөн билдәләй. Һыу көнөн уҙғарыу идеяһы бынан ун биш йыл элек Рио-де Жанейрола тыуа - Берләшкән Милләттәр Ойошмаһ ының конференцияһында. Бөгөнгө көндә эсәр һы у проблемаһы киҫкен тора.
       Өфөгә килгән РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Д умаһының Экология буйынса комитеты рәйесе Вл адимир Грачев бына нимә ти:
       - Үткән егерменсе быуат нефть быуаты - про гресс һәм тиҫ үҫеш сығанағы булды. Ә егерме беренсе быуат - ул һыу быуаты. Бөгөнгө көндә
       һыу Африкала ғына түгел, донъяның күп илдәр ендә дефицит булып тора. Донъяла бар сөсө һы уҙың 21 проценты Байкал күленә тура килә. Бе ҙҙең өҫтөбөҙҙә генә, Ер өҫтөндәге болоттарҙа
       70 мең куб километр һыу "эленеп" тора. Икен се төрлө әйткәндә - был өс Байкал.
       Рәсәйҙе юҡҡа ғына һыу державаһы тип атамай ҙар. Сөсө һыу запастары буйынса Рәсәй донъял а икенсе урынды биләй Беҙҙең ил Амазонкаһы б улған Бразилиянан ғына ҡалыша. Уның һыуы, Рә сәйҙең бар йылғаларын бергә алғанда, бер яры м тапҡырға күберәк.
       Сөсө һыуҙың 80 проценты Себергә һәм Алыҫ К өнсығышҡа тура килә. Ә Рәсәй халҡының 80 про центы Европа өлөшөндә йәшәй, шул иҫәптән беҙ
       ҙә.
       Башҡортостанда бер кешегә көнөнә 24 кубоме трҙан алып 80 кубометрға тиклем һыу тура кил һә, һыу дефициты билдәләнә. Дөйөм алғанда, Р Ьсәйҙә был һан "80" кубҡа тиң. Үкенескә ҡарш ы, тәбиғәттән алынған һыу күләме (90 процент тан күберәк) ҡайтарыуһыҙ юғалтыла...
       Бөгөнгө көндә рәсәйҙәр санитар-гигиена нор маларына яуап бирмәгән һыу эсергә мәжбүр. Бе ҙҙә лә эсәр һыу проблемаһы юҡ түгел. Шуға к үрә халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү өсөн республикала "Башҡортостан Республикаһының э сәр һәм минераль һыуҙары" Президент программ аһы эшләй
       Бынан тыш, Башҡортостанда һыу ресурстары т игеҙ урынлашмаған: ҡайҙалыр улар күп, ҡайҙал ыр бөтөнләй юҡ Яңы һыуһаҡлағыстар төҙөйбөҙ, булғандарын реконструкциялайбыҙ. Һуңғы йылда рҙа республикала 16 һыуһаҡлағыс төҙөлдө, шул
       иҫәптән туғыҙы - Урал аръяғында.
       Һыу мөнәсәбәттәре өлкәһендә урындағы орган дарға яңы вәкәләттәр бүлгән. РФ Яңы һыу коде ксы 2007 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инде.
       Уның буйынса "тәбиғи" һыу объекттары Башҡор тостан ҡарамағына күсте.
       БР тәбиғәттән файҙаланыу, урман ресурстары
       һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау министры Альфред
       Фәүхетдинов һүҙҙәренә ҡарағанда, үткән йылд а республика предприятиелары федераль бюджет ҡа 210 миллион һум "һыу" һалымы күсергән. Үҙ
       сиратында Башҡортостан һыу хужалығы һәм һыу
       һаҡлау эштәрен башҡарыуға федераль ҡаҙнанан
       305 миллион һум аҡса алған.
       Йыл һайын уҙғарылған "Таҙа яр" операцияһы закон боҙоуҙарҙы асыҡлап ҡына ҡалмай, ағып т өшкән сәнәғәт һыуҙарын таҙартыуға бәйле проб лемаларҙы урында хәл итеүҙә ярҙам итә.
       Кешелек, хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы һыуһыҙ нимә эшләр? Шуға күрә беҙҙең төп буры с - һыу объекттарында һәр ваҡыт таҙа һыу бул һын. Тәбиғәттең баһалап бөткөһөҙ ҡиммәттәрен ең береһен һаҡсыл һәм урынлы файҙаланайыҡ. А хыр сиктә, үҫеп килгән быуын алдында кемдең йөҙ ҡыҙартаһы килһен?..

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал