6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Анжелика Варум һәм Леонид Агутин өфөләрҙе ҡы уандырҙы
20.03.07


       Анжелика Варум һәм Леонид Агутинды Рәсәй эстрадаһында иң матур пар тип атайҙар. Уларҙ ың Өфөлә уҙған концерты быны иҫбатлай.
       Артистарҙың 40 минутҡа һуңлауына ҡарамаҫта н, тамашасылар ризаһыҙлыҡ белдермәне, шым ғы на көтөп ултырҙы. Ә сәбәбе, ойоштороусылар п убликаға аңлатмаһа ла, кисерерлек ине: йырсы лар Ырымбурҙа оҙаҡлаған, һәм уларҙың әҙерлән еүгә ваҡыты ҡалмаған тиерлек. Һәм шул ваҡыт сәхнәлә ҡыбырлау башланыу менән тамашасылар дәррәү ҡул саба башланы - артистарҙы саҡырҙы .
       Беренсе булып Леонид Агутин сыҡты. Беҙ уны
       телевизор экранынан күреп күнеккәнбеҙ - ҡуй ы, бөҙрә сәстәр, йырсы джинс салбарҙа, күлдә ген сығарып кейгән. Ул тамашасылар алдында ғ әфү үтенде һәм сабырлыҡ өсөн рәхмәт белдерҙе . Үҙ бурыстарын аныҡ үтәгән гаишниктарға ла бер ыңғайҙан рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
       Леонид Агутин башҡарған беренсе йыр, унда аҡ акация тураһында һүҙҙәр бар, әйтерһең дә уның сығышына көслө ритм бирҙе. "Эсперанто" төркөмө күтәренке кәйефтә булды. Леонид үҙе лә музыканттар менән бер рәттән гитарала уйн аны. Агутиндың "Тынғыһыҙ йөрәк" исемле икенс е йыры "ура"ға күмелде.
       Аҙаҡ сәхнәгә һоҡланғыс Анжелика Варум сыҡт ы. Өҫтөндәге кейеме үтә килешле. Ул үҙен сәх нәлә иркен тота, бейей, мөләйем йылмая - был
       күренеште күреү менән уның нимә тураһында й ырлауы мөһим түгел дә кеүек... Барыһы ла бел ә, уның репертуары һәм башҡарыу алымы үҙенсә лекле. Уның джаз стилендәге йырҙары бөтә Рәс әй масштабында хиттар роленә дәғүә итмәй, әм мә яҡшы һәм байрам кәйефе булдырыуға һәләтле .
       Анжелика Варум элек башҡарған йырҙарын һәм
       яңы йырҙар йырлап ишеттерҙе. Улар араһында атаһы, композитор Юрий Варум ижад иткән йырҙ ар ҙа бар. Анжелика "Румба" композицияһын дү рт бейеүсе менән бергә башҡарҙы. Уның костюм ы тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Һәр ҡупшы ке йеме уның нәфислеген һәм гүзәллеген күрһәтә ине...
       Анжелика Һәм Леонид бер нисә йыр бергә баш ҡарҙы. Улар башҡарған "Мин һәр ваҡыт һинең м енән" йыры, ир менән ҡатындың яғымлы ҡарашын  күреп, уларҙың айырылышыуҙары тураһындағы х әбәр сираттағы ғәйбәт икәненә ышанаһың. Улар ҙың Елизавета исемле ҡыҙҙары үҫә, матур парҙ ы публика йылы ҡабул итә. Тағы нимә кәрәк?
       "Аты-баты, беҙ хәҙер һалдаттар" йырын Агу тин тамашасылар менән бергә башҡарҙы. Леонид тың был шлягеры - армия хеҙмәте буйынса иң я ҡшы агитация.
       Ике сәғәтлек концерт лирик нотала тамамлан ды. Анжелика аҡҡоштай аҡ күлдәктә, Леонид ун ың ҡулын алып, улар үҙҙәренең тағы бер уңышл ы йырын башҡарҙы. Ә тамашасылар улар менән х ушлашырға теләмәне...

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал