6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Ғаилә

Исем - шәрифтәрегеҙ кем
11.02.04


       - Адольф, Адольф!
       Өфөлә урынлашҡан күп ҡатлы йорттарҙың береһенең балконына н ошолай тип ҡысҡырған ҡатын - ҡыҙ тауышы ишетелде. Был исем де йөрөтөүсе ҡомлоҡта эшен биреп уйнап ултырыусы дүрт йәштәр
       тирәһендәге йәш кеше булып сыҡты. Ҡомлоҡ эргәһендә йыйылған
       ата - әсәләр шунда уҡ исем ҡушыу темаһына һөйләшә башланы.
       Демократия, көнбайыш модаһына эйәреү һәм Бразилия сериал дары республиканың бәләкәй граждандарына исем йәрәшеү процес ында үҙ ролен уйнамай ҡалманы. Эдгарт, Рамина, Лаура, Рубин,
       Бриллиант, Сирена, Фред, Малина, Арамис, Джанет, Арнела, Фе рдинанд, Сюзана, Луис кеүек исемдәрҙең барлыҡҡа килеүен башҡ аса нимә менән аңлатырға һуң
       Хәйер, үҙендә рус халҡының мәҙәниәтен һәм рухи байлығын йөрөтөүсе Анастасия, Дарья, Александр, Николай кеүек исемдәр
       ҙә популярлығын юғалтмай. Беҙҙә шулай уҡ ҡыҙҙарға сәскә исе мдәре ҡушырға ла бик яраталар, мәҫәлән, Лиана, Сирень, Ланды ш, Лилиә, Роза, Жасмин, Эдельвейс. Малайҙар өсөн йыш ҡына сә йәсмән һәм хәрби етәкселәрҙең исемдәре һайлана: Гейдар, Нурс олтан, Аслан, Мортаза, Минтимер, Нәжибулла, Тамерлан, Рамзес . Үҙ сабыйына исем һайлаған ваҡытта һәр ата - әсә уның бөйөк
       киләсәге хаҡында хыялланалыр, моғайын.
       Өйрәнелгән исемде нисектер үҙгәртергә теләк һәм күп миллә тле никахтар түбәндәге исемдәрҙе барлыҡҡа килтерҙе: Екатери на, Катерина, Катарина, Катрин, Кэтрин, Юлия, Юлианна, Джули я, Данила, Данил, Даниил, Даниль, Даниэль һәм башҡалар.
       Светислава, Славяна, Богдан кеүек саф славян исемдәрҙе р әсми мисәттән тыш үҙ союздарын сиркәүҙә лә нығытҡан парҙар балаларына һайлаусан. Лука, Влас, атвей, Савва, Евдокия, Пра сковья һымаҡ исемдәр ҙә хужаһыҙ ҡалмай.
       Зебо, Шазноза ( үзбәк), Мамука, Нино ( грузин), Эллада, Донис ( грек), Герберт, Гертруда, Паулина ( немец) исемдәре ғаиләнең күп милләтлеге тураһында хәбәр итә.
       Йыш ҡына балаға исем атаһының исеменә тап килтереп алына : Анжела Жәлилевна, Рада Радиковна, Марта Маратовна, Альфред
       Альбертович. Яҙмыш арҡаһында икенсе ил кешеләре тарафынан у ллыҡҡа йә ҡыҙлыҡҡа алынған балаларҙың исемдәрен дә яңы ата -
       әсәһе ғәҙәттә үҙгәртеүсән: Алинаны Меддексҡа, Янаны Лоренға , Татьянаны Элизабетҡа һәм башҡалар.
       Икешәр исем биреү осраҡтары беҙҙә лә күҙәтелә башланы: Ан на - Мария, Эвелина - Ынйы. Игеҙәктәргә оҡшаш исем бирергә т ырышалар: Арслан - Ролан, Линара - Динара, Айһылыу - Таңһылы у, Нурис - Иҙрис.

Эльвира Ғәниева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал