6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Биатлон

Максим Чудовтың еңеүе
20.03.07


       Максим Чудов тәүге îëî шәхси еңеүгә өлгәште. Ҡыҙҙар, ҡурҡып китмәгеҙ тағы! Өйләнмәгән әле ул. Әлегә Ханты- Мансийскиҙа донъя кубогы этабында еңеүгә генә өлгәште. Эҙәрлекләү уҙышында Чудов иң яҡшыһы булды һәм беренсе урын яуланы. Быға тиклем ул донъя чемпионатында һәм кубоктарында бер нисә тапҡыр подиумға күтәрелде, был форумдарҙа эстафета дружинаһы составында еңеүгә өлгәште.
       Ләкин бына бер үҙе һәм беренсе - элек бындай булғаны юҡ ине.
       Трассаға Чудов немец Михаэль Рештан 8,8 секундҡа ҡалышып, икенсе булып сыҡты. Беренсе ут рубежында икеһе лә төҙ атты.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, спринттан һуң өсөнсө булып старт алған Чудовтың иптәше Андрей Маковеев беренсе ут рубежында уҡ ике тапҡыр ñœïêœ яҙа тейҙерҙе һәм миҙал өсөн көрәштән төшөп ҡалды.
       Икенсе ятып атыуҙа мәргәнлек күрһәтеп, Чудов лидерлыҡҡа
       сыҡты, ә Реш береһендә яҙа атып, өҫтәмә әйләнәгә йүгерҙе.
       Был ваҡытта уҙышта икенсе урынға Сергей Рожков сыҡты. Трассаға ул Чудовтан һуң 10,4 секунд үткәс сыҡҡайны. Өсөнсө
       ут рубежында ике тапҡыр яҙа атыу ирҙәр йыйылма командаһы
       капитанын награда өсөн көрәштән сығарҙы. Чудов бер сәпте асыҡ ҡалдырып, алдынғылыҡты һаҡланы. Унан Кристоф Шуман 18 секундҡа ғына ҡалышты.
       Һуңғы ут рубежында Максимға тағы бер штраф әйләнәһен йүгерергә тура килде, һәм ул атыу яланынан мәргән атыусы Шуман менән бер ваҡытта сыҡты. Шведтар Бьорн Ферри менән Карл Йохан Бергман, шулай уҡ норвег Стиан Экхофф уларҙың үксәләренә баҫып тигәндәй килде.
       Чудов тиҙ генә Шуманды уҙып китте, әммә Ферри уға яҡынлашҡандан-яҡынлашты.
       Финишҡа ике километр ҡалғанда Экхофф алдан бара ине, ләкин норвегтың бөтә дистанцияға көсө етмәне. Һуңғы һыҙыҡта Чудов оҫта ғына итеп норвегты уҙып китте. Пасьютты
       икенсе булып Ферри тамамланы, норвег өсөнсө урынға ҡалды.
       - Ярышташтарым миңә килеп еткәс, мин бер аҙ тиҙлекте кәметтем. Экхофф һуңғы күтәрелештә тиҙлеген арттыра башланы, мин кәметтем, сөнки спринтер уҙышында мин шундай уҡ ҡапҡанға ҡапҡайным. Ул саҡта минең саҡ ҡына хәлем етмәне, һәм мин тиҙлекте иртә арттыра башлауыма төшөндөм, - тип һөйләне Башҡортостан спортсыһы. - Бөгөн иһә үҙемде ºóëäà тоттом һәм финиш һыҙығында алға уҡталдым. Тренерҙарға, сервисмендарға, ғөмүмән, минең еңеүгә эшләгән
       барыһына ла рәхмәт. Тамашасыларға инде айырыуса рәхмәтлемен. Дистанцияның һуңғы метрҙарында көйәрмәндәремдең алҡышлауын күреп, уларҙың өмөттәрен аҡламаҫҡа минең хаҡым юҡ ине. Бөгөн ниҙәр ҡылыуымды әлегә хатта аңлап та бөтмәйем. Моғайын, быны мөғжизә тип
       атап булалыр.
       Күреүебеҙсә, Максим Чудов үҙен яугир ғына түгел, аҡыллы
       ла итеп күрһәтте. Донъя кубогы иҫәбендә иң яҡшы эҙәрлекләүселәр араһында Максим дүртенсе урынды яуланы. Донъя кубогының шәхси иҫәбендә Чудов - 12-се. Киләһе миҙгелдә Максимға бөтә шәхси дисциплиналарҙа тағы ла юғарыраҡ уңыштар теләйек.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал