6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ-йәш

Маска кейгән негрҙар
19.03.07


       "Студенттар яҙы" - юғары уҡыу йорттарында үткәрелгән традицион байрам ғына түгел. Был шулай уҡ йәшәү стиле лә, февраль аҙағында уҡ үҙ йүнәлешен үҙгәрткән фекерләү рәүеше лә. Сыйырсыҡтар һайрап, ағастарҙа бөрөләр бүрткәндә, күктә ҡояш ҡыҙҙырғанда студенттар китап- дәфтәргә генә текәлеп ултырамы инде. Уларға ташып торған йәшлек дәртен, энергияһын ҡайҙалыр ҡуйырға кәрәк бит. Шулай, ҡайһы бер студенттар үҙ тормошонан ҡыҙыҡлы хәлдәр
       менән уртаҡлашты..
       Андрей, Өфө дәүләт авиация техник университеты:
       - Был хәл бер нисә йыл элек булды, мин курсташ егеттәр һәм ҡыҙҙар менән бергә үҙем оҡшатып йөрөгән ҡыҙҙы ла дачаға саҡырырға баҙнатсылыҡ иттем. Март айы ине. Температура - минут биш градус. Әммә өшөмәнек. Мейес яғып
       ебәрҙек, хатта ихатала шашлыҡ та әҙерләнек. Ашап, һыра эсеп, йылға буйында фотоға төшөп, уйнап-шаярып ваҡыт үткәрҙек. Барыбыҙға ла эҫе булып китте. Ҡуна ҡалырға булдыҡ, етмәһә, машиналары менән беҙҙе килтергән егеттәр иҫереп китте. Дивандарҙы бер-береһенә терәп ултырттыҡ та, өҫ кейеме менән, үзбәк ғаиләһендәй, теҙелешеп йоҡларға яттыҡ. Мин оҡшатҡан ҡыҙымдың сәрр итеп ҡалыуынан уянып киттем. Уның артынса дуҫым аҡырып, һүгенеп ебәрҙе. Шап- шоп иткән тауыштар ишетелде. Баҡһаң, өйгә тубыҡтан һыу тулған икән. Шешәләр, тәрилкәләр, ултырғыстар, кемдәрҙеңдер кейемдәре йөҙөп йөрөй.
       Температура ҡапыл күтәрелеп (-5-тән +15 градусҡа тиклем), йылға ярынан сыҡҡан да беҙҙең өйгә һыу тулған. Сығып ҡайтып китерлек тә түгел. Был хәлдән нисек сығыуыбыҙ тураһында һөйләп тормайым да инде, әммә һөйгән ҡыҙымдың
       нисек асыуланғанын, алйоттан һалдырып әрләгәнен күрһәгеҙ... Минең өсөн донъя ҡараңғыланғайны. Шулай ҙа аҙаҡтан беҙ дуҫлаштыҡ һәм бына дүрт йыл инде бергәбеҙ.
       Игорь, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы.
       - Был ваҡиға бынан өс йыл элек май айында булды. Ҡапыл көньяҡҡа барып ҡайтыу идеяһы тыуҙы. Минең дуҫым Мәскәүҙә
       йәшәй, һәм, уның машинаһында диңгеҙгә барып ҡайтайыҡ тип,
       уны ла күндерҙем. Икебеҙ ҙә "айт" тигәнгә "тайт" тиергә торабыҙ инде - аҡса, маскалар, ластар, кейем-һалым алдыҡ та юлға сыҡтыҡ. Мәскәүҙән 300 километр алыҫлыҡта ҡырсынташ һибелгән юлға барып еттек. Был ара оҙон түгел, шуға күрә тиҙлекте кәметмәй генә үтеп китергә булдыҡ. Бына шунда мажаралар башланды ла инде: юлдан ваҡ таш ырғып, артҡы быяла ватылды. Туҡтаныҡ та уйға ҡалдыҡ. Ҡырымда нисек ҡуйҙырыу билдәһеҙ, ә быялаһыҙ көйөнсә машинаны бер сәғәткә лә ҡалдырып булмаясаҡ. Боролорға кәрәк - быяла ҡуйҙыртабыҙ ҙа киренән китәбеҙ. Боролдоҡ.
       Шул уҡ урында ҡаршы килеүсе машинанан таш бәрелеп, алғы быяла ватылды. Күҙ алдына килтерәһегеҙҙер: алдан да, арттан да быяла юҡ, сәғәтенә 30 километрҙан артығыраҡ тиҙлек менән барһаң, тын алырлыҡ та, күҙҙе асырлыҡ та түгел.
       Етмәһә, саң болото күтәрелә. Кәйеф күтәренке булғанғалыр инде, башҡа бик шәп фекер килде: беҙ юлға ҡарау уңайлыраҡ булһын өсөн, һыу аҫтында йөҙөү өсөн маскаларҙы, еңел тын алыу өсөн көпшәләрҙе кейҙек. Шулай китеп барабыҙ. Былай хәлдәр хөрт түгел, тиҙлекте 100-ҙән арттырмайбыҙ. Көлкө килә, сөнки бер ун минут та үтмәне, бөтә ерҙе саң ҡапланы. Мин ҡулға ластарҙы ла кейеп алдым...
       Бер аҙ ваҡыттан һуң ҡараһаҡ, беҙҙең арттан автоинспекция
       "Жигули"йы килә. Юл һаҡсылары беҙҙең ысынлап та быяла булмауына инанып, эргәнән үтеп китте. Һул яҡ тәҙрәнән гаишник башын тығып, таяғы менән юлдан ситкә сығырға күрһәтә. Беҙҙең үҙебеҙгә күтәрелеп ҡарағас, уның йөҙөн күрһәгеҙ... Таяғы менән һаман болғап, икенсе ҡулы менән водителенең еңенән тарта. Тегенеһе лә беҙгә ҡарап баҡты - маска һәм көпшәләр кейгән ике негр китеп бара бит, етмәһә,
       береһе йылмайып, ласты кейгән ҡулын болғай. Бәхеттәренә күрә, ярай әле ҡаршыларына машина килмәй ине, сөнки киләһе уңға боролошта беҙ боролдоҡ, ә улар туп-тура китте...
       Беҙ машинанан сыҡҡас, өй эргәһендәге әбейҙәр асҡан ауыҙҙарын ябырға онотто. Ә көньяҡҡа беҙ ул саҡта шулай бара алманыҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал